Герта Мюллер

Герта Мюллер (нем. Herta Müller17 август 1953, Румынияның Банат өлкәһе Ницкидорф ауылы) — немец шағирәһе һәм яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, рәссам.  «Поэзияла һәм прозала фәҡирҙәрҙе эскерһеҙ һүрәтләгәне өсөн» әҙәбиәт буйынса  2009 йылғы Нобель премияһы лауреаты[8].

Биографияһы

Румынияның  немец телле әҙселеге (банат швабтары) ғаиләһендә тыуа. Олатаһы фермер һәм сауҙагәр була,   Икенсе донъя һуғышы ваҡытында  СС ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Румыния совет ғәскәрҙәре тарафынан алынғас, әсәһе немец булараҡ  Украина территорияһындағы лагерға депортациялана, 1950 йылда азат ителә[9][10].

Герта Тимишоара Көнбайыш университетын (West University of Timişoara) тамамлай,  унда румын һәм немец  әҙәбиәтен өйрәнә. 1976 йылдан заводта тәржемәсе булып эшләй,  1979 йылда Секуритате йәшерен полицияһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартҡаны өсөн  эшен юғалта.

Балалар баҡсаһында эшләй,  немец теле буйынса өйҙә дәрестәр бирә.  1982 йылда немец телендә тәүге «Уйһыулыҡтар» тигән китабын баҫтыра.

1987 йылда  ире яҙыусы Рихард Вагнер менән ГФР-ға күсә, Көнбайыш Берлинда йәшәйҙәр. Германия, АҠШ һәм башҡа илдәр университеттарында лекциялар уҡый. Әүҙем антикоммунистик ҡарашта тора. 

Шиғырҙар, проза, эсселар авторы. Рәссам һәм фотограф. Төп темаһы — ирекһеҙлек һәм көс баҫымы аҫтында йәшәү тәжрибәһе,  индивидуаль һәм күмәк хәтер, хәтерҙән ҡыҫырыҡлап сығарыу, амнезия, хәтерләргә теләмәү.   Мюллерҙың күп романдарында ваҡиғалар  Чаушеску осорондағы румын провинцияһында бара.

undefined

Йәмғиәттә танылыуы

Немец тел һәм поэзия академияһы ағзаһы (1995). Герта Мюллерҙың шиғырҙары, романдары, хикәйә һәм эсселары  Европаның күп телдәренә, шулай уҡ ҡытай һәм япон телдәренә тәржемә ителгән.

Күп һанлы әҙәби премиялар лауреаты. Шул иҫәптән 1998 йылғы Дублин әҙәби премияһы, 1999 йылғы Франц Кафка исемендәге Австрия премияһы һәм 2009 йылғы әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.  

2008 йылда Швеция Яҙыусылар союзы  Мюллерҙың «Король баш эйә һәм үлтерә» тигән йыйынтығын һуңғы осорҙа ҡатын-ҡыҙ авторҙар яҙған иң яҡшы 10 китап иҫәбенә индерә[11].

Әҫәрҙәре

undefined

Романдары:

  • Der Mensch ist ein großer Fasan auf der Welt (Берлин, 1987), в англ. пер. The Passport (1989)
  • Reisende auf einem Bein (1989)
  • Der Fuchs war damals schon der Jäger (Лиса тогда уже была охотником) (1992)
  • Herztier (Сердце-зверь) (1994)
  • Heute wär ich mir lieber nicht begegnet (Лучше бы я себя сегодня не встречала) (1997)
  • Atemschaukel (Вдох-выдох) (в соавторстве с Оскаром Пастиором, 2009)[12]

Поэзия:

  • Im Haarknoten wohnt eine Dame (Женщина живет в пучке волос) (2000)
  • Die blassen Herren mit den Mokkatassen (2005)

Проза һәм эссе йыйынтыҡтары:

  • Niederungen (Низина) (Бухарест, 1982)
  • Drückender Tango (Тягостное танго) (Бухарест, 1984)
  • Barfüßiger Februar (Босоногий февраль) (1987)
  • Wie Wahrnehmung sich erfindet (1990)
  • Der Teufel sitzt im Spiegel (Дьявол пребывает в зеркале) (1991)
  • Eine warme Kartoffel ist ein warmes Bett (1992)
  • Der Wächter nimmt seinen Kamm (1993)
  • Angekommen wie nicht da (1994)
  • Hunger und Seide (Голод и шелк) (1995)
  • In der Falle (1996)
  • Der fremde Blick oder das Leben ist ein Furz in der Laterne (1999)
  • Heimat ist das, was gesprochen wird (2001)
  • Der König verneigt sich und tötet (Король кланяется и убивает) (2003)

рус телендә сыҡҡан китаптары:

  • Сердце-зверь: Роман. [Пер. с нем. Г. Снежинской]. — СПб.: «Амфора». ТИД Амфора, 2010. — 255 с. (Тираж 3000 экз.) ISBN 978-5-367-01644-4
  • Качели дыхания: Роман. — СПб.: «Амфора», 2011

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Herta Müller. / Haines B., ed. — Cardiff: University of Wales Press, 1998
  • Predoiu G. Faszination und Provokation bei Herta Müller: eine thematische und motivische Auseinandersetzung. — Frankfurt/Main; N. Y.: P. Lang, 2001.
  • Herta Müller. — Ҡалып:Münch.: Richard Boorberg, 2002.
  • Daum T., Geissler K.-F. Herta Müller: eine Würdigung. — Ҡалып:Fr./M.: Brandes & Apsel, 2003
  • Schau A. Leben ohne Grund: Konstruktion kultureller Identität bei Werner Söllner, Rolf Bossert und Herta Müller. — Bielefeld: Aisthesis, 2003.
  • Dascălu B. M. Held und Welt in Herta Müllers Erzählungen. — Ҡалып:Hamb.: Dr. Kovac̆, 2004.
  • Bozzi P. Der fremde Blick: zum Werk Herta Müllers. — Würzburg: Königshausen & Neumann, 2005.
  • Johannsen A. K. Kisten, Krypten, Labyrinthe, Raumfigurationen in der Gegenwartsliteratur: W.G. Sebald, Anne Duden, Herta Müller. — Bielefeld: Transcript, 2008.

Һылтанмалар

руссаға тәржемәләр:

Уның тураһында: