Данилов Виктор Петрович (тарихсы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] (1982)
Гражданлығы
Эшмәкәрлек төрө тарих[1] и иҡтисад тарихы[d][1]
Заты ир-ат[2]
Уҡыу йорто
Тыуған урыны
Һөнәр төрө тарихсы, университет уҡытыусыһы
Уҡыусылар Виктор Викторович Кондрашин[d]
Тыуған көнө 4 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Ғилми исеме Prof.[d]
Аспиранттар йәки докторанттар Виктор Викторович Кондрашин[d]
Туған тел урыҫ теле
Эш урыны
Ерләнгән урыны
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 16 апрель 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2] (79 йәш)

Данилов Виктор Петрович (4 март 1925 йыл — 16 апрель 2004 йыл[3]) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы-аграрсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1982), профессор (1990).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктор Петрович Данилов 1925 йылдың 4 мартында Ырымбур губернаһының Орск ҡалаһында ярым крәҫтиән, ярым һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Ырымбурҙа урта мәктәпте, һуңынан 1943 йылдың ғинуарында артиллерия училищеһын тамамлай[4].

Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың ноябренән 1945 йылдың майына тиклем ҡатнаша. 1985 йылдың 6 апрелендә Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[5].

Ырымбур дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай (1950). СССР ФА Тарих институты аспирантураһынан һуң 1954 йылда шул уҡ институтта хеҙмәткәр булып ҡала. Шул уҡ йылда «Борьба Советского государства за создание материально-технических предпосылок коллективизации сельского хозяйства (1926—1929)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

СССР ФА Тарих институтында совет крәҫтиәндәре тарихы буйынса төркөм етәксеһе (1958—1969), СССР ФА СССР тарихы институтында совет йәмғиәтенең аграр тарихы буйынса бүлек мөдире (1987—1992), 1992 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем РФА Рәсәй тарихы институтында XX быуат Рәсәйендә аграр үҙгәртеп ҡороуҙар тарихы буйынса төркөм менән етәкселек итә. 1982 йылда «Советская доколхозная деревня» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Һуңғы йылдарҙа — Социаль һәм иҡтисади фәндәрҙең Мәскәү юғары мәктәбе профессоры, Крәҫтиәндәрҙе өйрәнеүсе фән үҙәгенең етәксеһе.

1961—1992 йылдарҙа — «Исторические записки» мәхәрририәтенең ағзаһы; 1988 йылдан башлап ғүмеренең аҙағына тиклем «Вопросы истории» журналы мөхәррирәте ағзаһы, 1989 йылдан 1994 йылға тиклем — «The Journal of Historycal Sociology» консультанттар коллегияһы ағзаһы (Оксфорд — Нью-Йорк).

2004 йылда совет осоронда Рәсәй ауылы тарихы буйынса монографиялар циклы һәм документаль баҫмалар өсөг Рәсәй Фәндәр академияһының С. М. Соловьев исемендәге Алтын миҙалы менән бүләкләнә.

Дөйөм иҫәптә 250-нән ашыу ғилми баҫмаһы бар.

Востряков зыяратында ерләнгән[6].

Ватан монографияһында икенсе уңышлы эш тип (В. П. Даниловтың был темаға «Советская доколхозная деревня: население, землепользование, хозяйство» (М.: Наука, 1977) һәм «Советская доколхозная деревня: социальная структура, социальные отношения» (М.: Наука, 1979 фундаменталь хеҙмәттәренән һуң) професорҙар Стивен Уиткрофт һәм В. В. Кондрашин «Сталинизм тарихы» серияһында С. А. Есиковтың монографияһын атайҙар[7].

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Создание материально-технических предпосылок коллективизации сельского хозяйства в СССР. — М., 1957.
  • Советская доколхозная деревня: население, землепользование, хозяйство. — М., 1977.
  • Советская доколхозная деревня: социальная структура и социальные отношения. — М., 1979.
  • Социализация земли в России. — Новосибирск, 2001.
  • Община / Данилова Л. В., Данилов В. П. // Никко — Отолиты. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 18).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Данилова Людмила Валериановна (1923—2012) — ҡатыны. СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, рус урта быуаттар тикшереүсеһе[8].
  • Данилов Андрей Викторович — улы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. Архангельский А. Н. Несогласный Теодор: История жизни Теодора Шанина, записанная Александром Архангельским. Глава 5. Здесь и сейчас. Colta.ru → Всё о культуре и духе времени → Colta Specials (20 апрель 2018). Дата обращения: 17 май 2019.
  4. Данилов Виктор Петрович
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Могила В. П. Данилова
  7. http://scjournal.ru/articles/issn_1997-292X_2012_11-1_46.pdf#page=3 2017 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
  8. Журавель А. В. Образ жизни: К 90-летию со дня рождения Л. В. Даниловой (Авдуевской) // Суждения. — 2013. — Выпуск № 11.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Московская энциклопедия. Том 1: Лица Москвы. Книга 1: А—З. — М.: Издательский центр «Москвоведение», 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]