Дитерихс Михаил Константинович
Хәләл ефете | Мария Александровна Повало-Швейковская[d] |
---|---|
Әсәһе | Ольга Осиповна Мусницкая[d] |
Эшмәкәрлек төрө | Хәрби эш[1] |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Үлем сәбәбе | Туберкулёз |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны | |
Хәрби звание | генерал[d][1], генерал-майор и генерал-лейтенант[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, Һалдат, сәйәсмән |
Ғәскәр төрө | Урыҫ император армияһы[d], кавалерия[d] и пехота[d] |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы и Аҡтар хәрәкәте |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Атаһы | Константин Александрович Дитерихс[d] |
Тыуған көнө | 5 (17) апрель 1874, 17 апрель 1874 или 17 апрель 1871[3] |
Балалары | Горчаков, Николай Михайлович[d] и Бредов, Михаил Михайлович[d] |
Вафат булған көнө | 9 октябрь 1937[2], 9 сентябрь 1937 или 1937[3] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Һуғыш/алыш | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Дитерихс Михаил Константинович (17 апрель 1874 йыл — 9 октябрь 1937 йыл) — Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑лейтенант (1918). 1904—1905 йылдарҙағы Рус‑япон һәм Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт ғәскәренең почётлы казактары (Ил егете) исемлегенә индерелгән (1920). Приамурье земство крайы хакимы (1922 йыл).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1874 йылдың 5 (17) апрелендә Санкт—Петербургта полковник-артиллерист Константин Александрович Дитерихстың һәм Ольга Иосифовна Мусницкаяның ҙур ғаиләһендә тыуған[4].
1894 йылда Паждар корпусын тамамлағандан һуң 2-се лейб-гвардия артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. 1900 йылда 1-се разряд буйынса Генераль штабы Николаев академияһын тамамлай. 1990—1903 йылдарҙа штаб вазифаларында Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1903 йылда 3-сө драгун полкы эскадроны командиры итеп тәғәйенләнә.
Рус-япон һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һуғыш башланғас, 17-се Армия корпусы штабы ҡарамағында махсус йомоштар өсөн офицер булып тәғәйенләнә. Фронтҡа 1904 йылдың авгусында килә. Ляоян тирәһендә, Шах йылғаһында, Мукден тирәһендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1905 йылдың 17 апрелендә подполковник дәрәжәһенә күтәрелә һәм корпус штабына махсус йомоштар өсөн офицер вазифаһына күсерелә.
1905—1914 йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рус-япон һуғышынан һуң Мәскәү хәрби округына әйләнеп ҡайта. 1906 йылда 7-се армия корпус штабы янына махсус йомоштар өсөн штаб-офицеры итеп тәғәйенләнә. Ошондай уҡ вазифаға Киев хәрби округына күсерелә. 1909 йылда полковник званиеһына лайыҡ була. 1910 йылда округ штабы өлкән адъютанты итеп тәғәйенләнә. 1913 йылда Генераль штабы Баш идаралығының мобилизацион бүлегенә бүлексә начальнигы итеп тәғәйенләнә. Беренсе донъя һуғышын ошо вазифала ҡаршылай.
Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1914—1916 йылдарҙа, Беренсе донъя һуғышы осоронда, 3-сө армияның штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1916 йылдың сентябре башында ул үҙе етәкләгән 2-се Айырым пехота бригадаһы һәм Архангельскиҙан һәм Салоникиларҙан ошондай уҡ тағы ике махсус формированиелар менән серб армияһына ярҙамға юллана (28 сентябрҙә барып етә). 1916 йылдың ноябрь уртаһында уның етәкселегендә болгар армияһының частары ҡыйратыла, һөҙөмтәлә союздаштар 19 ноябрҙә Монастир ҡалаһын яулап ала. Ошоноң менән хәрби уңыштар тамамлана.
Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Февраль революцияһынан һуң Рәсәйгә ҡайтарыла. 1917 йылдың 24 авгусынан алып 6 сентябргә тиклем Петроград айырым армияһы штабы начальнигы була, 6 сентябрҙән 16 ноябргә тиклем — генераль штабы начальнигы.
21 ноябрҙә Украинаға күсенә, 1918 йылдың мартында Чехословак корпусы штабы начальнигы була. Корпус менән ул (июнь айында) Александр Колчакка ярҙам күрһәтә, 1919 йылдың 17 ғинуарында Колчак уны батша ғаиләһенең һәләк булыу cәбәптәрен тикшереү комиссияһы етәксеһе итеп тәғәйенләй (Дитерихс әүҙем монархист була), әлеге комиссияны ул шул уҡ йылдың 7 февраленә тиклем етәкләй.
