Рәмил Ҡол-Дәүләт

Рәмил Хөснөтдин улы Дәүләтҡолов, Рәмил Ҡол-Дәүләт (рус. Рамиль Хуснутдинович Давлеткулов, Рамиль Кул-Давлет; 1958 йылдың 30 майы, Әлмөхәмәт ауылы, Башҡорт АССР-ы1998 йылдың 12 ғинуары, Өфө), Рәмил Ҡол-Дәүләт исеме менән билдәле — башҡорт шағиры, драматургы. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990)[1].

Тормош юлы

Р. Х. Дәүләтҡолов 1958 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған[2].

1981 йылдан Бөрйән районы район мәҙәниәт йортонда эшләй[2].

1988 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай[2].

1988 йылдан «Китап» нәшриәтендә, 1994 йылдан — «Башҡорт энциклопедияһы» фәнни нәшриәтендә хеҙмәткәр булып эшләй[2].

1995–1997 йылдарҙа Мостай Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театрында әҙәби мөхәррир булып эшләй[2].

1998 йылдың 12 ғинуарында Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән[2].

Ижады

1986 йылда Рәмил Ҡол-Дәүләттең тәүге шиғырҙар йыйынтығы — «Ямғыр алдынан» донъя күрә. Тере сағында дүрт шиғыр йыйынтығы баҫылып сыға: «Ямғыр алдынан» (1988), «Һигеҙенсе мөғжизә» (1991), «Караул!!!» (1996), «Егет һүҙе» (1998), ә 2008 йылда — «Шиғырҙар. Пьесалар»[1]. Ҡол-Дәүләт шиғриәтенең айырмалы үҙенсәлеге — экспрессивлыҡ, образлылыҡ һәм ассоциативлыҡ. «Һигеҙенсе мөғжизә» (1991) һәм «Егет һүҙе» (1997) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарҙа — Башҡортостан яҙмышы тураһында уйланыуҙар, республика халҡының милли яңырыуына саҡырыу.

Рәмил Ҡол-Дәүләт ҡәләменән бер нисә пьеса сыҡҡан — «Һарысәс», «Бермуд өсмөйөшө», «Шартлап китһен донъяһы!» һәм башҡалар[1]. Драматик әҫәрҙәрендә хәҙерге заман әхлаҡи проблемалары күтәрелә. Драматургтың пьесалары Башҡортостан Республикаһының күп театрҙарында ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • 2002 йылда Ҡол-Дәүләт уҡыған Урал урта мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асыла һәм уның исемендәге стипендия булдырыла, уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға тапшыралар[4].
  • «Йәшлек» гәзите тарафынан 2011 йылда Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге әҙәби премия булдырыла[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Кул-Давлет, Рамиль. Википедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 К 60-летию со дня рождения писателя Р. Кул-Давлета. Культурный мир Башкортостана (30 май 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2026.
  3. Давлеткулов Рамиль Хуснутдинович (1958–1998) ● Рамиль Кул-Давлет. Литературная карта Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2026. Архивировано 1 ғинуар 2021 года.
  4. Янгельская сельская библиотека. ВКонтакте (14 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2026.

Әҙәбиәт

  • Әлибаев З. Рух саҡырыуы. // Йәшлек. — 2001. — 16 ғинуар.
  • Мәҡсүтов Ю. «Иртәрәк белгән булһаҡ әгәр…» // Йәшлек. — 2002. — 5 март. — 3-сө бит.
  • Байрамғолова Ю. Шағир рухын ҡыуандырҙыҡ. // Йәншишмә. — 2002. — 13 март.
  • Рәмил Ҡол-Дәүләт. // Тамаша. — 2003. — 29–52-се биттәр.
  • Үтәбай Ә. Офоҡтарға китеп юғалһам… // Ағиҙел. — 2008. — № 5. — 144–149 б.
  • Үтәбай Ә. «Тоҡандырыусыларҙың» береһе. // Башҡортостан. — 2008. — 29 май.
  • Шәрәфетдинов Д. «Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ, офоҡтарға китеп юғалһам…» // Йәшлек. — 2008. — 31 май. — 6-сы бит.
  • Усманова К. Йондоҙ атылды. // Башҡортостан. — 2008. — 9 июль. — 3-сө бит.
  • Мусина Р. Йәшләй китте, йәшнәп китте. // Осҡон. — 2010. — 4 фев.

Һылтанмалар