Дефицит (студия-театры)

«Дефицит» студия-театры (рус. Театр-студия «Дефицит») — Башҡортостан Республикаһы Белорет ҡалаһының үҙешмәкәр халыҡ театры. 1987 йылда ойошторолған. 2018 йылдан — автономиялы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы. Төрлө кимәл театр фестивалдары еңеүсеһе, лауреаты һәм дипломанты[1].

Тарихы

«Дефицит» студия-театры 1987 йылда Белорет ҡалаһының «Металлург» мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләгән халыҡ театры базаһында ойошторола[2]. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫәр — Л. А. Жуховицкийҙың «Сеньор Хуандың һуңғы ҡатыны» пьесаһы[1].

1993 йылдан театр ҡаланың Киров урамындағы 66-сы йортта айырым бина биләй[2].

2009 йылға тиклем ҡала мәҙәниәт һарайы ҡарамағында эшләй[1]. 2018 йылдан — автономиялы муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы[2].

1988 йылда «халыҡ театры» исеменә лайыҡ була һәм шунан бирле билдәләнгән ваҡытта һәм тәртиптә был исемде раҫлап килә[1].

Студия-театрының исеме «Дефицит» символик мәғәнәгә эйә. Коллективтың төп миссияһы — бөгөн кешеләргә етешмәгән изгелек, мәҙәниәт, йылылыҡ, матурлыҡ һәм аралашыуҙы тулыландырыу[3].

Ижади эшмәкәрлеге

Театр штатында әлеге ваҡытта 14 кеше, шулар иҫәбенән төп персонал — 5 кеше. Актёрлыҡ ставкалар бөтөнләй юҡ. Актёрҙар труппаһының төп составына яҡынса 20 үҙешмәкәр артистан инә, улар, хужалыҡтың төрлө тармаҡтарында хеҙмәт һалып, үҙ эштәренән буш ваҡытта театрҙа репетициялар үткәрә һәм уйнай[2].

Театр ойошторолғандан алып унда әҙерлек төркөмө эшләп килә. Унда йөрөүсе мәктәп һәм урта махсус уҡыу йорттары уҡыусылары актёр оҫталығы, сәхнә телмәре, сәхнә хәрәкәте буйынса дәрестәр үтә. Уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса улар махсус күрһәтмә концерт әҙерләй[2].

«Дефицит» студия-театрының һәүәҫкәр артистарынын Ю. А. Анисимова, Н. В. Воронцова, В. И. Горячев, Е.В. һәм И. О. Дмитриевтар, Ю. Г. Жерякова, В. Н. Клочкова, А. В. Кулюшин, В. Н. Матвеева, С. И. һәм И. П. Рыжкиндар, Е. В. Шабанов тамашасылар араһында киң билдәлелек яулаған[1].

Спектаклдәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы һәм художество етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2012) А. В. Жеряков[3], сәхнәне художестволы биҙәүселәр — С. В. Клочков һәм С. В. Бражникова[1].

1987 йылдан студия-театр рус телендә 30-ҙан ашыу спектакль ҡуйған, шул иҫәптән: Г. И. Гориндың «Геростратты оноторға», Н. Р. Эрдмандың «Мандат», А. М. Володиндың «Иисус әсәһе», Л. Н. Разумовскаяның «Минең апайым Һыуһылыу», А. Р. Герниҙың «Сильвия», В. П. Гуркиндың «Саня, Ваня, улар менән Римас» һ.б[1].

Хәҙерге репертуар

Бөгөнгө көндә театр репертуарында 10 спектакль[2], шул иҫәптән:
• Н. Пинчуктың «Коллектор»;
• С. Лобозеровтың «Именины на костылях» һәм «Семейный портрет с дензнаками»;
• А. Герниҙың «Сильвия»;
• В. Гуркиндың «Саня, Ваня, с ними Римас»;
• Л. А. Жуховицкийҙың «Последняя женщина сеньора Хуана» һ. б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Халыҡ театры» (1988);
• Йәштәр театрҙары фестивале (Нефтекама ҡалаһы, 1994): өс номинация (режиссура, спектаклдең образлы сиселеше, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле) лауреаты;
• «Урал аръяғы йондоҙҙары» республика фестивале (Белорет ҡалаһы, 1996): иң яҡшы спектакль өсөн гран-при, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн диплом;
• Студенттар һәм йәштәр театрҙары фестивале (Магнитогорск ҡалаһы): спектакль өсөн махсус диплом;
• «Алтын тирмә» республика фестивале (1998): иң яҡшы режиссура өсөн диплом; • Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр театрҙар фестивале лауреаты (Омск ҡалаһы, 1999);
• Оло Урал муниципаль театрҙарының«Яңы ҡараш» асыҡ фестивале лауреаты (Үрге Өпәле ҡалаһы, 2004): иң яҡшы спектакль өсөн 1-се премия;
• Республика халыҡ театрҙарының «Алтын тирмә» фестивале лауреаты (Дүртөйлө ҡалаһы, 2003): иң яҡшы спектакль өсөн гран-при.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 «Дефицит», театр-студия (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2025.
  2. 1 2 3 4 5 6 О «Дефиците». МАУК «Дефицит». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2025.
  3. 1 2 Театр-студия «Дефицит». Гуманитарный просветительский проект «Культура. РФ».. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2025.

Һылтанмалар

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «Дефицит» театр-студия. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019;  (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2025)
Гуманитарный просветительский проект «Культура. РФ». Театр-студия «Дефицит»(рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2025)
• Белорецкая энциклопедия. — Белорецк, 2007. — 260 с. (рус.);  (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2025)
Официальный сайт театр-студии «Дефицит»(рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2025)