Егорова Полина Алексеевна

Егорова Полина Алексеевна[3] (2000 йылдың 25 феврале, Салауат, Башҡортостан Республикаhы) — арҡала һәм баттерфляй стилендә йөҙөүгә махсуслашҡан Рәсәй йөҙөүсеһе. Баҡыла үткән Европа уйындарының (2015) алты тапҡыр чемпионы[4] һәм Үҫмерҙәр Олимпия уйындарының (2018) өс тапҡыр чемпионы[5][6][7].

Биографияһы

Полина Алексеевна Егорова 2000 йылдың 25 февралендә Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында тыуа[1]. Тренеры Хәниф Шафиҡов[1] етәкселегендә халыҡ-ара класлы спорт мастеры статусына эйә була[8].

2015 йылда Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла үткән беренсе Европа уйындарында (рус.)баш.[4] арҡала йөҙөү буйынса ике алтын миҙал (100 һәм 200 метр)[9], баттерфляй стилендә — ике (50 һәм 100 метр)[10], эстафеталарҙа ҡатнашып тағы ла ике миҙал яулап, алты тапҡыр чемпион була[11][12].

2016 йылда Нетанияла үткән Европа чемпионатында ҡатнаша. Унда бары тик 9-сы урын ала, әммә Рәсәйҙең йыйылма командаһына эләгеп халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуы арҡаһында халыҡ-ара класлы спорт мастеры статусын ала[8].

2018 йылда Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, 100 метрға арҡала йөҙөүҙә 4-се була, шул уҡ ваҡытта Европа чемпионатында ҡатнашыу өсөн нормативты үтәй[13]. Шулай уҡ 200 метр дистанцияла бронза миҙал яулай[14]. 2018 йылда Глазгола берләшкән йәйге чемпионат составында үткән Европа чемпионатында дүрт шәхси дистанцияла ҡатнаша, әммә береһендә лә финалға үтә алмай. 50 метрға арҡала йөҙөүҙә — 21-се[15], 100 метрҙа — 18-се[16] 200 метрҙа — 17-се[17], баттерфляй стилендә 100 метрға 28-се була[18].

2018 йылда Үҫмерҙәрҙең йәйге Олимпия уйындары

2018 йылдың октябрендә Буэнос-Айреста үткән Үҫмерҙәр Олимпия уйындарында (рус.)баш. йыйылма команда составында ҡатнаша[19], унда: арҡала 100 һәм 200 метр, баттерфляй менән 50 һәм 100 метрға йөҙә[2].

7 октябрҙә арҡала 100 метрға алдан үткән раундта еңә һәм дөйөм өсөнсө урын яулап, шул уҡ көндә үткән ярымфиналға сыға[20], унда 16 кеше араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп (1.00,92), финалға үтә[21]. Шулай уҡ киске сессия алдынан Рәсәй йөҙөүселәре квалификациянын һуң команданың ҡатнаш эстафетаһына (ирекле стиль менән 4×100 метр) дүрт кешене алмаштырыуы, һәм Полина Егорованың өсөнсө этап финалында ҡатнашыуы билдәле була[22][23]. Полина Егорова, Андрей Минаков, Елизавета Клеванович һәм донъя рекордсмены Климент Колесников составындағы Рәсәй йыйылма командаһы 3.28,50 һөҙөмтәһен күрһәтеп, беренсе була[24], Рәсәй йөҙөүселәре барыһына ла «алтын» миҙалдар тапшырыла[5].

8 октябрҙә арҡала 100 метр дистанция финалында ҡатнашып, чемпион булған икенсе Рәсәй спортсыһы Дарья Васькинанан 0,8 секунд ҡына ҡалышып, дүртенсе була[25]. Бер сәғәттән һуң 4х100 метр ҡатнаш эстафетала ҡатнашып, өсөнсө этапта баттерфляй стилендә йөҙөп, бронза миҙал яулай[26][27].

9 октябрҙә иртәнге сессияла баттерфляй стилендә 50 метрлыҡ дистанцияла 27,43 секунд ваҡыт күрһәтеп, 8-се була һәм ярымфиналға сыға[28]. Шулай уҡ арҡала 200 метр йөҙөү буйынса ла һигеҙенсе ваҡыт күрһәтә[29]. Кисен финалда шул уҡ дистанцияла һуңғы — һигеҙенсе урын яулай[30]. Баттерфляй менән 50 метрға ярымфиналда бишенсе һәм ике йөҙөүҙө 26,98 секунд һөҙөмтә күрһәтеп, финалға сыға[31].

10 октябрҙә баттерфляй стилендә 50 метрға йөҙөүҙә немка Ангелина Кёлер менән өсөнсө урынды бүлешеп — «бронза»[32], Уйындарҙа өсөнсө урын яулай[33]. Үҙе белдереүенсә, был дистанциялағы миҙал уның өсөн көтөлмәгән була[34].

Ярыштарҙың һуңғы көнөндә, 11 октябрҙә, баттерфляй менән 100 метрға һайлап алыу[35], һәм ярымфинал ярыштарында сығыш яһай[36], 12 октябрҙә үткән финалға путёвка яулай. Киске сессияла ирекле стиль менән 4х100 метрлыҡ эстафетала Дарья Васькина, Анастасия Макарова һәм Елизавета Клеванович менән алтын миҙал яулай[6], шулай итеп, Үҫмерҙәр Олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы була[37].

Уйындарҙың һуңғы көнөнә тиҙлекте арттырҙым, шәхси алтын яулай алдым. Бында сығыш яһауыма бик шатмын. Был минең үҫмерҙәр йыйылма командаһы өсөн һуңғы стартым. Асылда, үҫмерҙәр командаһы менән бер йыл элек хушлашҡайным, ә хәҙер … хушлашыуҙы тамамлап ҡуйҙым

Полина Егорова[38]