1919 йылдың 1 июленән 22 июленә тиклем Себер армияһы командующийы була, 22 июлдән 17 ноябргә тиклем — Көнсығыш фронты командующийы һәм ошо уҡ ваҡытта, 12 августан 6 октябргә тиклем, Колчактың штабы начальнигы була. Омск оборонаһы буйынса Колчак менән фекер айырымлыҡтары һөҙөмтәһендә үҙ теләге менән отставкаға китә. 1919 йылдың йәйе-көҙөндә дин яҡлау идеологияһы менән православныйҙарҙың «Изге Тәре Дружинаһы» һәм мосолмандарҙың «Йәшел Байраҡ Дружинаһы» ирекле формированиеларын төҙөү инициаторы була. 1919 йылдың сентябрендә адмирал Колчактың һуңғы һөжүм операцияһын әҙерләй һәм уны уңышлы үткәрә — Тубыл өҙөклөгө. 1920 йылдың майынан Рәсәйҙең Көнсығыш сиге Ҡораллы көстәре баш командующийы Г. М. Семёнов эргәһендәге Хәрби кәңәшмә рәйесе була. 1920 йылдың 15 июнендә Чита ҡалаһында башҡорт вәкилдәренең Хәрби кәңәшмәһе ҡарары менән Башҡорт ғәскәренең почётлы казактары (Ил егете) исемлегенә индерелә[5]. 1922 йылдың июнендә Амур буйы Ваҡытлы хөкүмәте ғәскәрҙәренә һәм флотына етәкселек итә.
1922 йылдың 23 июлендә Владивостокта Земство соборында Алыҫ Көнсығыш хакимы һәм Земство воеводаһы итеп һайлана.
Эмиграцияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1922 йылдың октябрендә Приамурье земство крайы ғәскәрҙәре еңелеүгә дусар була һәм Дитерихс Ҡытайға эмиграцияға китергә мәжбүр була, Шанхайҙа йәшәй. 1930 йылда Урыҫ Дөйөм ғәскәр союзының Алыҫ Көнсығыш бүлексәһе рәйесе булып китә. 1937 йылдың 9 октябрендә вафат була, Шанхайҙа, Лю-Кавей зыяратында, ерләнгән. «Мәҙәни революция» осоронда зыярат ҡыйратыла.
Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Убийство царской семьи и членов Дома Романовых на Урале. — Владивосток: [Тип. воен. академии], 1922.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1902)
- 3-се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Анна ордены (18.09.1904)
- 4-се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир ордены (02.02.1905)
- 2-се дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены, (06.04.1905)
- 2-се дәрәжә ҡылыслы Изге Анна ордены (07.07.1907)
- 3-се дәрәжә Изге Владимир ордены (6.12.1914)
- Георгий ҡоралы (11.04.1915)
- 1-се дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены (08.10.1915)
- 3-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1915)
- 1-се дәрәжә Изге Анна ордены (26.01.1916)
- 2-се дәрәжә ҡылыслы Изге Владимир ордены (1.12.1916)
Сит ил наградалары:
- британ Бани ордены (командор тәреһе) (12.05.1916)
- француз 1914—1918 йылдарҙағы Хәрби тәреһе (guerre de Croix) пальма ботаҡтары менән (19.10.1916)
- француз Почетлы Легион Ордены (офицер тәреһе) (10.01.1917)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Дитерихс Михаил Константинович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Erik-Amburger-Datenbank (нем.)
- ↑ П. Руднев, 2008
- ↑ Плотников. Дитерихс Михаил Константинович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡалып:Книга:Залесский К.А.:Кто был кто в ПМВ
- Дитерихс Михаил Константинович «Силәбе» энциклопедияһында
- Руднев П. Генерал Дитерихс и его книга / Убийство Царской семьи. — М.: Вече, 2008. — 512 с. — ISBN 978-5-9533-3089-3.
- Цветков В. Ж. Генерал Дитерихс. — М.: Посев, 2004.
- Цветков В. Ж. Михаил Константинович Дитерихс // Вопросы истории. — 2013. — № 2. — С. 34—58.
- Цветков В. Ж. Разгромили атаманов, разогнали воевод. О последнем Земском соборе // Родина : журнал. — 2000. — № 11.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Плотников. Дитерихс Михаил Константинович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Биография Дитерихса М. К. на сайте «Хронос»
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- II дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- Хәрби тәре менән наградланыусылар (Франция)
- Почётлы легион ордены офицерҙары
- Изге Станислав ордены кавалерҙары (Рәсәй империяһы)
- 17 апрелдә тыуғандар
- 1874 йылда тыуғандар
- 1871 йылда тыуғандар
- 9 октябрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- 9 сентябрҙә вафат булғандар
- Алыҫ Көнсығыш тарихы
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Рус-япон һуғышында ҡатнашыусылар
- Хәрби тәре 1914—1918 менән бүләкләнеүселәр (Франция)