Зәңгәр ут

«Зәңгәр ут» (рус. Голубой огонёк) — 1962 йылдың 6 апреленән 1987 йылға тиклем СССР Үҙәк телевидениеһы эфирына сыҡҡан музыкаль-күңел асыу телепрограммаһы[1][2].

1998 йылдан алып «Рәсәй-1» телеканалында яңы йыл төнөндә "Шаболовкала Зәңгәр ут тапшырыуы булараҡ сыға. Ғәҙәттә, Иҫке Яңы йылда ҡабатлап күрһәтелә[3], әммә трансляция датаһы үҙгәрергә лә мөмкин (мәҫәлән, Раштыуаға йәки ғинуарҙың һәр йомаһына).

Тәүҙә программа ял көндәрендә күрһәтелә, һуңынан байрам һәм ял көндәренә күрһәтелә башлай. Тапшырыу сығарылыштарында билдәле совет опера, балет, оперетта, цирк, халыҡ һәм эстрада музыкаһын башҡарыусылар, шулай уҡ почётлы ҡунаҡтар — космонавтар, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, күренекле хәрби эшмәкәрҙәр, производство алдынғылары, фән һәм сәнғәт вәкилдәре ҡатнаша. 1962 йылды почётлы ҡунаҡ — космонавт Юрий Гагарин була.

undefined

Тарихы

Идеяһы

Яңы тапшырыу булдырыу идеяһы 1960 йылда Мәскәүҙең Горький урамында йәштәр кафеһы асылғас барлыҡҡа килә. Бында төрлө диспуттар үтә, артистар сығыш яһай, шағирҙар шиғырҙарын уҡый. Үҙәк телевидениеның музыкаль программалар баш редакцияһында эстрада бүлеге мөдире Виктор Черкасов, режиссёрҙар Юрий Богатырёв менән Алексей Габрилович, мөхәррир Валентина Шатрованан торған ижади төркөм ойошторола. Башта улар йәштәр кафеһы етәкселәре менән берлектә залдан тура эфир үткәрергә планлаштыра, әммә һуңынан айырым телетапшырыу файҙаһына был идеянан баш тарталар. Шул уҡ ваҡытта өҫтәлдәр ҡуйып һәм, билдәле мәҙәниәт, тетар һәм кино эшмәкәрҙәре, производство алдынғылары кофе эсергә ингән, тигән фабуланы һаҡлап ҡалып, кафе атмосфераһын сағылдыралар[1].

Тәүҙә программа «Телевизион кафе» тип атала, һуңынан — «Ут алырға», шунан «Зәңгәр утҡа» тип үҙгәртелә (аҡ-ҡара төҫлө телевизорҙарҙың экранынан төшкән зәңгәрһыу төҫ күҙ уңында тотола) һәм, ниһайәт, — «Зәңгәр ут» атамаһын ала. Иң беренсе алып барыусы актёр Алексей Полевой була.

Эфирҙа

1962 йылдың 6 апрелендә программа беренсе тапҡыр эфирға сыға. Алып барыусылар өҫтәлдән-өҫтәлгә йөрөп, йылы, дуҫтарса аралашыу мөхитен тыуҙырырға тырыша[1][4].

Беренсе тапшырыу директоры Аркадий Евгеньевич Алексеев, йылдың планетала иң билдәле кешеһен — Юрий Гагаринды башҡа билдәле ҡунаҡтар, хәрбиҙәр, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре менән бер тигеҙ итеп таныштырырға тәҡдим итә, сөнки телевизор ҡараусыларҙың 1961—1962 йылдар легендаһына иғтибары шул тиклем ҙур була, талетапшырыуҙың башҡа материалы уның фонында юғалып ҡала: һәр кем кешелек тарихындағы беренсе космонавты ҡарарға тырыша.

Тәүҙә «Зәңгәр ут» һәр аҙна шәмбе төнгө 11-ҙән төн уртаһына тиклем сыға, һуңынан: 8 март, 1 май, Яңы йыл байрамдарына ғына ҡалдырыла.1964 йылдың 15 февралендә 100-сө юбилей тапшырыуы сыға[5]. 1960 йылдарҙа тапшырыу «Телевизион театр»ҙа (хәҙер «Яузалағы һарай»), һуңынан Останкинола төшөрөлә. Ҙур студия асылғас (600 м²), мөмкинлектәр киңәйә: эстрада оркестрҙарын, хореография коллективтарын, Ҙур театрҙың опера һәм балет солистары, Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге музыкаль театр артистары, мәскәү оперетто тетары саҡырыла. Тапшырыуҙарҙың береһе Уветной бултварҙағы циркта төшөрөлә, алып барыусылар билдәле клоундар, ә ҡунаҡтар — цирк артистары һәм эстрада йырсылары була. Ҡунаҡтар манежға ҡуйылған өҫтәлдәр артында ултыра[1].

Яңы 1964 йылға тапшырыу был 1963 йыл һуңында ике өлөштә, ике төрлө төркөм тарафынан төшөрөлә: беренсе, Яңы йыл алды (режиссёры Эдуард Абалов) тамашаһы ҡатнаш төшөрөүҙәр булған фильм-концерт була; икенсе өлөшө (режиссёры Е. Ситникова) формаль булмаған, тәбиғи мөхиттәге «тура эфир» рәүешендә.

"Огонёк"та алдынға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһай, ҡунаҡтар производство алдынғылары, космонавтар, күренекле хәрбиҙәр, фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ социалистик илдәр вәкилдәре була]. Яңы йыл "Зәңгәр ут"тарының мотлаҡ атрибуты булып тәбиғи мөхит студия буйлап осоп йөрөгән серпантин, совет шампан шарабы һәм һый аша сағылдырыла[4]. 1960 һәм 1970 йылдар тапшырыуҙарында барлыҡ ҡатнашыусылар — сығыш яһаусы артистар ҙа, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа өҫтәл артында ултыра. Программала ҡатнашыусылар телетамашасыларҙы сиратлап ваҡиға айҡанлы ҡотлағас, артистар сығыш яһау өсөн сәхнәгә сыға. Һуңынан "Зәңгәр ут"тар тетарлаштырылған тамаша формаһына күсә.

1987 йылдан, үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында, яңы йыл телеконцерттары «Зәңгәр ут» тип аталыуҙан туҡтай[2]. Шул уҡ йылда ғәҙәти булмаған «Зәңгәр ут» сыға. Уны Мәскәүҙең төрлө урындарында: «Арбат» ресторанында, «Коломенское» музей-ҡурсаулығында, «Останкино» концерт студияһында һәм «Останкино» телеүҙәгендә төшөрәләр. Ҡатнашыусылар араһында ABBA швед төркөмөнөң «С новым годом» хитын башҡарған Марина Капуро, шулай уҡ Һиндостанда СССР Фестивале сиктәрендә Делиҙа концерттар менән сығыш яһаған Алла Пугачёва менән Валерий Леонтьев була. Финалда «Замыкая круг» йыры башҡарыла.

Хәҙерге заман

1994 йылдан «РТР» телеканалында Яңы йыл музыкаль-күңел асыу программаһы сыға. 1990 йылдар һуңында «Зәңгәр ут» традицияһын кире ҡайтарырға ниәтләй. Тергеҙелгән тапшырыуҙың беренсе сығарылышы 1999 йылды ҡаршылағанда эфирға сыға[6].

Оҙаҡ ваҡыт шоуҙа билдәле йырҙар ғына түгел, ә 2005 йылдан башлап барлыҡ ҡатнашыусылар башҡарыуында[7] уҙған йылдарҙа яңғыраған йырҙарҙың текстары үҙгәртелгән варианттары башҡарыла (мәҫәлән, «Пять минут»). Уларҙы Алексей Каранович менән Светослав Пелишенко яҙа[8]. Вафатына тиклем сценарийҙарҙы «Оддесские джентельмены» КВН командаһының элекке художество етәксеһе Ян Гельман яҙа[9],2014 йылға тиклем алып барыусылар ДГУ КВН театры авторҙары Григорий Гельфер менән Евгений Гендин[10][11], 2022 йылға тиклем Игорь Осипов менән Олег Россиин була.

2008 йылдың декабренән 2021 йылдың декабренә тиклем шул уҡ павильонда шул уҡ ижади төркөм көсө менән, әммә башҡа декорацияла «Йондоҙҙарҙың Яңы йыл парады» проекты төшөрөлә[12]. Ул эфирға 31 декабрҙең һуңғы сәғәттәрендә сығарылып, Рәсәй Президентының Яңы йыл мөрәжәғәте алдынан тамамлана[13]. «Зәңгәр ут» атамаһы яңы йыл эфирының төн уртаһынан һуң сыҡҡан өлөшөндә һаҡланып ҡала.

Алып барыусылар

1962—1989 йылғы сығарылыштар (СССР)

  • Алексей Полевой
  • Людмила Сухолинская менән Юрий Благов (циркка бағышланған 1962 йылғы сығарылыш[14])
  • Лев Миров
  • Марк Новицкий
  • Татьяна Шмыга (1965—1966)
  • Михаил Ножкин
  • Эльмира Уразбаева
  • Анна Шатилова
  • Алла Пугачёва (1977)
  • Игорь Старыгин (1977)
  • Станислав Микульский (1977)
  • Валерий Золотухин (1979)
  • Николай Караченцов (1979)
  • Олег Соколовский (1972)
  • Татьяна Судец (1972 йылдан)
  • 1963 йыл: Игорь Кириллов, Анна Шилова, Светлана Моргунова, Валентина Леонтьева, Евгений Суслов, Светлана Жильцова
  • 1964 йыл: Игорь Кириллов, Анна Шилова, Светлана Моргунова, Светлана Жильцова, Виктор Балашов, Владимир Ухин, Нина Кондратова
  • 1965 йыл («Яңы йыл йәрминкәһе»): Игорь Кириллов, Анна Шилова, Виктор Балашов, Нина Кондратова һәм Олег Попов
  • 1966 йыл («Яңы йыл календары»):
  • 1967 йыл («Рус урманы әкиәттәре»): Олег Анофриев, Евгений Леонов, Виктор Хохряков
  • 1968 йыл («Иң бейек…»): Галина Писаренко, Василий Меркурьев, Всеволод Сафонов, Николай Рыбников һәм Владимир Белокуров.
  • 1969 йыл («Зәңгәр экран дуҫтарына»): Игорь Кириллов, Валентина Леонтьева, |Виктор Балашов, Нина Кондратова, Светлана Моргунова, Нонна Бодрова
  • 1980 йыл: Валентина Леонтьева, Анна Шилова һәм Игорь Кириллов
  • 1981 йыл: Андрей Мартынов менән Марина Бурцева
  • 1982 йыл: Татьяна Веденеева, Лев Лещенко, Владимир Конкин
  • 1983 йыл: Владимир Басов, Ирина Мирошниченко һәм Александр Михайлов
  • 1984 йыл: Михаил Державин, Майя Сидорова, Татьяна Ромашина
  • 1985 йыл: алып барыусы булмай
  • 1986 йыл: Александр Абдулов менән Семён Фарада, Леонид Ярмольник һәм Лариса Удовиченко
  • 1987 йыл: алып барыусы булмай
  • 1988 йыл: Илья Олейников, Владимир Границын, Александр Ширвиндт менән Михаил Державин, Юрий Николаев
  • 1989 йыл («Яңы йыл тамашаһы»): Татьяна Веденеева, Всеволод Ларионов, Семён Фарада, Евгений Евстигнеев, Марина Бурцева, Виктор Павлов, Леонид Ярмольник, Эрванд Арзуманян.
undefined

1998 йылдан (Рәсәй Федерацияһы)

  • 1999 йыл: Владимир Березин, Левон Оганезов, Игорь Угольников, Михаил Швыдкой
  • 2000 йыл: Алла Пугачёва, Михаил Швыдкой, Илья Олейников, Юрий Стоянов, Евгений Петросян
  • 2001 йыл: Михаил Задорнов, Алла Пугачёва, Марина Могилевская, Василий Кикнадзе, Левон Оганезов
  • 2002 йыл: Татьяна Веденеева, Михаил Задорнов, Марина Могилевская, Василий Кикнадзе, Сергей Шустицкий, Левон Оганезов
  • 2003 йыл: Татьяна Веденеева, Михаил Задорнов, Марина Голуб, Левон Оганезов
  • 2004 йыл: Наташа Королёва, Иван Ургант, Леонид Ярмольник, Татьяна Веденеева, Кристина Орбакайте, Илья Олейников, Юрий Стоянов
  • 2005 йыл: Иван Ургант, Кристина Орбакайте, Николай Басков, Оксана Фёдорова, Илья Олейников, Юрий Стоянов, «Новые русские бабки»
  • 2006 йыл: Николай Басков, Кристина Орбакайте, Алексей Чумаков, «Новые русские бабки»
  • 2007 йыл: Кристина Орбакайте, Алла Пугачёва, «Новые русские бабки»
  • 2008 йыл: Анастасия Заворотнюк, Николай Басков, Дмитрий Губерниев, Мария Ситтель, Михаил Зеленский
  • 2009 йыл: Максим Галкин, Дмитрий Губерниев, Оксана Фёдорова, Анна Семенович
  • 2010 йыл: Николай Басков, Оксана Фёдорова, Дмитрий Губерниев, Мария Ситтель
  • 2011 йыл: Николай Басков, Алла Пугачёва, Дмитрий Губерниев, Мария Ситтель
  • 2012—2013 йылдар: Николай Басков, Ольга Шелест, Дмитрий Губерниев, Мария Ситтель
  • 2014 йыл: Николай Басков, Валерия, София Ротару, Дмитрий Губерниев
  • 2015 йыл: Николай Басков, Анастасия Макеева, Дмитрий Губерниев, Мария Ситтель
  • 2016 йыл: Николай Басков, Анастасия Макеева, Юрий Гальцев, Нонна Гришаева, Дмитрий Губерниев, Мария Ситтель
  • 2017 йыл: Николай Басков, Наталия Медведева, Юрий Гальцев, Нонна Гришаева, Дмитрий Губерниев, Мария Ситтель
  • 2018 йыл: Николай Басков, Наталия Медведева, Кристина Орбакайте, Андрей Малахов, Юрий Гальцев, Нонна Гришаева
  • 2019 йыл: Николай Басков, Наталия Медведева, Андрей Малахов, Анна Ковальчук
  • 2020 йыл: Николай Басков, Наталия Медведева, Дмитрий Губерниев, Мария Ситтель, Андрей Малахов, Анна Ковальчук
  • 2021—2022 йылдар: Николай Басков, Наталия Медведева, Мария Ситтель, Андрей Малахов
  • 2023 йыл: Николай Басков, Ангелина Вовк[15], Андрей Малахов, Татьяна Веденеева, Дмитрий Губерниев, Мария Ситтель
  • 2024 йыл:
undefined

Тапшырыуҙы төшөрөү

Тапшырыу, ғәҙәттә, йыл һайын «Мосфильм» киностудияһы павильонында ноябрь һуңында — декабрь башында төшөрөлә, уның Шаболовканан ҡалған «мираҫы» — декорациялағы Шухов башняһы (уны программаның заставкаһында күрергә мөмкин). Саҡырылған артистарҙан һәм VIP-ҡунаҡтарҙан тыш тапшырыуҙа тамашасылар ҙа ҡатнаша. Улар барыһы ла тапшырыуҙы төшөрөү мәғлүмәтен таратмау тураһында договор төҙөй, тапшырыуҙы төшөрөү барышында фотоға төшөрөү ҙә тыйыла[16][17].

