Голубков Николай Николаевич
Никола́й Никола́евич Голубко́в (1920 йылдың 25 апреле, Бәләбәй районы — 1945 йылдың 9 авгусы, Фуюань[d], Саньцзян[d]) — СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының совет-япон һуғышында һәләк булған яугиры. Йөҙөүсе зенит батареяһының отделение командиры, 1-се статья старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Биографияһы
1920 йылдың 25 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге — Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы биләмәләрендәге бөткән) Дмитриевка ауылында тыуған[1].
Урта белем алған, Абдуллино станцияһында «Заготзерно» контораһында эшләгән. 1940 йылда СССР Хәрби-Диңгеҙ флотына хеҙмәткә саҡырыла. Уҡыу отрядынан һуң алыҫлыҡты үлсәүсе, Амур хәрби флотилияһы 67-се айырым артиллерия дивизионының (рус.)баш. радистар отделениеһы командиры, отделение командиры, һуңынан шул уҡ флотилияның «ПВО-1232» йөҙөүсе зенит батареяһы комендор-зенитсылар отделениеһының командиры булып хеҙмәт итә. Совет-япон һуғышында батырлыҡ күрһәтә[2].
1945 йылдың 9 авгусында Фуюань ҡалаһына десант барышында Голубковтың отделениеһы дзоттарҙа (рус.)баш. һәм ҡала биналарында урынлашып алған дошмандың көслө ҡаршылығына тап була. Голубков беренсе булып дошман дзотына барып инә һәм унда булғандарға гранаталар ташлай, әммә үҙе лә үлемесле яралана[3][4][5][6].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 14 сентябрендәге Указы менән 1-се статья старшинаһы Николай Голубков үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Шулай уҡ Ленин ордены һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[7]. Карап экипажы исемлегенә мәңгелеккә индерелә.
Хәтер
- Бәләбәй һәм Хабаровск ҡалаларында Н. Н. Голубковҡа һәйкәлдәр ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 И. Ғ. Кәримова. Голубков Николай Николаевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (8 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (баш.)
- ↑ Н. В. Уфаркин. Голубков Николай Николаевич. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026)
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026)
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026)
- ↑ Рядом находятся могилы контр-адмиралов Николая Николаевича Несвитского (1883—1945) и Неона Васильевича Антонова (1907—1948) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026)
- ↑ Голубков Николай Николаевич. Сайт Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Подвиги Героев Советского Союза. М., 1981.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Голубков Николай Николаевич (баш.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Голубков Николай Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Голубков Николай Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Сайт Министерства обороны Российской Федерации «Память народа» Голубков Николай Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Голубков Николай Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Официальный сайт. Голубков Николай Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).