Гурон
Гуро́н (ингл. Lake Huron) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
География
Майҙаны — яҡынса 59 600 км²[1]. Ҙурлығы буйынса донъяла 4-се урынды биләй. Бөйөк күлдәр араһында майҙаны буйынса икенсе урында (Үрге күлдән һуң). Диңгеҙ кимәленән бейеклеге яҡынса 176 м, максималь тәрәнлеге — 229 м.
Мичиган күле менән Макино боғаҙы аша, Үрге һәм Эри күлдәре менән йылғалар аша тоташҡан.
Күлдә бихисап утрауҙар, улар араһындағы Манитулин утрауы — донъялағы иң ҙур күл утрауы булып тора. Иң ҙур ҡултыҡтары — Джорджиан-Бей һәм Сагино.
Гурон күле АҠШ-тың Мичиган штаты һәм Канаданың Онтарио провинцияһы яр буйҙарын йыуа. Төп порттар — Сагино, Бей-Сити, Алпина (барыһы ла — АҠШ) һәм Сарния (Канада).
Күлдең атамаһы индеецтарҙың гурон ҡәбиләһе исеменән барлыҡҡа килгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Great Lakes: Basic Information: Physical Facts. U.S. Government (25 май 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2011. Архивировано 31 май 2012 года.