Исхаҡов
Исхаҡов — фамилия.
- Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы (1927—1985) — яҙыусы, 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты.
- Исхаҡов Гәрәй Усман улы (1931—1997) — журналист, яҙыусы-драматург. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Исхаҡов Зиннур Закир улы (1954) — нефтсе-инженер, эшҡыуар, йәмәғәтсе.
- Исхаҡов Ибраһим Ғата улы (1892—1985) — уҡытыусы, Ленин ордены кавалеры (1952), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1953).
- Исхаҡов Ибраһим Ейәнбай улы (1891—1921) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан башҡорт офицерҙарының береһе, Беренсе донъя һуғышында (1914—1917) һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәхси адьютанты.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.