Георгий Мушников урамы (Өфө)
Георгий Мушников урамы — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының ИНОРС биҫтәһендә урынлашҡан[1]
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы Георгий Мушников хөрмәтенә аталған[2][3]
Бөгөнгө көндә райондың төп транспорт артерияһы булып тора. Урамдың оҙонлоғо километрҙан ашыу. Инорс менән Черниковка биҫтәләре араһындағы транспорт бәйләнешен яҡшыртыу өсөн Лихачев сәнәғәт үҙәгенән Машиналар етештереү урамына тиклем урамды оҙонайтыу пландары күҙ уңында тотола[4]
Почта индексы — 450039, 450043, ОКАТО коды — 80401370000.[5]
Урынлашыуы
Урам Фронт бригадалары урамынан башлана. Өфө йылғаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 750 метр һуҙыла. Баландин бульвары менән киҫешкәс, төньяҡҡа ҡарай борола һәм 500-ләп метрға һуҙыла.
Урамда йәмәғәт транспортының «Йорт өсөн тауарҙар магазины», «10-сы магазин», «Георгий Мушников урамы» туҡталыштары урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Список наименований улиц городского округа город Уфа Республики Башкортостан 2012 йылдың 23 май көнөндә архивланған.
- ↑ Российская газета. Для уфимской молодежи устроили экскурс в историю названий улиц
- ↑ Мушников Георгий Иустинович — на сайте «Герои страны»
- ↑ proufu.ru В Инорсе к 2025 году построят почти 8,5 тысяч квартир
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Список наименований улиц городского округа город Уфа Республики Башкортостан
- Журнал «Бельские просторы»- В честь героев
- ufarama.ru — Улица Мушникова