Джеймс Фенимор Купер

Джеймс Фенимор Купер (ингл. James Fenimore Cooper; 1789 йылдың 15 сентябре, Берлингтон, АҠШ — 1851 йылдың 14 сентябре, Куперстаун, АҠШ) — Америка романсыһы һәм сатирик. Мажаралы әҙәбиәт классигы.

Биографияһы

Джеймс Фенимор Купер АҠШ-тың Нью-Джерси штаты Берлингтон ҡалаһында тыуған. Күп тә үтмәй, уның атаһы, судья Уильям Купер, Нью-Йорк штатына күсенә һәм унда аҙаҡ ҡалаға әйләнгән Куперстаун ҡасабаһына нигеҙ һала. Урындағы мәктәптән һуң ул Йель университетына юллана, әммә, курсты тамамламай, диңгеҙ хеҙмәтенә(1806—1811) яҙыла һәм Онтарио күленә хәрби карап төҙөлөшөнә ебәрелә. 1811 йылда ул француз ҡыҙы Сюзан Аугуста Делансиға өйләнә. Ҡатынына ниндәйҙер роман уҡығанда, Купер, яҡшыраҡ яҙыуы ҡыйын түгел, тип ысҡындыра һәм, уның алдында маҡтансыҡ булып күренмәҫ өсөн, бер нисә аҙнала үҙенең тәүге «Һаҡлыҡ» (Precaution, 1820) романын яҙа.

Романдары

«Пионерҙар, йәки Саскуиханна башында», 1823;

«Һуңғы могикан», 1826;

  1. 1 2 James Fenimore Cooper // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. 1 2 James Fenimore Cooper // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  3. 1 2 jeugdliteratuur.org
  4. Купер Джеймс Фенимор // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.