Гудзон боғаҙы
Гудзон боғаҙы (ингл. Hudson Strait, франц. détroit d'Hudson) — Канада ярҙарын йыуыусы Төньяҡ Боҙло океан боғаҙы[1].
География
Боғаҙ Лабрадор ярымутрауы һәм Баффин Ере утрауы араһында урынлашҡанң[2]. Гудзон боғаҙы Лабрадор диңгеҙен Гудзон, Унгава һәм Фокс ҡултыҡтары менән тоташтыра.
Утрауҙары — Милл, Солсбери, Ноттингем, Чарльз, Биг-Айленд, Баттон, Резольюшен, Эджелл, Диггес, Гудвин.
Боғаҙ оҙонлоғо — 800 км, киңлеге — көнсығышта 115 км-ҙан һәм көнбайышта 240 км-ға тиклем. Тәрәнлеге 115 метрҙан 704 метрға барып етә[3]. Һыу артымы бейеклеге 12,4 метрға барып етә. Йыш ҡына штормдар күҙәтелә. Йылдың 4 айы дауамында боғаҙҙа суднолар йөрөй ала.
Боғаҙ Генри Хадсонға бағышлап аталған, ул 1610 йылда боғаҙ аша үткән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гудсонов пролив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Canadian Encyclopedia. Hudson Strait 2011 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Гудзон боғаҙы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә