Мушников Георгий Иустинович

Биографияһы

Мушников Георгий Иустинович 1923 йылдың 7 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[1] Айбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

1941 йылда урта мәктәптә уҡыуынан айырылмай Өфө аэроклубын тамамлай. Артабан Пермь авиация лётчиктар училищеһына уҡырға инә.

Училищены тамамлағандан һуң, хәрәкәт итеүсе армияға ебәрелә. Воронеж, Дала, 1-се Украина, 2-се Украина фронттары ғәскәрҙәре составында немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта осоусы-штурмовик, звено командиры, эскадрилья (рус.)баш. командиры урынбаҫары, эскадрилья командиры була. «Ил-2» самолет-штурмовигында 185 хәрби осош яһай. Белгород, Курск, Харьков, Кировоград, Львов, Краков, Сандомир, Корсунь-Шевченко, Прага, Берлин һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы[3].

111 хәрби осош барышында дошмандың бихисап тере көсөн һәм хәрби техникаһын юҡ итә. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында командование заданиеларын (рус.)баш. уңышлы үтәгәне өсөн ике Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм күп миҙалдар менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Георгий Иустинович Мушниковҡа, Ленин ордены менән "«Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6074) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Һуғыш тамамлағандан һуң 1958 йылдың апреленә тиклем СССР-ҙың Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. Был ваҡыт эсендә самолеттарҙың 16 төрөндә, шул иҫәптән реактив самолет-истребителдәрҙә оса, йәш осоусыларҙы өйрәтә.

1958 йылда, армиялағы ҡыҫҡартыуҙар башланғас, подполковник дәрәжәһендә запасҡа сыға. Артабан 20 йыл Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә контролёр (рус.)баш., технолог, инженер вазифаһында хеҙмәт һала, шуларҙың 13 йылында, төп эшенән айырылмай, техник контроль бүлегенең партбюро секретары була.

1983 йылдың 3 февралендә вафат була, Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Советтар Союзы Геройы (1945)
  • Ленин ордены (1945)
  • ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943, 1944)
  • Александр Невский ордены (1945)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1956)
  • миҙалдар.
undefined
undefined

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Георгий Иустинович Мушниковтың исеме Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль (рус.)баш. районының урта дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы — Бөрө ҡалаһындағы лицейына бирелгән[5][6];
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Георгий Иустинович Мушниковтың исеме Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 74-се урта мәктәбе муниципаль автономлы дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелгән[7];
  • Өфө ҡалаһы Калинин районының Инорс биҫтәһендәге урамға Георгий Мушников исеме бирелгән. 2015 йылда бында мемориаль таҡтаташ асыла[8][9];
  • 2020 йылда Өфөнөң Инорс биҫтәһе Транспорт урамындағы 48/2-се өйгә Геройҙың граффити-портреты яһала[10];
  • 2001 йылда Өфөнөң 74-се урта мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған музей асыла.
  • 2008 йылда Рәсәй почтаһы Герой фоторәсеме менән художестволы конверт сығара.

Иҫкәрмәләр

  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы
  2. Ғ. Һ. Булатов, А. Р. Вәлиуллин. Мушников Георгий Иустинович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2025.
  3. Мушников Георгий Иустинович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2025. (рус.)
  4. Мушников Георгий Иустинович. Министерство обороны Российской Федерации. Сайт «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2025. (рус.)
  5. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2025. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2025. (рус.)
  7. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
  8. Олег Яровиков. В Уфе открыли мемориальную доску Герою Советского Союза Георгию Мушникову. ИА «Башинформ» (21 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2025. (рус.)
  9. УМПО установило в Уфе мемориальную доску Героя Советского Союза Г.И. Мушникова. Агентство «АвиаПорт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2025. (рус.)
  10. В Уфе завершаются работы по созданию граффити Георгия Мушникова. Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана» (16 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2025. (рус.)