Исхаҡов Гәрәй Усман улы
Биографияһы
Исхаҡов Гәрәй (Миңлегәрәй) Усман улы 1931 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Ибрай ауылында тыуған.
- 1952 йылдан алып Белорет районында мәҙәниәт йорто мөдире.
- 1955—57 йылдарҙа Ейәнсура район мәҙәниәт йортоноң художесто етәксеһе.
- 1958 йылдан башлап Сибай драма театрының режиссёр ярҙамсыһы.
- 1962 йылдан алып Сибай ҡалаһы, гәзит фотохәбәрсеһе.
- 1978 йыл — «Башфото „Нур“» ПБ‑ның Сибай филиалы начальнигы.
Китаптары
- Башҡортостан Республикаһы һәм РФ театрҙарында сәхнәләштерелгән «Һайра, һандуғасым!» музыкаль драмаһы, «Яралы яҙмыш», «Аҫылташ», «Етеле шәм» һ.б. драмалар авторы.
Мәңгеләштереү
- Сибайҙа ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Һылтанмалар
- Исхаҡов Гәрәй Усман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2021)