Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы

Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы (18981974) — совет хирургы, медицина фәндәре докторы (1965), профессор (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, (1967), РСФСР-ҙың (1958) һәм Башҡорт АССР-ының (1948) атҡаҙанған табибы.

Биографияһы

Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы 1898 йылдың 20 авгусында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Сәфәр улусы Яңы Шишмә ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) тыуған. 1924 йылда Дәүләтов Әхмәт Томск университетының медицина факультетын тамамлай һәм Республиканың Белорет районы тораҡ пункттарында Тирлән, Белорет, Инйәрҙә һәм башҡа урындарҙа участка врачы һәм хирургы булып эшләй. 1932 йылда Башҡорт медицина институты асылғандан һуң, ул анатомия кафедраһы, ә аҙаҡ дөйөм хирургия кафедраһы ассистенты була. Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында башта Өфөгә эвакуацияланған госпиталдәрҙә баш хирург булараҡ ҡатнаша, ә 1942 йылда командир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының медик-санитар эскадронының өлкән хирургы булып тәғәйенләнә. Ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944), «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1943), «Сталинградты обороналаған өсөн», «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «СССР ҡораллы көстәренә 50 йыл» миҙалдары менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуң Дәүләтов Ә.С. Башҡорт медицина институтында эшләй, ә 1951 йылдан институттың хирургия кафедраһы менән етәкселек итә. Фәнни хеҙмәттәре үт ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында хирургик ярҙам ысулдарын эшләүгә, йыуан эсәктең онкологик патологияһын өйрәнеүгә арналған, шулай уҡ Дәүләтов хирург ҡулдарын махсус ысул менән эшкәртеүҙе һәм яра инфекцияһын тоҙ кислотаһының йомшаҡ иретмәһен ҡулланып профилактикалауҙы, паренхиматоз органдарҙың зарарланғанда, елек һөйәге һынғанда ҡан туҡтатыу өсөн плацентар туҡыманың ҡулланыу ысулын тәҡдим итә[1]. Профессор етәкселегендә 5 кандидатлыҡ диссертацияһы, 3 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана. Шулай уҡ Ә. С. Дәүләтов 65 фәнни эш һәм «Профилактика и лечение гнойно-инфицированных ран желудочным соком и соляной кислотой» монографияһы авторы, ул урыҫса-башҡортса-латинса медицина терминдары һүҙлеген төҙөүселәрҙең береһе[2].

Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы 1974 йылдың 2 ноябрендә вафат була һәм Өфө ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнә.

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһының 1995 йылдың 12 майындағы 172-се ҡарары менән Өфө ҡалаһының 10-сы Профессиональ лицейына данлыҡлы хирург Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы исеме бирелә[3].
  • Өфөлә Пархоменко, 97 урамы буйынса Дәүләтов йәшәгән йортҡа уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

  1. Давлетов Ахмет-Сагадат Гареевич(недоступная ссылка)
  2. Давлетов А.С.
  3. История лицея(недоступная ссылка)

Һылтанмалар