Рәсәйҙә Иҫкесә Яңы йыл

Рәсәйҙә Иҫке Яңы йыл (Рәсәйҙә Иҫкесә Яңы йыл; рус. Старый Новый год в России‎‎ — Рәсәй империяһында Октябрь революцияһына тиклем 14 ғинуарға ҡараған төндә[1] билдәләнгән рәсми булмаған байрам[2]. Дәүләттең яңы календарға күсеүенә һәм 1 ғинуарҙы 13 көнгә артҡа күсереүгә бәйле[3].

Иҫкесә Яңы йыл 13 ғинуарҙан 14 ғинуарға ҡарай төндә башлана, был даталар иҫке стиль буйынса 31 декабргә һәм 1 ғинуарға тап килә[4]. Байрамдың килеп сығыуы юлиан календарынан григориан календарына, йәғни яңы стилгә (рус.)баш. күсеү һәм даталарҙы алға күсереү менән бәйле. Шулай итеп, яңы стиль буйынса рәсми байрам ителгән Яңы йылға өҫтәп уны иҫке стиль менән тағы ла бер тапҡыр билдәләү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

Йола буйынса сиркәүҙәре Юлиан календары буйынса 25 декабрҙә (7 ғинуарҙа) Раштыуа байрамын билдәләгән илдәрҙә билдәләнә. Шуға ярашлы, «Иҫке Яңы йыл» датаһы Юлиан календары буйынса Яңы йылға тап килә. Байрамдың килеп сығышы Раштыуа байрамы, календарь йолаһы буйынса, Яңы йыл алдынан булырға тейеш булыуы менән нигеҙләнә. Шулай уҡ православие сиркәүендә григориан Яңы йылына Раштыуа посы тура килә, сөнки мул табын, күп ашау һәм күңел асыу тыйыла.

Барлыҡҡа килеүе

undefined

Византияға тиклемге дәүерҙә Рустә Яңы йыл килеүен мартта билдәләгәндәр. X быуатта Византия һәм Русте суҡындырыу йыл башын сентябрҙән һанауҙы индерә, әммә XV быуатҡа тиклем, 1505 йылда синод Яңы йылды аныҡ рәүештә 1 сентябрҙән тип раҫлағанға тиклем, бер үк ваҡытта ике вариант та ҡулланыла. Пётр I реформаһы йылдарҙы һанауҙы «донъя башланғандан алып» тип түгел, ә «Ғайса пәйғәмбәр тыуғандан алып» тип дөрөҫләй. Шулай итеп Яңы йыл рәсми рәүештә 1 ғинуарҙан һанала башлай, шыршы биҙәүҙән алып бүләктәр бирешеү кеүек дөйөм ҡабул ителгән ғәҙәттәр ҙә барлыҡҡа килә[3][5].

Христиандар күҙлегенән Раштыуанан һуң Яңы йыл урынлы, сөнки Раштыуа алдынан диндарҙар оҙайлы ваҡыт ураҙала була. Ураҙа ваҡытында күңел асыу һәм теләгән ризыҡты ашау тыйыла. Шулай уҡ 1 ғинуар ыҙа сигеүсе Вонифатийҙың — эскелектән арындырыусының көнө, шуға ла Яңы йылды иҫерткес эсемлектәр менән ҡаршылау — диндарҙар өсөн көфөрлөк тип һанала. Раштыуанан Крещениеға тиклем Святки башлана. Был ваҡытта Яңы йылды билдәләү сикләнһә лә христиан йолаларына һәм нормаларына ҡаршы килмәй[5].

СССР

1918 йылда Совнарком Юлиан календарынан Григориан календарына күсеү реформаһын башлай, улар араһындағы айырма 13 көн тәшкил итә. Совет власы сиркәү байрамдарын инҡар иткәс, Раштыуа байрамын «иҫке стиль буйынса» байрам ителә, ә Яңы йылды 14 ғинуарға ҡараған төнгә — Юлиан календары буйынса элекке 1 ғинуарға күсерелә[3]. XXII быуатта тағы ла бер көн айырма барлыҡҡа киләсәк һәм байрам датаһы 15 ғинуарға ҡараған төнгә тура киләсәк[2].

1980 йылда режиссёр Наум Ардашников менән Олег Ефремовтың Михаил Рощиндың ошо уҡ атамалы пьесаһы буйынса сатирик комедия жанрында «Старый Новый год» совет телефильмы экрандарға сыға. Фильм төрлө социаль илдәрҙә байрамды билдәләүҙәрҙе күрһәтә.

Хәҙерге заман

2000 йылдарҙан башлап байрам айырым популярлыҡ ала[6].

Рәсәйҙә Иҫкесә Яңы йылды ил халҡының бер өлөшө билдәләй, байрам табындары һәм бүләктәр әҙерләп, ғаләләр осраша. Ә музейҙар һәм мәҙәни ойошмалар байрамға тематик күргәҙмәләр бағышлай[7][8][9]. Мәҫәлән, 2024 йылдың 14 ғинуарында П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында бер нисә байрам концерты үтә[10].

