Греков Митрофан Борисович

Греков Митрофан Борисович (1911 йылға тиклем — Митрофан Павлович Мартыщенко; 3 июнь (15 июнь) 1882 йыл — 27 ноябрь 1934 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың рәссамы-баталисы.

Биографияһы

Митрофан Борисович Греков Дон Ғәскәре өлкәһе Донецк округының Яновский улусы Шарпаевка утарында казак ғаиләһендә тыуған. Төп исеме — Мартыщенко Митрофан Павлович.

Тәүҙә Одесса һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға инә (Кирияк Костандиҙа), аҙаҡ Петербург сәнғәт академияһында уҡый, унда И. Репин һәм баталия жанры классигы Ф. А. Рубола өйрәнә.

1912 йылдан лейб-гвардия Атаман полкында хеҙмәт итә.

Беренсе донъя һуғышы фронттарында була, унан төрлө рәсемдәр килтерә.

undefined

Граждандар һуғышында Ҡыҙыл армия составында һуғыша, үнда үҙ ирке менән бара. Буденныйҙың Беренсе атлылар армияһын төшөрә.

Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы була (АХРР).

1931 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә.

Иң билдәле картиналары: «Трубачи Первой Конной армии», «Тачанка», «Бой при Егорлыкской», «Замерзшие казаки генерала Павлова». «Штурм Перекопа» (1934) панорамаһын төшөргән коллективты етәкләй.

1934 йылдың 27 ноябрендә Севастополдә «Перекоп» панорамаһы өҫтөндә эшләгән сағында вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[4].

Хәтер

undefined
  • М. Греков исеме менән Ростов һәм Одесса художество училищеһылары, Мәскәүҙә хәрби рәссамдар студияһы аталған (1934 йылдан алып эшләй).
  • Новочеркасскиҙа М. Б. Грековтың йорт-музейы бар
  • М. Б. Греков исемендәге миҙал — хәрби-патриотик темаға иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәрҙәре өсөн 1966 йылда СССР мәғариф министрлығы, СССР Рәссамдар союзы һәм ГПУ СА һәм ВМФ ойоштора. 1967 йылдан 1991 йылға тиклем Еңеү көнөна Греков исемендәге өс алтын һәм бер көмөш миҙал булдыра.
  • Греков урамы Минск ҡалаһында
  • Рәссамдың эштәре Йорт-музейы коллекцияларында, Третьяков дәүләт галереяһында һаҡлана.

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

  1. Record #40439101 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  2. 1 2 Архив изобразительного искусства — 2003.
  3. Sokolov M. N. Mitrofan Grekov // Grekov, Mitrofan (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — Oxford, Basingstoke, New York City: OUP, 2018. — ISBN 978-1-884446-05-4 — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T034845
  4. Греков Митрофан Борисович // Донская энциклопедия: персоналии, населённые пункты. Таганрог: Айкен, 2015. Т. 1. С. 185—186. тираж 1000 экз. ISBN 978-5-900948-17-1

Әҙәбиәт

  • Грекова Т. Т. Певец подвига М. Греков. Изд. 2-е. — М.: Воениздат, 1973. — 125 с.
  • М. Б. Греков в воспоминаниях современников. — Л.: Художник РСФСР, 1966. — 136 с.
  • Тимошин Г. А. Митрофан Борисович Греков. Жизнь и творчество. — М.: Советский художник, 1961. — 358 с.
  • Лапунова Н. Ф. Митрофан Борисович Греков. Монография. — М.: Изобр. ис-во, 1982. — 248 с.
  • Лазарев С. Е. Между белыми и красными: судьба военного художника М. Б. Грекова (к 135-летию со дня рождения) // Преподавание истории в школе, 2017, № 7. — С. 43-49.
  • Халаминский Ю. Митрофан Борисович Греков. М.: Искусство. 1956г. 140 с.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә