Исхаҡов Зиннур Закир улы

Зиннур Зәкир улы Исхаҡов (рус. Исхаков Зиннур Закирович; 1954 йылдың 25 сентябре, Кинйәабыҙ ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй нефтсе-инженеры, эшҡыуар, йәмәғәтсе. 2001 йылдан 2024 йылға тиклем Күмертауҙағы «Южурал-Ойл» компанияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2015) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы (1998) нефтсеһе. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Көйөргәҙе районының почётлы гражданы (2019).

Биографияһы

Зиннур Зәкир улы Исхаҡов 1954 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ ауылында тыуған[1].

1972 йылда Күмертауҙағы 29-сы һөнәри-техник училищеһын, 1978 йылда — Күмертау тау-механика техникумын, 1982 йылда — Силәбеләге Юғары партия мәктәбен, 1993 йылда — хәҙерге Төмән дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1972 йылда Кумертау машина заводында токарь булып башлай.

1972—1974 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә була.

1975—1977 йылдарҙа токарь һөнәре буйынса квалификация күтәреүгә уҡый, 6-сы разрядҡа эйә була.

1982 йылда предприятие техник бүлегенең өлкән инженеры.

1984 йылдың майынан l99l йылдың апреленә тиклем — Нефть сәнәғәте Министрлығының «Лангепаснефтегаз» производство берекмәһенең 1-се лангепас технологик транспорт идаралығының ремонт-механика мастерсеойы мастеры.

1991 йылдың апреленән 1999 йылдың ноябренә тиклем Нефть сәнәғәте Министрлығының Главтюменнефтегаз производство берекмәһенең 3-сө технологик транспорт Идаралығы тресы идарасыһы урынбаҫары.

1999 йылдың ноябре 2000 йылдың июле Лангепаснефтегаз территориаль производство берекмәһенең баш инженеры.

2001—2024 йылдарҙа Пк «Южурал-Ойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғитенең генераль директоры булып эшләй[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Зиннур Исхаҡов етәкләгән предприятие һабантуйҙарҙың, «Кинйә йыйыны» республика байрамының, төрлө кимәлдәге спорт ярыштарының бағыусыһы һәм ярҙамсыһы булып тора. 2021 йылда тыуған ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары яҙылған стела (рус.)баш. эшләтте[2].

2023 йылда Кинйә Арыҫланов тыуыуына 300 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы саралар сиктәрендә Кинйәабыҙ ауылында уның һәйкәл комплексын төҙөкләндереп, йәмәғәт өсөн уңайлы ял урынына әүерелдерелде[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2015);
  • Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1998);
  • Салауат Юлаев ордены кавалеры;
  • Көйөргәҙе районының почётлы гражданы (2019)[4].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Гордость Кумертау: Исхаков Зиннур Закиевич. Кумертауведение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.
  2. Аллаға шөкөр булһын. Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан (18 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.
  3. Зиннур Исхаков: «Кинья-Абыз – маленькая деревня с большой историей». Газета «Единая Россия – Башкортостан» (14 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.
  4. Исхаков Зиннур Закирович. Почетные граждане. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.