Гай Гая Дмитриевич
Гая Дмитриевич Гай | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
әрм. Հայկ Բժշկյանց | ||||||
Тыуған ваҡыты | 18 февраль 1887 | |||||
Тыуған урыны | Персияның Тәбриз ҡалаһы | |||||
Үлгән ваҡыты | 11 декабрь 1937 (50 йәш) | |||||
Хеҙмәт иткән урыны |
Рәсәй империяһы СССР |
|||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
— 1917 1918—1935 |
|||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
|||||
Отставкала | атып үлтерелгән |
Гая Д(и)митриевич Гай (ысын исеме Гайк Бжишкян(ц), әрм. Հայկ Բժշկյանց; 18 февраль 1887 йыл — 11 декабрь 1937 йыл) — совет хәрби етәксеһе, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Революцияға тиклем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әрмән, Тәбриз ҡалаһында (Иран) халыҡ уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған.
1901 йылда Тифлисҡа күсеп китә һәм әрмән рухани семинарияһына уҡырға инә[1].
1903 йылдан революцион хәрәкәттә ҡатнаша. 1904 йылдан РСДРП ағзаһы (Әрмән социал-демократик (гнчак) партияһына һәм фидаин отрядына инеүе тураһында күрһәтелә).
Тифлиста инструкторҙар һәм офицерҙар мәктәбен тамамлағандан һуң, үҙ ирке менән фронтҡа китә. Алтынсы дружинала Кавказ фронтында төрөктәргә ҡаршы һуғышҡан әрмән доброволецтары ротаһы менән етәкселек итә. Беренсе донъя һуғышында штабс-капитан дәрәжәһенә тиклем күтәрелә, генерад Юденич тарафынан ике Георгий тәреһе һәм бер миҙал менән бүләкләнә.
РККА-лағы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Октябрь революцияһынан һуң РКП(б) сафына инә. Граждандар һуғышы ваҡытында үҙе ойошторған частар етәкселегендә Чехословак корпусы һәм генерал Дутовтың Ырымбур казактарына ҡаршы көрәшә. 1918 йылдың июлендә Семберҙе обороналауға етәкселек итә. Тере көстә, артиллерияла һәм оборона өсөн позиция һайлауҙа күпкә өҫтөн булыуға ҡарамаҫтан, 1918 йылдың 21 июлендә ҡаланы яулап алған подполковник В. О. Каппельдең аҡ частары һөжүменән еңелә. Түбәндәге частар һәм берләшмәләр менән етәкселек иткән:
- июль — ноябрь 1918: 1-се Сембер пехота дивизияһы (1918 йылдың ноябренән — 24-се Сембер), Семберҙе яулағандан һуң «Һамар — Ульяновск Тимер дивизияһы» атамаһын алған. Уның ҡултамғаһы менән үлтереү маҡсатында һөжүм итеүҙән һуң һауығып барған Ленинға ебәрелгән билдәле телеграммала: «Һеҙҙең тыуған ҡалағыҙҙы алыу — бер ярағыҙға яуап, икенсеһе өсөн Һамар булыр», — тиелә. Дивизияла үҙенең мемуарҙарында Гайҙы ҙур хөрмәт менән телгә алған Г. Жуков хеҙмәт итә. Нәҡ Гайҙың нәсихәте менән Жуков 1924 йылда Мәскәүҙә Юғары кавалерия мәктәбенә инә.
- декабрь 1918 — июнь 1919: 1-се армия РККА-ның Көнсығыш фронты составында, армияны М. Н. Тухачевскийҙан һуң ҡабул итә һәм аҡтарҙың яҙғы һөжүме ваҡытында етәкселек итә;
- август-сентябрь 1919: Көньяҡ фронтының 42-се уҡсылар дивизияһы;
- 1919 йылдың сентябренән 1920 йылдың 3 мартына тиклем[2]: Көньяҡ фронтының 1-се Кавказ «ҡырағай» кавалерия дивизияһы.
1920 йылдың яҙында РСФСР Көньяҡ фронтының 2-се Кавказ кавалерия корпусы менән етәкселек итә. Совет — поляк һуғышы ваҡытында — Көнбайыш фронтында 3-сө кавалерия корпусы командующийы. 1920 йылдың август аҙағында поляк ғәскәрҙәренең контрһөжүмгә күскәненән һуң 3-сө кавалерия корпусы 4-се армия частары менән бергә поляк — немец сиктәренә ҡыҫырыҡлана һәм тулыһынса ҡыйратыла, уның ҡалдыҡтары немец территорияһына сыға һәм Көнсығыш Пруссияла тотҡонлана.
1922 йылда Әрмәнстандың наркомвоенморы. 1923—1924 йылдарҙа — 7-се кавалерия дивизияһы командиры. 1924—1927 йылдарҙа РККА-ның Хәрби академияһында уҡый. 1927—1929 йылдарҙа — 3-сө кавалерия корпусы командиры.
1929—1933 йыл[[дарҙа. — адъюнкт, һуңынан М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби — диңгеҙ академияһының хәрби сәнғәте тарихы кафедраһы уҡытыусыһы. 1933—1935 йылдарҙа — Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби — һауа академияһының һуғыш һәм хәрби сәнғәте тарихы кафедраһы начальнигы һәм профессоры.
Йәберҙә булыуы, ҡулға алыныуы һәм һәләк булыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1935 йылдың июнендә бөтә вазифаларынан төшөрөлә, РККА һәм ВКП (б) сафтарынан сығарыла. 1935 йылдың 3 июлендә ҡулға алына. «РККА-ла хәрби — фашистик ойошмаһын төҙөүҙә» ғәйепләнә. СССР-ҙың эске эштәр наркомы Г. Ягодаға яҙған хатында Г. Гай, «эскән килеш, партияһыҙ кеше менән шәхси һөйләшеүҙә Сталинды алып ташлар кәрәк, сөнки уны барыбер алып ташлаясаҡтар» тип әйткәнен таный[3]. Гайҙың ҡатыны, Наталия Яковлевна, ярҙам һорап күренекле большевик Петр Кобозевҡа мөрәжәғәт итеп ҡарай. Сталин ярҙамсыһы аша Кобозевҡа: «НКВД асыҡлар»,- тип яуап бирә. 1935 йылдың 15 октябрендә СССР-ҙың НКВД янындағы ОСО тарафынан контрреволюцион төркөмгә ҡатнашлығы булған өсөн ғәйепләнә һәм 5 йылға төрмәгә хөкөм ителә[4]. 1935 йылдың 22 октябрендә Мәскәүҙән Ярославль политизоляторына күсергән саҡта поездың вагонынан ырғый[5], ҡолаған саҡта йәрәхәтләнә һәм бер нисә көндән уны эҙләүгә йүнәлтелгән НКВД хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләгә[6][7].
Ике йыл төрмәлә үткәрә. 1937 йылдың 11 декабрендә РККА-ла күмәк «таҙартыуҙар» кампанияһы осоронда атыg үлтерелә[8]. Үлгәндән һуң аҡлана.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡаны өсөн ике Георгий тәреһе һәм бер [миҙал менән наградлана.
- Ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ орденыменән наградлана[9]: 1918 йылда Волга районында хәрби хәрәкәттәре өсөн һәм 1920 йылда поляк кампанияһы өсөн[9].
- Минск ҡалаһының почетлы гражданы[10].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1959 йылда Ырымбур өлкәһендә Гай исеме ҡалаға бирелә.
- Ереванда уның исеме проспектҡа бирелгән, шулай уҡ һәйкәл ҡуйылған.
- Ульяновск ҡалаһының Железнодорожный районында 1967 йылда уның исеме урамға бирелә, аҙаҡтан урам проспектҡа әүерелә, шулай уҡ һәйкәл ҡуйыла.
- Ульяновск өлкәһенең Сенгилей ҡалаһында Г. Д. Гайҙың бюсы ҡуйылған.
- Ульяновск өлкәһенең Сенгилей ҡалаһында Г. Д. Гай исемен Сенгилей Политехник Колледжы йөрөтә.
- Шулай уҡ Гай урамдары Гродно, Минск, Һамар, Ырымбур, Ульяновск, Сенгилей, Быҙаулыҡ һәм Старый Оскол ҡалаларында ҡуйылған; Тольятти ҡалаһында Гай бульвары бар.
- Ырымбурҙың үҙәк өлөшөндә Г. Д. Гай иҫтәлегенә урамға исем бирелгән һәм бюст ҡуйылған.
- 1963 йылда уның хөрмәтенә йылға пассажир теплоходына «Комдив Гай» исеме бирелгән.
- 1967 йылда Г. Д. Гай иҫтәлегенә СССР-ҙың Почта маркаһы сығарыла.
- Гайк Бжишкян бер нисә мәртәбә Хачика Даштенцтың «Зов пахарей» романында иҫкә алына, романда XIX—XX сиктәрендәге Ғосман империяһына ҡаршы әрмән ғайдуҡтарының көрәше тураһында бәйән ителә.
- шулай уҡ ул — «Диктатор» романының персонажы (Издательский дом «Армада», 1998 йыл).
- Г. Д. Гай — «Пыль под солнцем» (Литовская киностудия, 1977) «Подданные революции» (Свердловская киностудия, 1987) фильмдары персонажы.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гай, Гая Дмитриевич // Гражданская война и военная интервенция в СССР: Энциклопедия. — М., 1983. — С. 138.
- Гай, Гая Дмитриевич (Канд. ист. наук; 1887—1937) // На Варшаву! Действия 3 конного корпуса на Западном фронте. Июль-август 1920 г.(недоступная ссылка)
- Айрапетян Г. А. Железный Гай / Предисловие С. М. Будённого. — М.: Воениздат, 1980. — 124 с. — (Полководцы и военачальники).
- Дунаевский А. М. По следам Гая. — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1975. — 272 с.
- Лазарев С. Е. Подрезанные крылья (Неизвестное из жизни спецслужб) // Военно-исторический журнал. 2012. № 5 (625). С. 66-70.
- Лазарев С. Е. Судьба комкора Г. Д. Гая в контексте трагических событий 1930-х гг. // История в подробностях. «Большой террор». Москва, 2012. № 6 (24). С. 22-27.
- Книга: Социокультурный состав советской военной элиты 1931—1938 гг. и её оценки в прессе русского зарубежья
- Братишка|Софронов И.|Сабля комкора Гая|2013|11|72-77|http://www.bratishka.ru/archiv/2013/11/2013_11_18.php 2017 йылдың 30 апрель көнөндә архивланған.
- Железный Гай // Губернский вестник. — 2010.
- Первый удар по Колчаку. Ленинград, 1926.
- На Варшаву! Действия 3 конного корпуса на Западном фронте. Москва — Ленинград, 1928.(недоступная ссылка)
- В боях за Симбирск. Ульяновск, 1928.
- Айрапетян. Г. А. Легендарный Гай. — М.Воениздат. 1965. 176 с.
- Вестник архивов Армении, № 2 (29). Номер посвящен жизни и деятельности Г. Д. Гая — Ереван. 1971. 368 с.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Сталин был не прав, послав Гая на эшафот (Эдуард ГАСПАРЯН) (ПЕРСОНЫ. 2013 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
- ↑ rkka.ru. cavalry.
- ↑ Соколов Б. В. Наркомы страха. М.: АСТ-Пресс, 2001. С. 78
- ↑ Сайт общества «Мемориал»
- ↑ Шрейдер М. П. НКВД изнутри: Записки чекиста. — М. : Возвращение, 1995.
- ↑ Мясников, В. Последний бой Гая // Коммунар. — 1989.
- ↑ Как комкор Гай наркому Ягоде свинью подложил // «АиФ Долгожитель». — 9 декабря 2005 г.. — № 23 (83).
- ↑ В деле Гая содержится обвинение в участии «в антисоветской террористической организации правых» (АП РФ. Оп. 24. Д. 413. Л. 252, Списки жертв
- ↑ 9,0 9,1 КАВАЛЕРЫ ОРДЕНА КРАСНОГО ЗНАМЕНИ РСФСР, Присвоение второго ордена Красного Знамени.
- ↑ Гая Дмитриевич Гай, «Железный» комдив 2014 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гая Дмитриевич Гай, «Железный» комдив 2014 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 18 февралдә тыуғандар
- 1887 йылда тыуғандар
- 11 декабрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Изге Георгий ордены билдәһе кавалерҙары
- Георгий миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Шәхестәр:Минск
- Үлгәндән һуң аҡланғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- КПСС ағзалары
- РСДРП ағзалары