Гагарин паркы (Стәрлетамаҡ)

Ю. А. Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (рус. Парк Гагарина (Стерлитамак)Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге проспектында урынлашҡан мәҙәниәт һәм ял паркы.

Тарихы

Хәҙерге парк урынында XX быуат уртаһында бушлыҡ була, унда урындағы халыҡ картуф ултырта. 1961 йылдың яҙында Стәрлетамаҡ ҡалаһы властары бында пионерҙар һәм уҡыусылар өсөн парк төҙөргә ҡарар итә, ағас ултыртыу башлана. Тап ошо көндө радио аша Юрий Гагариндың йыһанға осоуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡала пионерҙар йорто «Комсомольская правда» гәзитенә буласаҡ паркка беренсе космонавт исемен биреүҙе һорап телеграмма ебәрә. «Стәрлетамаҡ ҡалаһы пионерҙарын Ю. Гагарин балалар паркына нигеҙ һалыныу менән ҡотлайбыҙ» тигән яуап алына[1].

Ун йылдан ашыу буласаҡ парк ҡала баҡсаһы тип йөрөтөлә, унда ултыртылған ағастар яйлап үҫә. 1974 йылда баҡса парк статусын ала, ә тағы бер йылдан уның биләмәләрен үҙләштерә һәм тәүге аттракциондар ҡуйыуға әҙерлек башлайҙар. Был эштә урындағы химия заводы инженерҙары туранан-тура ҡатнаша[2]. Территорияны үҙләштереү буйынса бөтә сметаларҙы һәм пландарҙы Химия заводының баш инженеры Варшавский һәм баш архитекторы Ю. Подрядов башҡара[1].

«Күҙәтеү тәгәрмәсе», «Бәүелсәктәр» һәм «Ракета» тәүге аттракциондар була. Уларҙың барыһы Ейск ҡалаһының «Аттракцион» заводында эшләнә. 1977 йылда паркта «Ромашка» һәм «Ветерок» каруселдәре монтажлана. Артабан норматив файҙаланыу ваҡыты тамамланыуға бәйле бөтә аттракциондар ҙа яңыртыла[[1].

2014 йылда паркка Ленин проспекты яғынан төп инеү урыны ҡаршыһындағы ҙур фонтан (рус.)баш. алдына Юрий Гагарин бюсы ҡуйыла[2].

Парк аттракциондары

Гагарин паркындағы күңел асыу өсөн тәғәйенләнгән бөтә конструкциялар һәм аппараттар менән «Галактика» күңел асыу үҙәктәре селтәре идара итә. Уның башҡа шундай уҡ майҙансыҡтары ла бар (мәҫәлән, Өфө, Салауат ҡалаларында һәм шул уҡ Стәрлетамаҡта), әммә иң ҙуры тап Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан. Бында 50-нән ашыу аттракцион эшләй, улар бөтә территория буйлап ҡуйылған һәм бында килеүселәрҙең төрлө төркөмдәре мәнфәғәттәрен иҫәпкә ала[1].

Аттракциондарҙы шартлы рәүештә ғаилә һәм балалар аттракциондарына бүлергә мөмкин, айырым аттракциондар батут менән бәйле, ҡайһы берҙәре мәргәнлекте һынау уйындарына нигеҙләнгән. Киҫкен тойғолар һөйөүселәр өсөн үҙенсәлекле күңел асыуҙар тәҡдим ителә[2].

Ғаилә аттракциондары

«Автодром» һәм «Космодром» — ғаилә йәки дуҫтар компанияһы өсөн төп күңел асыу урыны. Бында һәр килеүсегә машина йәки йыһан карабы менән үҙаллы идара итеү мөмкинлеге бирелә. Хәүефһеҙлек нормаларын үтәүгә айырыуса иғтибар бүленә: бер-береһен уҙып китергә, боролошта осрашырға һәм ярышырға мөмкин. Күңел асыусыларға рулгә генә түгел, штурвал артына ла ултырырға тәҡдим итәләр[1].

Яһалма бассейнда (рус.)баш. урынлашҡан «Әкиәт күле» аттракционында өйрәк формаһындағы бәләкәй кәмә менән идара итеү һәм һыу өҫтөндә йөҙөү мөмкинлеге бирелә.

Ял итеүселәрҙең ҡарамағында күп каруселдәр бар. Ҡыйыуҙар өсөн сылбырлы «Шапито» һәм бейеклеген даими үҙгәрткән «Күңелле тауҙар» тәҡдим ителә. «Аҡҡоштар», «Орбита» һәм «Вальс» аттракциондары тынысыраҡ эшләй. Уларҙан тыш бәләкәй паровоздарҙа ла йөрөргә мөмкин[2].

«Башмачок клоуны» парк юлдары буйлап, ә «Боронғо донъя буйлап сәйәхәт» аттракционы составы Юра осоро джунглийы кеүек биҙәлгән сауҡалыҡ буйлап үтә. Юлда динозаврҙарҙың ҙур ғына скульптураларын күрергә мөмкин.

Паркка килеүселәрҙең һәм бигерәк тә ҡала ҡунаҡтарының яратҡан аттракционы — яңыртылған «Күҙәтеү тәгәрмәсе». Ул ҡаланың 250 йыллығына төҙөлгән һәм Стәрлетамаҡты 40 метр бейеклектән күрергә мөмкинлек бирә. Ҡала панорамаһы менән конструкцияға беркетелгән 18 кабинанан һоҡланырға мөмкин. Уларҙың яртыһы ябыҡ, кондиционерҙар һәм йылытыу системалары менән йыһазландырылған, ҡалғандары асыҡ һәм йәйге йылы осор өсөн тәғәйенләнгән[1].

Балалар өсөн аттракциондар

Парктың йәш ҡунаҡтарына тыныс һәм әкренерәк эшләүсе каруселдәр тәҡдим ителә: «Космос», «Колокольчик», «Солнышко» һәм «Полет». Шулай уҡ балалар өсөн бәләкәй радиуслы сылбырлы карусель эшләй, ул ултырғыстарҙы ҙур булмаған мөйөш менән генә күтәрә. Бәләкәй йәштәге балалар тағы ла «Смурфикоград» буйлап һәм аттракцион операторҙары күҙәтеүе аҫтында — электромобилдәрҙә йөрөй ала[2].

Экстрим яратыусыларға

Күңел асыуҙың киҫкен төрҙәрен үҙ иткәндәр өсөн паркта традицион «Центрифуга», шулай уҡ аҫылмалы рельстар буйлап йөрөгән «Торнадо» һәм орбитаға осорға әҙерләнгән космонавт кеүек хис иттергән өсләтә әйләнешле «Астронавт» бәүелсәге тәҡдим ителә[1].

Тәжрибәһе аҙ булған экстремалдар «Хип-Хоп» аттракционын һынап ҡарай ала. Был бәләкәй амплитудалы бәүелсәк, әммә уның кабинаһы ирекле әйләнеү мөмкинлегенә эйә һәм был көтөлмәгән тәьҫораттар бирә.

Иң экстремаль аттракцион теләүселәргә "НЛО"ла осорға мөмкин. Ҙур тиҙлектә әйләнгән «Тарелка»-кабина, ваҡыт-ваҡыт бер күтәрелеп һәм бер төшөп, маятник (рус.)баш. траекторияһы буйлап үтә. Бында ауырлыҡты тулы юғалтыуҙы тойорға мөмкин[2].

