Вәлиев Ғәли Тәҡиулла улы

Вәлиев Ғәли Тәҡиулла улы (19021981) — педагогика фәндәре кандидаты, доцент.

Биографияһы

Ғәли Тәҡиулла улы 1902 йылда Вәлиев Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Дыуан улусы (Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Абзай ауылында тыуған.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

Мәктәпте тамамлағандан һуң, 19201924 йылдарҙа Абзайҙа уҡытыусы булып эшләй. Ике йыл Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1926 йылда Өфөләге педагогия институтында (элекке Уҡытыусылар институты, артабан — Халыҡ мәғарифы институты 1923 йылдан алып «Практик институт» тип йөрөтөлгән) уҡый.

1929 йылда Мәскәү педагогика фәндәре академияһына йүнәлтмә бирелә.

19381942 йылдарҙа — Башҡорт педагогия институтының директор урынбаҫары,

19421952 йылдарҙа — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының директоры була

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр