Галин Борис Абрамович
Борис Абрамович Галин (ысын фамилияһы — Рогалин ; 1904 йыл — 1983 йыл) — урыҫ совет яҙыусыһы һәм журналисы. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1948). 1925 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Биографияһы
Б. А. Рогалин 1904 йылдың 25 авгусында Никополдә (хәҙерге Днепропетровск өлкәһе, Украина) тыуған. 1925 йылдан ул очерктар баҫтыра башлай. 1927—1929 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының этнология факультетында, 1930—1933 йылдарҙа әҙәбиәт һәм тел факультетында уҡый. 1930 йылдарҙа ул «Правда» газетаһының махсус хәбәрсеһе була. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ул Көнбайыш, Көньяҡ, 1-се Белорус фронттарында «Красная Звезда» газетаһының хәрби корреспонденты була. Ул Максим Горький юғары баһалаған «Люди Сталинградского тракторного» (1933) китабын яҙыуҙа ҡатнаша.
Б. А. Галин 1983 йылдың 5 декабрендә вафат була.
Ижады
Очерктар китаптары
- «Переход» (1930)
- «Испытание» (1937)
- «Бог войны» (1942)
- «В Донбассе» (1946)
- «В одном населенном пункте» (1947)
- «Сим победили !» (1957)
- «Во имя будущего» (1958)
- «Строитель нового мира» (1960)
- Сценарий фильма «Наше сердце» (1946, Е. И. Габрилович менән берлектә)
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
— Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1948) — «В Донбассе» һәм «В одном населенном пункте» (1947) очерк китаптары өсөн.
— II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
— Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.21.1964)
— Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (04/18/1943)
— «Почёт Билдәһе» ордены (09/10/1974)
— «За оборону Москвы» миҙалы
— «За оборону Кавказа» миҙалы (4/11/1944)
— «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
— «Берлинды алған өсөн» миҙалы
Әҙәбиәт
- Писатели Москвы — участники Великой Отечественной войны. — М., 1997. — С. 105.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Галин Борис Абрамович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
Һылтанмалар
- Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.