Галин Лев Александрович
Галин Лев Александрович (15 (28 сентябрь) 1912 йыл, Богородск Горький өлкәһе — 16 декабрь 1981 йыл, Мәскәү) — совет ғалим-механигы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1953)[3].
Биографияһы
Күн заводы инженеры ғаиләһендә тыуған. Пролетар ғаиләһенән булмау сәбәпле юғары уҡыу йортона уҡырға инә алмай. Мәскәү күн сәнәғәте институтында ситтән тороп уҡый. 1939 йылда институтты «еңел сәнәғәт предприятиеларының механик һәм энергетика хужалығы» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай, «аяҡ кейеме етештереү» буйынса махсуслаша. Уҡыған йылдарында китапханасы булып эшләй (1931—1939). 1937—1940 йылдарҙа — күн сәнәғәте Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының кесе ғилми хеҙмәткәре.
Студент ваҡытында уҡ һығылмалыҡ теорияһы мәсьәләләрен хәл итеү менән шөғөлләнә. 1939 йылда «Прикладная математика и механика» журналында беренсе фәнни мәҡәләһен баҫтыра.
Фәнни өлкәлә тәүге уңыштары уға СССР Фәндәр академияһының механика институты аспирантураһына уҡырға инергә мөмкинлек бирә, уны «Методы решения смешанных задач теории упругости и задач упруго-пластического кручения стержней полигонального сечения» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап уңышлы тамамлай (1942), С. Г. Михлин ғилми етәксеһе була. Һуңыраҡ СССР Фәндәр академияһының механика институты докторантураһында уҡый (1942—1946). Н. Е. Кочин һәм Н. И. Мусхелишвили уҡыусыһы.
1941 йылдың ноябрь — декабрь айҙарында Мәскәүгә ингән ерҙә оборона ҡоролмалары төҙөүҙә ҡатнаша. 1942—1944 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының механика институты менән бергә Ҡазанда эвакуацияла була.
1946 йылдан — СССР Фәндәр академияһының механика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, шунда уҡ бүлек мөдире (1950—1952, 1961—1965). Фән докторы (1947). Урта машиналар төҙөү министрлығының п/я 975 предприятиеһында ныҡлыҡ бүлеге начальнигы (1952—1960). Ядро ҡоралы төҙөү эштәрендә ҡатнаша.
1965 йылдан — СССР Фәндәр академияһының механика проблемалары институтында, үҙле һығылмалы һәм дисперслы мөхиттәр механикаһы бүлеге мөдире.
1956 йылдан Мәскәү университеты профессоры, механика-математика факультетының һығылмалылыҡ теорияһы кафедраһында уҡыта (1955—1981). Үҙле һығылмалылыҡ теорияһының контакт мәсьәләләре буйынса ғилми йүнәлеште етәкләй һәм үҫтерә. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында — И. Г. Горячева.
Шулай уҡ Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһында педагогик эш алып бара.
Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса СССР Милли комитетының Тәүге составына инә (1956).
Төп хеҙмәттәре һығылмалыҡ теорияһы, һығылмалы-пластик мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса, шулай уҡ газ динамикаһы, шыйыҡлыҡтарҙы фильтрлау теорияһы, кавитация буйынса тикшеренеүҙәргә ҡағылышлы. Ул Г. П. Черепанов менән бергә артыҡ көс һалынған юғары ныҡлыҡтағы мурт материалдарҙа, тау тоҡомдарында үҙенән-үҙе емерелеү теорияһын тәҡдим итә. Ундай төрҙәге емерелеү тулҡыны детонацион тулҡынға оҡшаш: уның таралыуының үҙенән үҙе өҙөлмәй дауам итеү режимы потенциаль һығылмалы энергияның кинетик энергияға күсеүе арҡаһында тормошҡа ашырыла.
«Прикладная математика и механика» журналының баш мөхәррире[3] (1959—1981), журналдың яуаплы секретары (1950—1959).
Туңып үлә. Кунцево зыяратында ерләнгән, 10-сы участка (яңы территория).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (1945)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1946)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1953)
- Ленин ордены (11 сентябрь 1956 йыл) термойәҙрә бомбаһы эшләгән өсөн
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954, 1972, 1979)
- СССР Дәүләт премияһы (1986, үлгәндән һуң)
Хәтер
2012 йылдың 20-21 сентябрендә Мәскәүҙә Л. А. Галиндың 100 йыллығына арналған «Современные проблемы механики контактного взаимодействия» Халыҡ-ара конференцияһы үткәрелә[4].
Библиография
- Контактные задачи теории упругости. — М.: Гостехиздат, 1953. — 264 с.
- Контактные задачи теории упругости и вязкоупругости. — Наука, 1980. — 302 с.
- Упругопластические задачи / Н. Е. Арутюнян, Г. С. Шапиро. — М: Наука, 1984. — 232 с.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
- ↑ Галин Лев Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 1 2 Академия строительства и архитектуры СССР. Строительная механика и расчет сооружений. — 1982. — С. 63.
- ↑ Тематика и даты - Международная конференция "Современные проблемы механики", посвященная 100-летию Л.А. Галина. galin100.ipmnet.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2017.
Әҙәбиәт
- Галин Лев Александрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Лев Александрович Галин // ПММ, 1982, т. 46, вып. 1. — С. 169—172.
- Первый состав Российского национального комитета по теоретической и прикладной механике. Составители А. Н. Богданов, Г. К. Михайлов / под редакцией д-ра физ.-мат. наук Г. К. Михайлова. — Москва: «КДУ», «Университетская книга», 2018. — 70 с. ISBN 978-5-91304-805-9
Һылтанмалар
- Статья на сайте «Летопись Московского университета».
- О Льве Александровиче Галине на сайте ИПМех РАН.]