Иҫкесә Яңы йыл
Иҫкесә Яңы йыл (рус. Ста́рый Но́вый год) — Юлиан календары (иҫке стиль) буйынса Яңы йыл. Рәсми булмаған байрам.
Иҫкесә Яңы йыл 13 ғинуарҙан 14 ғинуарға ҡарай төндә башлана, был даталар иҫке стиль буйынса 31 декабргә һәм 1 ғинуарға тап килә[1]. Байрамдың килеп сығыуы юлиан календарынан григориан календарына, йәғни яңы стилгә (рус.)баш. күсеү һәм даталарҙы алға күсереү менән бәйле. Шулай итеп, яңы стиль буйынса рәсми байрам ителгән Яңы йылға өҫтәп уны иҫке стиль менән тағы ла бер тапҡыр билдәләү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Йола буйынса сиркәүҙәре Юлиан календары буйынса 25 декабрҙә (7 ғинуарҙа) Раштыуа байрамын билдәләгән илдәрҙә билдәләнә. Шуға ярашлы, «Иҫке Яңы йыл» датаһы Юлиан календары буйынса Яңы йылға тап килә. Байрамдың килеп сығышы Раштыуа байрамы, календарь йолаһы буйынса, Яңы йыл алдынан булырға тейеш булыуы менән нигеҙләнә. Шулай уҡ православие сиркәүендә григориан Яңы йылына Раштыуа посы тура килә, сөнки мул табын, күп ашау һәм күңел асыу тыйыла.
«Иҫкесә Яңы йыл» һүҙбәйләнеше — мәғәнәһе буйынса ҡапма-ҡаршы һүҙҙәрҙе берләштергән стилистик алым — оксюморон (рус.)баш. өлгөһө.
Байрам географияһы
Яңы йылды иҫкесә билдәләү — был байрам Юлиан календары буйынса һаҡланған йәки тейешле тарихи йолалар көслө булған ҡайһы бер илдәрҙә таралған.
Байрам элекке Советтар Союзы дәүләттәрендә, шул иҫәптән Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Грузия, Әрмәнстан һәм Молдавияла, шулай уҡ Балтик диңгеҙе буйындағы илдәрҙәге православие общиналары (рус.)баш. араһында популяр[2][3].
Сербия, Черногория, Төньяҡ Македония, Греция, Румыния һәм Хорватияның православие динен тотоусы райондарында ла был йола саралары киң таралған[2], Греции, Румынии и в православных районах Хорватии[4]. Босния һәм Герцеговина байрамды Серб Республикаһында билдәләй.
Төрлө илдәрҙә
Рәсәй
1699 йылдың 30 декабрендә Пётр I Рәсәй империяһында йыл башын Юлиан календары буйынса 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсереү тураһында ҡарар сығара. Яңы йылды иҫкесә билдәләү йолаһы 1918 йылда григориан календары индерелгәндән һуң барлыҡҡа килә[5], һөҙөмтәлә Юлиан календарындағы 1 ғинуар хәҙер ҡабул ителгән григориан календарындағы 14 ғинуарға тура килә.
Һорауҙарға яуап алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2024—2025 йылдарҙа Иҫкесә Яңы йылды Рәсәй халҡының 58—59 проценты билдәләй, шул уҡ ваҡытта, 2009 йылда уны халыҡтың 67 проценты билдәләгән булған. Был йола 60 йәштән өлкәндәр (66 процент) һәм ауылдарҙа йәшәүселәр араһында (64 процент), шулай уҡ Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарында (64—65 процент) ныҡ таралған. Байрамды 35 йәшкә тиклемге йәштәр, юғары белемлеләр һәм Мәскәү менән Санкт-Петербург халҡы һирәгерәк билдәләй. Рәсәйҙәрҙең 65 проценты Иҫкесә Яңы йыл көнөн рәсми ял итеү тәҡдимен хупламай.
Байрам итеүселәрҙең күбеһе Иҫкесә Яңы йылды өйҙә — ғаиләлә ҡаршылай[6]. Төп саралар мул ғына аш-һыулы табын ҡороуға һәм артабан телетапшырыуҙар ҡарауға ҡайтып ҡала. Шулай уҡ традицион, мәҫәлән, «Оливье» салаты кеүек ризыҡ әҙерләү, «сюрпризлы» вареник бешереү ҙә һаҡланып килә[7].
Элекке СССР
СССР тарҡалғандан һуң, Рәсәйҙән тыш Иҫкесә Яңы йылды элекке совет республикалары (Белоруссия, Ҡаҙағстан, Украина, Грузия, Молдавия, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан), Әзербайжан, Үзбәкстан (халыҡтың 40 процент самаһы) билдәәләй. Байрам Балтик диңгеҙе буйы илдәренең урыҫ телле һәм православие динен тотоусы халҡы араһында һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәгән элекке СССР-ҙан сыҡҡан эмигранттар (рус.)баш. араһында популяр булып ҡала.