2025 йыл «Зәңгәр уты» 2024 йылдың 10 ноябренән 1 декабренә тиклем бара, тамашасылар кастинг агентлыҡтары һәм телеканалдың сайтындағы белдереү аша йыйыла[18]. Тамашала артистарҙан — Григорий Лепс, Shaman, Полина Гагарина, Николай Басков, Сергей Лазарев, Николай Расторгуев, Лариса Долина, Владимир Пресняков, Олег Газманов һәм башҡалар ҡатнаша[19]. Киң мәғлүмәт саралары элек проектта ҡатнашҡан, 2024 йылда саҡырылмаған артистарҙың «ҡара исемлеген» баҫтыра. Улар араһында Наталья Чистякова-Ионова, Slava Marlow, Кристина Орбакайте бар[20][17][21].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Рождение «Голубого Огонька». Музей ТВ и радио в Интернете. — Очерк В. Шатровой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2019.
  2. 1 2 История «Голубого огонька»: когда зажегся, как сиял и почему потух? Правила жизни. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2023.
  3. Телелидеры с Ариной Ъ-Бородиной. Коммерсантъ (19 ғинуар 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2021. Архивировано 15 апрель 2021 года.
  4. 1 2 Секрет бессмертия: как изменился «Голубой огонек»
  5. Газета «Программы Центрального телевидения», 1964—№ 6, от 6 февраля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
  6. Красно-бело-голубой огонёк. Огонёк (26 декабрь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2018. Архивировано 26 декабрь 2017 года.
  7. Десять секретов "Голубого огонька". Vesti.ru (26 декабрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2021. Архивировано 14 март 2018 года.
  8. Зритель предпочел "Голубой огонёк". СМИ.Ru (13 ғинуар 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2018. Архивировано из оригинала 12 июнь 2018 года.
  9. Сергей Осташко. Человек из отдела спецпроектов. Вечерний город (6 февраль 2010).
  10. Григорий Гельфер: «Ресурс ещё не исчерпан!» Хайвей (26 май 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2021. Архивировано 12 июнь 2018 года.
  11. Елена Мисник. Знакомьтесь, просто Гендин из Днепра. Наше місто (2 ноябрь 2017).
  12. Сергей Цыгипа. Новогодний сказ. Детектор медиа (3 ғинуар 2012). — «Гендин: "Я немножко пролью свет. Дело в том, что Квартал писал подводки для ведущих в этом проекте. А песни писали мы с соавтором (никакой анонимности — авторы Кабаре «Веселый песецЪ» (Театр КВН ДГУ). Я думаю, что Стоянов сам написал диалог с Бабкиной (или его авторы?). Тут никакой конспирологии. Мы уже лет 10 сотрудничаем с каналом «Россия». «Парады звезд» пишутся в сентябре-октябре, снимаются в ноябре (за исключением форс-мажоров)".»
  13. Новогодняя неделя на канале «Россия». Примадонна зажжёт "Огонек". Комсомольская правда (29 декабрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2021. Архивировано 15 апрель 2021 года.
  14. Сайт «Ностальгия Pro». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
  15. Ирина Петровская. ТВ, которое имеет народ. Итоги новогоднего телесмотрения. Новая газета. Европа (13 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2023. Архивировано 14 ғинуар 2023 года.
  16. Елизавета Терешкова. «Голубой огонёк — 2024»: Как проходят съёмки новогоднего шоу и что известно о программе сегодня. Life.ru (14 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2024.
  17. 1 2 Мария Баранова. Составлен список артистов, которых покажут на ТВ в новогоднюю ночь. News.ru (8 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2024.
  18. Ирина Викторова. В «Огоньках» на ТВ появятся новые лица: Татьяна Куртукова, Миа Бойка и SHAMAN споют на Новый год. Комсомольская правда (26 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2024.
  19. Определены звезды, которые появятся в новогодних телепередачах. Росбалт (26 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2024.
  20. Анастасия Николаева. Глюкозу после штрафа за наркотики вычеркнули из «Голубого огонька». Российская газета (22 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2024.
  21. «Голубой огонёк» без Киркорова, Реввы и Орбакайте: В России вновь пытаются составить чёрные списки. Царьград ТВ (5 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2024.