Һуңғы көндә баттерфляй стиле менән 100 метрға шәхси йөҙөүҙә 59,22 секунд һөҙөмтә күрһәтеп, өсөнсө «алтын» миҙал яулай[39]. Йомғаҡлау финалында Климент Колесников, Анастасия Макарова һәм Андрей Минаков менән ҡатнаш эстафетала Ҡытай спортсыларынан ғына ҡалышып, көмөш миҙал яулай[40]. Шул уҡ ваҡытта ул баттерфляйҙың үҙе өсөн өҫтөнлөклө булмауын билдәләй, ә Аргентиналағы турнир уның өсөн үҫмерҙәр араһында һуңғы старт була. Полина ололар араһында дәғүәселектең күпкә юғары булыуын һәм үҙен нисек күрһәтерен әле белмәүен белдерә[38].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 База данных спортсменов и результатов. Всероссийская Федерация Плавания. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2018. Архивировано 26 апрель 2018 года.
  2. 1 2 3 EGOROVA Polina - Buenos Aires 2018 (ингл.). www.buenosaires2018.com. Buenos Aires 2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2018. Архивировано 6 октябрь 2018 года.
  3. Персональные данные спортсменов. Всероссийская Федерация Плавания. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2018. Архивировано 26 апрель 2018 года.
  4. 1 2 Baku 2015 1st European Games - Athletes - EGOROVA Polina (ингл.). Baku 2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2018. Архивировано 26 апрель 2018 года.
  5. 1 2 Buenos Aires 2018 - Swimming - Mixed 4x100m Freestyle - Medallists (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (7 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2018. Архивировано 7 октябрь 2018 года.
  6. 1 2 Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 4x100m Freestyle - Medallists (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (11 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2018. Архивировано 11 октябрь 2018 года.
  7. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 100m Butterfly - Medallists (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (12 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2018. Архивировано 13 октябрь 2018 года.
  8. 1 2 Полина Егорова – мастер спорта международного класса  (рус.), Sports.ru (24 октябрь 2016). 26 апрель 2018 тикшерелгән.
  9. Baku 2015 European Games - Swimming - Women's Backstroke 100M (ингл.). Baku 2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2018. Архивировано 26 апрель 2018 года.
  10. Baku 2015 European Games - Swimming - Women's Butterfly 50M (ингл.). Baku 2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2018. Архивировано 26 апрель 2018 года.
  11. Baku 2015 European Games - Swimming - Women's Freestyle Relay 4X100m (ингл.). Baku 2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2018. Архивировано 26 апрель 2018 года.
  12. Baku 2015 European Games - Swimming - Women's Medley Relay 4X100m (ингл.). Baku 2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2018. Архивировано 22 апрель 2018 года.
  13. Фесикова уверена, что сможет добавить к старту чемпионата Европы по плаванию  (рус.), ТАСС (24 апрель 2018). 26 апрель 2018 тикшерелгән.
  14. Устинова победила на дистанции 200 метров в плавании на спине на ЧР в Москве. РИА-Спорт (21 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2018. Архивировано 26 апрель 2018 года.
  15. Glasgow 2018 - 50 m Backstroke Women - Preliminary (ингл.). www.europeanchampionships.com. Glasgow 2018 (4 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2018. Архивировано 17 август 2018 года.
  16. Glasgow 2018 - 100 m Backstroke Women - Preliminary (ингл.). www.europeanchampionships.com. Glasgow 2018 (6 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2018. Архивировано 17 август 2018 года.
  17. Glasgow 2018 - 200 m Backstroke Women - Preliminary (ингл.). www.europeanchampionships.com. Glasgow 2018 (8 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2018. Архивировано 17 август 2018 года.
  18. Glasgow 2018 - 50 m Butterfly Women - Preliminary (ингл.). www.europeanchampionships.com. Glasgow 2018 (3 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2018. Архивировано 3 август 2018 года.
  19. Колесников и Егорова вошли в состав команды российских пловцов на ЮОИ. РИА Спорт (11 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2018. Архивировано 7 октябрь 2018 года.
  20. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 100m Backstroke - Heats - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (7 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2018. Архивировано 7 октябрь 2018 года.
  21. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 100m Backstroke - Semifinals - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (7 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2018. Архивировано 7 октябрь 2018 года.
  22. Buenos Aires 2018 - Swimming - Mixed 4x100m Freestyle - Heats - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (7 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2018. Архивировано 7 октябрь 2018 года.
  23. Buenos Aires 2018 - Swimming - Mixed 4x100m Freestyle - Final - Start List (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (7 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2018. Архивировано 7 октябрь 2018 года.
  24. Buenos Aires 2018 - Swimming - Mixed 4x100m Freestyle - Final - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (7 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2018. Архивировано 7 октябрь 2018 года.
  25. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 100m Backstroke - Final (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (8 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2018. Архивировано 8 октябрь 2018 года.
  26. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 4x100m Medley Relay - Final - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (8 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2018. Архивировано 8 октябрь 2018 года.
  27. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 4x100m Medley - Relay - Medallists (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (8 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2018. Архивировано 8 октябрь 2018 года.
  28. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 50m Butterfly - Heats - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (9 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2018. Архивировано 9 октябрь 2018 года.
  29. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 200m Backstroke - Heats - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (9 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2018. Архивировано 9 октябрь 2018 года.
  30. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 200m Backstroke - Final - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (9 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2018. Архивировано 9 октябрь 2018 года.
  31. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 50m Butterfly - Semifinals - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (9 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2018. Архивировано 11 октябрь 2018 года.
  32. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 50m Butterfly - Final - Results Summary (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (10 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2018. Архивировано 11 октябрь 2018 года.
  33. Кузенко, Олег. На юношеских Олимпийских играх Полина Егорова завоевала третью медаль  (рус.), BASH.NEWS (11 октябрь 2018). 11 октябрь 2018 тикшерелгән.
  34. Гибадиева, Вероника. Егорова: не ожидала, что будет медаль ЮОИ на 50 м баттерфляем  (рус.) (11 октябрь 2018). 11 октябрь 2018 тикшерелгән.
  35. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 100m Butterfly - Heats - Results (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (11 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2018. Архивировано 11 октябрь 2018 года.
  36. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 100m Butterfly - Semifinals - Results (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (11 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2018. Архивировано 11 октябрь 2018 года.
  37. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 4x100m Freestyle - Final (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (11 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2018. Архивировано 11 октябрь 2018 года.
  38. 1 2 Гибадиева, Вероника. Егорова рассказала, что фокусируется на плавании на спине, не на баттерфляе, Р-Спорт (13 октябрь 2018). 13 октябрь 2018 тикшерелгән.
  39. Buenos Aires 2018 - Swimming - Women's 100m Butterfly - Final (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (12 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2018. Архивировано 13 октябрь 2018 года.
  40. Buenos Aires 2018 - Swimming - Mixed 4x100m Medley Relay - Final (ингл.). www.buenosaires2018.com. IOC (12 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2018. Архивировано 13 октябрь 2018 года.

Тема буйынса өҫтәмә