Онтарио (күл)
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Онтарио
Онта́рио (ингл. Ontario) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
География
Майҙаны — 19,5 мең км². Ҙурлығы буйынса донъяла 14-се, ә АҠШ-та — 5-се урынды биләй.
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 75 м. Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — 1146 км. Көнбайыштан көнсығышҡа табан 311 км-ға һуҙылған. Киңлеге — 85 км.
Максималь тәрәнлеге — 244 м, уртаса тәрәнлеге — 86 м.
Күлгә ҡойоусы Ниагара йылғаһы һәм каналдар аша Эри күле һәм Гудзон йылғаһы менән, ә күлдән сығыусы Изге Лаврентий йылғаһы аша — Атлантик океан менән тоташа.
Күлдең акваторияһы эргәһендә Бармаҡ-күлдәр (ингл. Finger Lakes) урынлашҡан, улар типик туннель үҙәндәргә ҡарай.
Күл буйындағы төп порттар — Торонто, Гамильтон, Кингстон (барыһы ла — Канада) һәм Рочестер (АҠШ).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Рувики.Медиала Онтарио темаһы буйынса медиафайлдар бар.- http://www.ngdc.noaa.gov/mgg/greatlakes/lakeontario_cdrom/html/gmorph.htm
- http://www.glakes.ru/8.html 2013 йылдың 1 октябрь көнөндә архивланған.