Элекке Югославия
Иҫке Яңы йылды байрам итеү йолаһы Сербияла һәм Черногорияла һаҡланып ҡалған. Сербтар был байрамды Серб Яңы йылы тип атай. Шулай уҡ Төньяҡ Македонияла Иҫкесә Яңы йыл билдәләнә. Серб Республикаһында (Босния һәм Герцеговина өлөштәре) 14 ғинуар ял көнө тип иғлан ителгән[8]. Байрам шулай уҡ Хорватиялағы серб православие халҡы араһында һаҡлана, унда саралар локаль һәм община характерында үтә.
Швейцария
Юлиан календары буйынса Иҫкесә Яңы йыл (изге Сильвестер көнө, немец телендә Alter Silvester) шулай уҡ Швейцарияның ҡайһы бер немец телле кантондарында билдәләнә. Рәсәйҙән айырмалы рәүештә, был сиркәүҙең йоғонтоһо түгел, ә халыҡтың григориан календарына күсеүҙән баш тартыуы менән бәйле (протестант Швейцарияһында был күсеү XVII—XVIII быуаттарҙа булған).
Уэльс
Уэльста (Бөйөк Британия) «Хен Галан» тип аталған Иҫкесә Яңы йыл аналогы (рус.)баш. бар, был юлиан календары буйынса яңы йыл башланыуын аңлата. Был көндө балаларға тәм-том бүләк итәләр.
Греция
Иҫкесә Яңы йылды билдәләү йолаһы Грецияла ла һаҡланып килә.
Румыния
Бында Иҫкесә Яңы йыл 13 ғинуарҙан 14 ғинуарға ҡараған төндә билдәләнә. Байрам дөйөм милли кимәлдә үтмәй, уны башлыса юлиан календарын тотҡан милли аҙсылыҡ вәкилдәре: урыҫтар-липовандар, Румыния украиндары һәм сербтар билдәләй[9].
Алжир, Марокко, Тунис
Төньяҡ Африканың аҫаба халҡы берберҙар Яңы йылды ғәҙәттә бербер календары буйынса билдәләй, ул Юлиан календарына оҡшаш, тик бер аҙ айырмаһы бар. Алжирҙа килеп тыуған хаталар арҡаһында бербер яңы йылы 14 ғинуар урынына 12 ғинуарҙа билдәләнә. Алжир президенты указы менән 2017 йылдың 27 декабрендә 12 ғинуар ял көнө тип иғлан ителгән[10].
Япония
Японияла 1873 йылдан рәсми Яңы йыл григориан календары буйынса 1 ғинуарҙа билдәләнә. Әммә иҫке яңы йыл тип (япон. 旧正月кю:се:гацу) Японияла ғәҙәттә юлиан календары буйынса килгән байрам түгел, ә «риссюн» (япон. 立春) тип аталған байрамды яҙ башы көнө (шулай уҡ был Ҡытай ауыл хужалығы календары буйынса ла) тип ҡабул итәләр[11]. Ҡағиҙә булараҡ, риссюн григориан календары буйынса 4 февралгә тура килә. Иҫкесә Яңы йыл көнөндә изге урындарға барырға мөмкин, япондар аллаларға киләһе йылда һаулыҡ һәм сәскә атыу өсөн доға ҡыла.
Мәҙәниәттә
- Михаил Рощиндың «Иҫкесә Яңы йыл» пьесаһы (1967).
- Андрей Вознесенскийҙың «Иҫкесә Яңы йыл» шиғыры (1975).
- Олег Ефремов һәм Наум Ардашниковтың «Иҫке Яңы йыл» (1980, СССР, Михаил Рощин пьесаһы мотивтары буйынса) нәфис фильмы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Старый Новый год. Ведомости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 В каких странах отмечают Старый Новый год. Yakutia-Daily.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
- ↑ Старый Новый год-2025: какого числа отмечают, как появился праздник, приметы и традиции. vtomske.ru (13 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Сербы отпраздновали Старый Новый год. Balkanist (14 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Декрет СНК гласил: «Первый день после 31 января этого года считать не 1-м февраля, а 14-м февраля, второй день считать 15-м и т. д.» (О введении западно-европейского календаря // Собрание узаконений РСФСР. Собрание узаконений и распоряжений рабочего и крестьянского правительства. П., 1918, № 19, ст. 289). (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026)
- ↑ Иҫке Яңы йыл — 2024. вциом. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Исследование: 36% россиян будут есть «Оливье» в Старый Новый год. БезФормата - Санкт-Петербург. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Doček pravoslavne Nove godine u Srpskoj (босн.). Mondo.ba. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Anul Noul 2024 pe rit vechi. Cine sărbătorește Revelionul în noaptea de 13 spre 14 ianuarie. Tradiții și obiceiuri ale minorităților din România la trecerea dintre ani (рум.). Ziarul Unirea. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Йеннаер — берберский Новый год в Алжире. rus.team. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Дэлби Лайза Крифилд|Liza Crihfield Dalby. Geisha (Vintage, 2000, с. 124) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026)
Һылтанмалар
- Сайт «Православие.Ru». Ольга Глаголева. 1 января 2007 года. «Старый или новый?» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026)
- Сайт «pero.su». Наталья Гончарова. «Старый Новый год» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026)
- Happy Old New Year! (инг.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026)