2024 йылда «Работа.ру» сервисының социологик тикшеренеүҙәренә ярашлы[11], Иҫкесә Яңы йылды рәсәйҙәрҙең 38 проценты билдәләргә планлаштыра[12]. Уларҙың 33 проценты ғаиләһендә үткәрергә йыйына. Тантаналы кисәгә 5 процент респондент барырға йыйына. Яуап биреүселәрҙең яртыһы был көндөң улар өсөн бер ниндәй әһәмиәте булмауын белдерә. Респонденттарҙың 9 проценты бер ваҡытта ла Иҫкесә Яңы йылды билдәләмәй. Билдәләүселәрҙең 54 проценты байрам өҫтәлен әҙерләргә, 43 проценты мөхит булдырыу өсөн яңы йыл фильмдарын ҡарарға ниәтләй. Бары тик 24 процент ҡына яҡындарына ҡунаҡҡа барырға уйлай[11].

2024 йылда ВЦИОМ-дың һорауҙарға яуап алыуы күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә Иҫкесә Яңы йылды билдәләүселәр һаны кәмей. 15 йыл элек, 2009 йылда был һан 67 процент булһа, 2024 йылда ни бары 54 процент. Иҫкесә Яңы йылды инҡар итеүселәрҙең һаны 27 проценттан 39 процентҡаса арта. Байрамды билдәләүселәрҙең күпселеген оло быуын тәшкил итә, йәштәр бик аҙ[1].

Традициялар

undefined

Святки көндәренә тап килгән Иҫкесә Яңы йыл Раштыуа менән уртаҡ традицияларға эйә. 13 ғинуарҙа диндарҙар Василий кисен үткәрә, табынға сусҡа, ҡуян һәм әтәстән бешерелгән бик күп ризыҡ ҡуйыла. Сусҡа — байлыҡты, ҡуян- уңышты, әтәс — азатлыҡты символлаштыра. Шулай уҡ майлы кутья — һөт өҫтө һәм майҙа бешкән бутҡа әҙерләү йолаға әүерелгән. Бутҡа күрәҙәлек итеү ҡоралы булараҡ та ҡулланыла: ул яңы йыл иртәһендә ниндәй була, йылдың ауырлығы шуға ҡарап билдәләнә[2].

Ҡайһы бер төбәктәрҙә сюрпризлы кәкреләр бешереү йолаһы бар. Эслектәге сюрприздарҙың үҙ әһәмиәте бар. Мәҫәлән, балдаҡ — кейәүгә сығыуға, аҡса — байлыҡҡа, фасоль — бала тыуыуға, еп — юл төшөүгә[13].

Байрам үҙе урам буйлап кейенеп-яһанып, битлектәре менән яуыз рухтарҙы ҡыуыусылар йөрөгән, бутҡа менән һыйлаған, шулай уҡ, сиркәү хупламаһа ла, күрәҙәлек иткән байрамды кәүҙәләндерә[5][2].

Мәҙәниәттә

  • Михаил Рощиндың «Иҫкесә Яңы йыл» пьесаһы (1967).
  • Андрей Вознесенскийҙың «Иҫкесә Яңы йыл» шиғыры (1975).
  • Олег Ефремов һәм Наум Ардашниковтың «Иҫке Яңы йыл» (1980, СССР, Михаил Рощин пьесаһы мотивтары буйынса) нәфис фильмы.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Переход года (13 ғинуар 2024). 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 4 Конюхов, «Вокруг света»
  3. 1 2 3 Викторов В. Этот Новый год. Нешуточные страсти по календарю // ГЕО : журнал. — 2003. — Декабрь (№ 12). — С. 125.
  4. Старый Новый год. Ведомости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. (рус.)
  5. 1 2 3 Косяков В. На встречу с чудом // ГЕО : журнал. — 2002. — Ғинуар (№ 1). — С. 127.
  6. Калачева Ольга. Празднование как индикатор социальных изменений: старые и новые праздники постсоветской России // Телескоп: журнал социологических и маркетинговых исследований. — 2003. — № 1.
  7. Соловьева Мария. Как появилась традиция праздновать Старый Новый Год? Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  8. Куда сходить на Старый Новый год в Москве 2024: 19 лучших мероприятий 13 и 14 января для детей и взрослых. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  9. Старый Новый год в Соборе. «Времена года. Метель. Чайковский, Рахманинов, Свиридов». Фонд Бельканто. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  10. Старый Новый год в Московской консерватории. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  11. 1 2 Исследование показало, сколько россиян будут отмечать старый Новый год (09.01.2024). 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  12. Старый Новый год: что за праздник (9 ғинуар 2024). 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  13. Плешаков В. Как встречать Старый Новый год? 3 интересные традиции, которые можно взять на заметку. Вокруг Света (26 декабрь 2022). (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар