Екомасов Евгений Григорьевич
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d][1] (2006) |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Ғилми исеме | профессор[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған көнө | 8 июнь 1958[1] (66 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим, физик, университет уҡытыусыһы |
Тыуған урыны | |
Эш урыны |
Екомасов Евгений Григорьевич (8 июнь 1958 йыл) — ғалим-физик. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2006), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Евгений Григорьевич Екомасов 1958 йылдың 8 июнендә Приморье крайы Анучино ауылында тыуған. 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡалдырыла. Теоретик физика кафедраһы аспирантураһында уҡый. Кандидатлыҡ диссертацияһын 1991 йылда Мәскәү дәүләт университетында («Физика магнитных явлений» һөнәре буйынса), докторлыҡ диссертацияһын (Физика конденсированного состояния) 2005 йылда Силәбе дәүләт университетында яҡлай. БДУ-ла 1980 йылдан алып 1997 йылға тиклем — доцент, 2006 йылдан — профессор вазифаһында. 2003 йылдан — белем сифатын тикшереү бүлеге начальнигы.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни эшмәкәрлеге магнит күренештәре физикаһына һәм ҡаты есем физикаһына арналған. Е. Г. Екомасов күп рәшәткә аҫты магнетиктарындағы ҙур күләмле магнит төрлөлөктәрен өйрәнә; домендар сигенең иң ҙур хәрәкәт тиҙлеге янында теорияның лоренц-инвариантлығы боҙолоу, уларҙың хәрәкәт йүнәлешен билдәләүсе фаза күсеү һәм тауыш тиҙлеге янында динамик яҡтан үҙгәреү ихтималлығын билдәләй; ферроһәм антиферромагнетиктарҙа магнитланыуҙың һыҙыҡлы булмаған тулҡындарының структура үҙенсәлектәрен, таралыуын һәм барлыҡҡа килеүен тикшерә.
200 ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Халыҡ-ара һәм Бөтә рәсәй фәнни конференциялар ҡатнашыусыһы. Башҡортостан Республикаһында физика буйынса «Уҡыусы-студент-аспирант-ғалим» өҙлөкһөҙ әҙерләү системаһын ойоштороусыларҙың береһе, күп йылдар физика буйынса уҡыусылар араһында республика олимпиадалары, Өфө кубогы һәм МАН физика секцияһының жюрийы рәйесе. Физика буйынса БДУ-ла үткәрелгән 20-нән ашыу йәштәр фәнни конференциялар һәм семинарҙар ойоштороусыһы.
Төп ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Динамика неелевской доменной границы с «тонкой» структурой в редкоземельных ортоферритах (авторҙаш)
- Физика твёрдого тела. 2001. Т.43. Вып.7; Reversal process of a magnetic vortex core under the combined action of a perpendicular field and spin transfer torque (авторҙаш)
- Applied Physics Letters. 2013. Vol.102. Is.6.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы (2008);
- Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы Почет грамотаһы (2001);
- Башҡортстан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамоталары (2006, 2007, 2008, 2009, 2010, 2011);
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000);
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011);
- Башҡортостан Республикаһының «Молодежная газета»һының «Премьера» әҙәби конкурсы лауреаты (2009);
- Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты (2002—2003).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Екомасов Евгений Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2021)