Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы

Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы (24 апрель 1949 йыл — 3 июнь 2005 йыл) — ғалим-агроном. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000).

Биографияһы

Рәүис Ғиниәт улы Гәрәев 1934 йылдың 10 декабрендә Башҡортостан АССР-ы Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында тыуған.

1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

1970—1972 йылдарҙа Шаран районының «Ыҡ» колхозының баш иҡтисадсыһы булып эшләй.

1973 йылда Татар АССР-ына күсә. 1979 йылдан КПСС‑тың Тәтеш район комитетының бүлек мөдире, секретары була.

1985 йылдан Татар АССР-ы ауыл хужалығы министрының 1-се урынбаҫары вазифаһын үтәй.

1986 йылдан Ҡазанда «Татрапс» производство-ғилми берекмәһенең генераль директоры вазифаһын башҡарған.

1996 йылдан Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының директоры була.

1998—2004 йылдарҙа «Татарстан баҫыуы» («Нива Татарстана») журналының баш мөхәррире вазифаһын үтәй.

2005 йылдың 3 июнендә Ҡазан ҡалаһында вафат була.

Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәй Федерацияһы шарттарында рапс үҫтереү технологияһының ғилми‑етештереү нигеҙҙәрен булдырыу мәсьәләләренә арналған. 100-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар, шулай уҡ 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре

  • Рапс в системе мирового сельского хозяйства. — Казань, 1997.
  • Методологические подходы и опыт организации деятельности научного учреждения в современных условиях. — Казань, 2000.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)
  • Татарстан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премия лауреаты (1997).
  • Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000)

Хәтер

Ҡазан ҡалаһы урамдарының береһе Рәүис Гәрәев исемен йөрөтә.

Һылтанмалар