Власова Татьяна Александровна

Власова Татьяна Александровна (1905—1986) — совет психологы һәм дефектологы, психология фәндәре докторы (1972), профессор (1976), СССР Педагогия фәндәре академияһы академигы (1982).

Биографияһы

1905 йылдың 18 декабрендә (31 декабрҙә)[1] Рәсәй империяһының Быуа ҡалаһында (хәҙерге Татарстан Республикаһы), крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1922 йылда, урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Быуа һәм һуңыраҡ — Ҡаҙан ҡалаһының мәктәптәрендә һәм балалар йорттарында уҡытыусы һәм тәрбиәсе булып башлай. 1929 йылда 2-се Мәскәү университетының дефектология факультетын тамамлай һәм илдә беренсе дефектология буйынса ғилми үҙәкте — РСФСР халыҡ мәғарифы комиссариатының эксперименталь-дефектология институтын (һуңынан СССР педагогия фәндәре академияһының дефектология ғилми-тикшеренеү институты була) ойоштороу буйынса комиссия составына индерелә. Власованың бөтә тормошо ошо институт менән бәйләнә, унда ул клиника-диагностика бүлегенең мөдире, директор урынбаҫары һәм директоры була.

КПСС ағзаһы була[2]. 1945—1963 йылдарҙа Татьяна Александровна КПСС Үҙәк Комитеты аппаратында яуаплы партия эшендә эшләй, бер үк ваҡытта ғилми эштәрен дауам итә. 1963 йылдан Т. А. Власов яңынан СССР педагогия фәндәре академияһының дефектология ғилми-тикшеренеү институтында фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, 1968 йылдан вафат булғанға тиклем — институт директоры.

1986 йылдың 16 июнендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән[3] (3 участка, 60 ряд).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре