Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы
Гөлсөм Сабир ҡыҙы Иҫәнғолова (ире буйынса — Яремчук; рус. Гульсум Сабировна Исянгулова; 1938 йылдың 10 июне, Дәүләтҡол, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй театр актрисаһы. Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры артисы. Татар АССР-ының (1988) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
Биографияһы
1938 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының Дәүләтҡол ауылында тыуған[1][2]. Бәләкәй сағында етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә[3].
1961 йылда Мәскәүҙә М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын педагог М. Н. Гладкова етәкселегендә тамамлай[3][4]. Вузды тамамлағас та, йәш актриса Ғәлиәсҡар Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры труппаһына алына һәм унда күп йылдар эшләй[5].
Ижады
Театрҙа эшләгән осоронда сәхнәлә төрлө пландағы ҡатын-ҡыҙ образын тыуҙыра:
- Корри — «Вне закона», А. Муис;
- Шәфәҡ — «Ай тотолған төндә»;
- Йәмилә — «Ҡыҙ урлау», М. Карим;
- Айһылыу — «Миркәй менән Айһылыу»;
- Зөһрә — «Ҡасаҡтар»;
- Ғәйшә — «Зифа», Н. Исанбет;
- Наҙлыгөл — «Дуэль», М. Байджиев;
- Роза — «Сумерки», А. Гилязов;
- Щеголева — «Человек со стороны», И. Дворецкий;
- Липочка — «Свои люди — сочтёмся», А. Островский;
- Энже — «Ҡол Ғәли», Н. Фаттах;
- Сабира — «Татар ҡыҙы яҙмышы», Г. Ибрагимов;
- Гөлйыһан — «Банкрот», Г. Камал;
- Марта — «Интервью в Буэнос-Айресе», Г. Боровик;
- Лариса Даниловна — «Одна ночь», Б. Горбатов;
- Миңзифа — «Ғәфү ит мине, әсәй!», Р. Батулла;
- Ханша — «Таһир менән Зөһрә», Ф. Бурнаш;
- Мәхбүбә — «Зөләйха»;
- Хәҙисә — «Брачный контракт», Ғ. Исхаҡи;
- Гөлсөм — «Мираҫ», Г. Каюм;
- Вәлиә — «Аҫылйәр», М. Фәйзи;
- Сажиҙә — «Дуҫтарса әңгәмә», «Хушығыҙ», Т. Миннуллин;
- Сәлимә — «Әбейҙәргә ни етмәй»;
- Роза — «Китмә», Ф. Буляков;
- Текле — «Ханума», А. Цагарели[6][4][1].
Педагогик эшмәкәрлеге
Актёрлыҡ карьераһы менән бер рәттән педагогик эш менән дә шөғөлләнә. 1981—1989 йылдарҙа Ҡазан театр училищеһында уҡыта[3].
Ғаиләһе
- Әсәһе — Ғәфифә;
- Апаһы — Әҡлимә (йәшләй вафат була);
- Ағаһы — Зөбәйер, СССР-ҙың атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы, отставкалағы полковник.
- Ҡустыһы — Альберт (25 йәшендә вафат була)[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 С. С. Саитов. Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Исангулова (Яремчук) Гульсум Сабировна. Татпресса (15 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 3 Знаменитые земляки. Мелеузовская централизованная библиотечная система (1 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 Гульсум Исангулова — актриса — биография. Кино-Театр.Ру (20 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ 1 2 3 Исангулова Гульсум Сабировна. Татарская энциклопедия (14 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ Спектакль Ханума. Татарский государственный академический театр имени Г. Камала (10 декабрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ Көслөләрҙе һынауҙар һындырмай, сыныҡтыра ғына, нығыта... web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
Әҙәбиәт
- С. С. Саитов. Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Татарская энциклопедия / Гл. ред. М. Х. Хасанов. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2005.
Һылтанмалар
- Статья в Татарской энциклопедии
- Её называют «Гульсум Башкирская»
- Көслөләрҙе һынауҙар һындырмай, сыныҡтыра ғына, нығыта... web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.