Мичиган (күл)
Мичига́н (ингл. Lake Michigan) — АҠШ-тағы күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
География
Үрге күлдән көньяҡтараҡ урынлашҡан. Гурон күле менән Макино боғаҙы аша, Миссисипи йылғаһы менән — Чикаго—Локпорт каналы аша тоташҡан.
Майҙаны — яҡынса 57 750 км² (Бөйөк күлдәр араһында майҙаны буйынса өсөнсө урында), оҙонлоғо яҡынса 500 км, киңлеге яҡынса 190 км. Диңгеҙ кимәленең бейеклеге — 177 м, максималь тәрәнлеге — 281 м. Йыл эсендә дүрт ай дауамында боҙ менән ҡаплана. Күлдәге утрауҙар — Бивер, Төньяҡ Маниту, Көньяҡ Маниту.
Мичиган күле АҠШ-тың Мичиган, Индиана, Иллинойс һәм Висконсин штаттарының яр буйҙарын йыуа. Күл буйындағы иң ҙур ҡалалар: Чикаго, Эванстон, Хайланд-Парк, Милуоки, Грин-Бей, Гэри һәм Хэммонд.
Күлдең атамаһы оджибва индеецтары телендәге mishigami («ҙур һыу») һүҙенән барлыҡҡа килгән. Күлде европаларға 1634 йылда француз сәйәхтсеһе Жан Николе аса.