Батуттар

Паркта эшләгән һигеҙ батут комплексы төрлө йәштәге балаларға тәғәйенләнгән. Иң бәләкәйҙәргә «Мишка» һәм «Тачки» батуттары тәҡдим ителә. Уларҙың тәүгеһе Алыҫ Төньяҡ торлағы стилендә биҙәлһә, икенсеһе «Тачки» исемле йәнһүрәтте хәтерләтә. Ике комплекс та 5-7 йәшлек балалар күңеленә хуш килерлек тауҙарҙан һәм туннелдәрҙән тора[1].

6-12 йәшлек балаларҙы «Сафари», «Аждаһа», «Микки» һәм «Һарай» тип аталған сағыу быяулы комплекстар көтә. Был аттракциондар ҡатмарлы конструкциялы, атамаларына тура килгән стилистикала эшләнгән. Парктың йәш ҡунаҡтары аждаһаның ауыҙ эсендә йәки һауа тултырылған боронғо һарай залдарында йөрөргә бик ярата[2].

Төрлө йәштәге балалар «Мөғжизәле батут»ҡа — һауа тултырылған һәм хәүефһеҙлек өсөн ҡойма менән уратып алынған ҙур майҙансыҡҡа рәхәтләнеп бара. Бында теләһә күпме һикерергә һәм тәкмәсләргә мөмкин, сөнки батуттағы арауыҡты бер нәмә лә сикләмәй.

Үҫмерҙәр менән бергә өлкәндәр ҙә «Банджо»ны бик үҙ итә. Стропаларға страховка ҡайыштары менән беркетелеп, һығылмалы урындан 8-10 метр бейеклеккә тиклем «һикерергә» мөмкин.

Аркадалар һәм күңел асыу автоматтары павильоны

Үҙҙәренең мәргәнлеген тикшерергә теләүселәр аркада уйындары павильондарына бара ала. Килеүселәргә үҙҙәрен мәргән атыусы итеп күрһәтергә бер нисә мөмкинлек бирелә. Еңеүселәр өсөн бүләктәр, ҡатнашыусылар өсөн дәртләндереү саралары ҡаралған[1].

Фурманов урамынан инеү урынында, һулда, «Автодром» артында уҡ кескәйҙәрҙе балалар уйын автоматтары залы көтә. Уңышҡа ирешкәндәргә бында уйынсыҡтар бирелә, ә оҫталыҡты видеосимуляторҙарҙа һәм аэрохоккейҙа күрһәтергә тәҡдим ителә.

Шулай уҡ «У лукоморья» арҡан паркы эшләй, унда бер ни тиклем бейеклектә тартылған арҡан буйлап йөрөү өсөн төрлө ҡатмарлылыҡтағы өс трасса тәҡдим ителә[2].

Эш графигы

Ю. А. Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Йәйге ваҡытта аттракциондар көн һайын 11:00 сәғәттән эшләй башлай. Дүшәмбе—кесаҙна күңел асыу саралары 22:00 сәғәткә тиклем эшләй, ә йома һәм ял көндәрендә уларҙың эше бер сәғәткә оҙайтыла: парк 23:00 сәғәттә ябыла. Көҙгө-ҡышҡы осорҙа эш графигы үҙгәрә[2].

Нисек барырға

Парк Ленин исемендәге проспектта, ҡаланың төп урамдарының береһендә урынлашҡан. Уның аша йәмәғәт транспорты күп һәм йыш йөрөй. «Юрий Гагарин исемендәге парк» туҡталышы төп ҡапҡа алдында урынлашҡан. Унда 2-се, 3-сө, 8-се, 10-сы, 13-сө, 16-сы һәм 19-сы троллейбустарҙа барып етергә мөмкин. Шулай уҡ 31-се, 32-се, 34-се, 35-се, 41-се, 44-се һәм 45-се маршрут таксиҙары йөрөй[2].

Теләгәндәр ҡаланың теләһә ҡайһы еренән паркка таксиҙа килә ала.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 О парке. Сеть развлекательных центров «Галактика». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Парк Гагарина в Стерлитамаке. Сайт Туристер (26 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025.

Һылтанмалар