Губин Андрей Викторович

Андрей Викторович Губин (төп исем-шәрифе — Клементьев Андрей Валерьевич[1]);рус. Губин Андрей Викторович; 1974 йылдың 30 апреле, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — СССР һәм Рәсәй эстрада поп-музыканты, йырсы, композитор, шағир, автор-башҡарыусы, музыкаль продюсер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2004).

Сәхнә псевдонимы (1990 йылдан) — «Андрей Губин»[1].

Биографияһы

Андрей Губин 1974 йылда Өфөлә Светлана Викторовна һәм Виктор Викторович Губиндар ғаиләһендә тыуған. Бала саҡта уның ғаиләһе даими күсеп йөрөгән. 1981 йылда ғаилә Мәскәүгә күсеп килә, Мәскәүҙә уларҙың пропискаһы булмай. Прописка булмау ғаилә өсөн даими проблемалар тыуҙыра, йыш ҡына фатирҙы һәм мәктәпте алыштырырға тура килә. Был Андрейҙың уҡыуына тиҫкәре тәьҫир итә. Шулай ҙа, ул уҡыуҙа һәм рәсем төшөрөүҙә һәләтле була, шахмат һәм футболда таныла. Мәскәүҙең йәштәр йыйылма командаһында уйнай, әммә аяғын һындырғандан һуң спорт карьераһын тамамларға мәжбүр була[2].

Музыкаль карьераһы

Андрей йәш саҡтарынан музыка менән ҡыҙыҡһына башлай. 7-се класта яҙған беренсе йыры «Мальчик-бродяга» тип атала. 1989 йылда ул үҙенең йырҙарын "До 16 и старше" программаһында башҡарып, телевидение сәхнәһенә дебют яһай. Беренсе альбомы «Я бомж» 200 дана менән сыға.

Үҫеше һәм танытылыуы

Уңыш 1995 йылда килә. Андрей Леонид Агутин (рус.)баш. менән хеҙмәттәшлек итеп, «Мальчик-бродяга» йырына профессиональ аранжировка яһатып альбом сығара. Альбом һәм йырҙары киң танылыу яулай. Был Андрейҙың танылған беренсе уңышы була. 1998 йылда «Только ты» альбомы сыҡҡас, уның популярлығы тағы ла арта. Әлеге альбомдағы «Зима-холода» һәм «Птица» йырҙары хит-парадтарҙа беренсе урындарҙы ала.

Профессиональ эшмәкәрлеге һәм уңыштары

Губин музыкаль индустрияла әүҙем эшләй, «Было, но прошло» (2000), «Всегда с тобой» (2002) кеүек альбомдар сығара һәм «Золотой граммофон», «Песня года» кеүек премиялар яулай. 2004 йылда ул «Время романтиков» альбомын сығарып «Фабрика звезд» конкурсында ла ҡатнаша.

Шәхси тормошо һәм үсеше

2005 йылдан башлап Андрей Губин етди сирләү сәбәпле ҙур сәхнәнән алыҫлаша, күберәк продюсерлыҡ эштәре менән шөғөлләнә һәм башҡалар өсөн йырҙар ижад итә. Шәхси тормошонда Лиза Саутина, Людмила Ковебко һәм Татьяна Терешина менән мөнәсәбәттә булыуы билдәле.

Һаулығы

Һуңғы йылдарҙа Андрей һаулығына бәйле проблемалар булғас күренмәй. Уға прозопалгия диагнозы ҡуйылған, уның һаулығы ауырлаша бара. Әммә, был ауырлыҡтарға ҡарамай, Губин яңы йырҙар ижад итә[3][4].

Ижады

Йырҙары

  • 1989 — «Аве Мария»
  • 1994 — «Лиза»
  • 1995 — «Мальчик-бродяга»
  • 1995 — «Дай мне слово»
  • 1996 — «Ночь»
  • 1997 — «Зима-холода»
  • 1997 — «Ты говорила»
  • 1998 — «Милая моя далеко»
  • 1998 — «Я знаю, ты знаешь»
  • 1998 — «Птица»
  • 1998 — «Забытый тобой»
  • 1999 — «День и ночь»
  • 1999 — «О тебе мечтаю я»
  • 1999 — «Плачь, любовь!»
  • 2000 — «Без тебя»
  • 2000 — «Облака»
  • 2000 — «Было, но прошло»
  • 2001 — «Листопад»
  • 2001 — «Убегает лето»
  • 2001 — «Не бесконечна зима»
  • 2002 — «Танцы»
  • 2002 — «Будь со мной»
  • 2002 — «Она одна»
  • 2003 — «К Алине»
  • 2003 — «Девушки, как звёзды»
  • 2003 — «Я и ты»
  • 2004 — «Время романтиков»
  • 2004 — «Солнышко»
  • 2004 — «Мама Мария»
  • 2004 — «Те, кто любит» (совместно с группой «Краски»)
  • 2004 — «Путин супер DJ»
  • 2004 — «На работу»
  • 2005 — «Дверь открой»
  • 2007 — «Лена»
  • 2009 — «Нежность» (Слита в сеть)[5]

Башҡа йырсылар өсөн яҙылған йырҙар

Жанна Фриске өсөн: "Ла-ла-ла", "Мама Мария"; Мироненко Майк өсөн: «Привет, малыш!» һәм «Но кого» һәм башҡалар, шулай уҡ «Карамельки» төркөмө, Беретта Юлия, Ранеткалар, Сосо Павлиашвили, Кристина Орбакайте (Ҡар), Цветомузыка өсөн[5].

Альбомдар

Студия яҙмалары

[5].

Йыйынтыҡтар һәм коллекцион баҫмалар
  • 2001 — «The Best»
  • 2002 — «V.I.P»
  • 2003 — «Платиновая коллекция»
  • 2004 — «The Best — Время романтиков»
  • 2005 — «Дверь открой»
  • 2008 — «The Best + DVD»
  • 2013 — «С тобою рядом»
  • 2014 — «Андрей Губин, Влад Сташевский — Golden Hits Collection»[5].

Видеография

Йылы Видеоклип Режиссёры Альбомы
1994 «Лиза» Ирина Максимова «Мальчик-бродяга»
1995 «Дай мне слово» Сергей Кальварский
1996 «Ночь» Ирина Максимова
«Дай мне слово» Анатолий Берсенев «Только ты»
1997 «Зима-холода» Александр Солоха
1998 «Я знаю, ты знаешь» Михаил Хлебородов
«Птица» Игорь Коробейников
1999 «Плачь, любовь» Михаил Хлебородов «Было, но прошло»
2000 «Было, но прошло» (неизданный) Сергей Кальварский
«Облака» Евгений Митрофанов
«Без тебя» Ирина Миронова «Облака»
2002 «Танцы}» Дмитрий Захаров «Всегда с тобой»
«Будь со мной»
«Она одна» Ирина Миронова
2003 «Девушки, как звёзды"
«Я всегда с тобой» Дмитрий Захаров
2004 «Солнышко» Ирина Миронова вне альбома
«Те, кто любит» (feat. Краски] Дмитрий Захаров

[5].

Фильмографияһы

  • 1998 — Я знаю, ты знаешь

Телевидениела сығыштары

  • 1989 — «До 16 и старше» (Үҙәк телевидениеһының Беренсе каналы)
  • 1996 — «Дело вкуса»
  • 1998 — «Акулы пера» (ТВ-6)
  • 2000 — «Сдобный вечер»
  • 2002 — «Напросились» (Муз-ТВ)
  • 2002 — «Вторжение»
  • 2003 — «Большая стирка» (Беренсе канал)
  • 2005 — «Розыгрыш» (Беренсе канал)
  • 2005 — «Пять вечеров» (Беренсе канал)
  • 2007 — «Детали» (СТС)
  • 2008 — «Меломания» (RU.TV)
  • 2009 — «Рождённые в СССР» (Ностальгия)
  • 2009 — «Невероятные истории любви» (СТБ)
  • 2012, 2007 — «Пусть говорят» (Беренсе канал)
  • 2012, 2019 — «Сегодня вечером» (Беренсе канал)
  • 2012 — «Русские сенсации» (НТВ)
  • 2013 — «Жизнь, как песня» (НТВ)
  • 2014 — «Я подаю на развод» (Беренсе канал)
  • 2015 — «До звезды»
  • 2017 — «Ой, мамочки!» (Мир 24)
  • 2017 — «Прямой эфир» (Россия-1)
  • 2017 — «Звёзды сошлись» (НТВ)
  • 2017 — «Секрет на миллион» (НТВ)

[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2004).
  • 1995, 1996, 1998, 1999, 2000, 2001, 2002 һәм 2004 йылдарҙа Андрей Губин "Йыл йыры"Рәсәй телевизион фестивале лауреаты була. 2006 йылда ошо уҡ фестивалдең йыр авторы булараҡ лауреаты.
  • 1998 һәм 2003 йылдарҙа «Золотой граммофон» Рәсәй музыкаль премияһы лаураеты («Милая моя» һәм «Девушки как звёзды» йырҙары өсөн).
  • 2004 йылда «Таврия уйындары» фетивалендә ҡатнаша[4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Отчим Губина после смерти стал отцом. LiveInternet. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.
  2. Андрей Губин. Русское Радио. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.
  3. Биография. Губин Андрей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.
  4. 1 2 Биография Андрея Губина: пик популярности, девушки, болезнь и возвращение к музыке. Комсомольская Правда (10 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.
  5. 1 2 3 4 5 6 Дискография. Андрей Губин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.

Һылтанмалар