Дворник Александр Александрович
Александр Александрович Дворник (1950 йылдың 22 сентябре, Өфө — 2020 йылдың 4 сентябре, Өфө) — совет, Рәсәй рәссамы, педагог, йәмәғәтсе. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы рәссамы. 1974—1999 йылдарҙа Өфөләге 3-сө балалар художество мәктәбе директоры. 1998—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
Биографияһы
1950 йылдың 22 сентябрендә Өфөлә тыуған.
1979 йылда Түбәнге Тагил дәүләт педагогия институтының (Түбәнге Тагил дәүләт социаль-педагогия академияһы) художество-графика факультетын тамамлай. Һүрәтте реализм стилендә төшөрә.
1974—1999 йылдарҙа Өфөлә 3-сө балалар художество мәктәбе директоры булып эшләй. 1998—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе була.
Рәссамдың картиналары Башҡорт дәүләт художество музейы, С. Т. Аксаковтың йорт-музейы, Ә. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Абрамцево» музей-ҡурсаулығы, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмалар коллекцияларында һаҡлана.
Александр Александрович Дворник 2020 йылдың 4 сентябрендә Өфөлә вафат булды[1].
Ижады
С. Т. Аксаковтың әҫәрҙәре мотивтары буйынса картиналары: «Детство в Багрове» (1981), «Аксаково. Пруд» (1984), «Дожди смывают жёлтый лист» (1988).
Картиналар полотнолары «Крепостной Зилаир» (1995), «Сакмар» (1997), «У подножья Шайтан-Тау» (2000).
Пейзаждар серияһы «Иртә» (1994), «Көҙгө таңдар» (1998).
«Салауат ере» эштәр циклы («Первоцвет», «Үләндәр моңо», «Йүрүҙән»; 2002).
Күргәҙмәләре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе скоропостижно скончался известный скульптор Владимир Дворник. ИА «Башинформ», 1 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ноябрь 2020)
Һылтанмалар
- Дворник Александр Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2019)
- http://www.shrb.ru/painting/dvornicAA.htm
- http://www.bizart.biz/artists/dvornik-aleksandr-aleksandrovich.html