Етем төлкө (әкиәт)
«Етем төлкө» (рус. Лиса-сирота) — хайуандар тураһындағы башҡорт халыҡ әкиәте[1]. Әҫәрҙә берҙәм көс менән хужалыҡ алып барған дуҫтарҙың берҙәмлеге һәм уларҙың араһына хәйлә менән үтеп ингән төлкөнөң ҡылыҡтары ҡапма-ҡаршы ҡуйыла.
Тарихы
1945 йылда Белорет районының Сермән ауылында Н. Иҙелбаев тарафынан Мәүлиха Ғәфүрованан яҙып алынған. Икенсе варианты — «Төлкө мәзин» тип атала һәм ул 1963 йылда Ф. Ғәлимов тарафынан Салауат районының Әлкә ауылында 1888 йылғы Х. Зиннәтуллиндан яҙып алынған. Башҡорт дәүләт университетының фольклор фондында һаҡлана. Шулай уҡ татар һәм Кавказ халыҡтары әкиәттәрендә лә варианттары бар. Әкиәт сюжеты Европала киң таралған. Рус халыҡ әкиәттәрендә «Лиса-повитуха» әкиәте шундай уҡ сюжетҡа ҡоролған. Африка һәм Америка халыҡтары фольклорында ла осрай. Шулай уҡ белорус һәм украин халыҡ әкиәттәрендә лә бар. Башҡа әкиәттәрҙә төлкө айыу менән бүренең дуҫлығын боҙһа, был әкиәттә иһә 5 хайуандың араһын бутау тасуирлана. Беренсе тапҡыр 1952 йылда «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабында баҫылып сыға (89-96-сы биттәр). Һуңынан 1956 йылда «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» (299-304-се биттәр), 1959 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» китабында (242-243-сө биттәр), "Башҡорт халыҡ ижады"ның «Әкиәттәр» тип аталған 1-се китабында (№ 4) — башҡорт телендә, 1947 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан «Башкирские народные сказки» китабында (62-68-се биттәр), 1969 йылда сыҡҡан «Башкирские народные сказки» китабында (100-104-се биттәр), «Волга родная» нәшриәтендә сыҡҡан китапта (88-102-се биттәр), 1987 йылда «Башкирские народные сказки» китабында (11-14-се биттәр), «Башкирское народное творчество» серияһының 4-се томында (№ 85) рус телендә баҫыла[2].
Халыҡ-ара Аарне — Томпсон классификацияһы буйынса AT 15 («Май йәки бал урлап ашаусы төлкө») сюжет төрөнә ҡараһа ла, башҡортса варианты образдарҙың характеры, мотивтарҙың контаминацияһы (рус.)баш., нәфис һүрәтләү йәһәтенән милли үҙенсәлеккә эйә. Йәғни «Етем төлкө» әкиәте көнсығыш славян, татар, дағстан варианттарынан төлкөнөң айыуҙы йәки бүрене генә түгел, ә тотош йәнлектәр ғаиләһен алдауы менән айырыла. Шулай уҡ ул АТ 15 төрөнә ҡараған көнсығыш славян әкиәттәрендәгесә тантана менән түгел, ә алдаҡсыны табып, уға яза биреү менән тамамлана[3].
Әкиәттең сюжеты
Яҙ көнө айыу, бүре, эт һәм ҡуян осрашып, артабан бергәләп хужалыҡ алып барырға һәм ҡышты бергә үткәрергә һүҙ ҡуйыша. Улар урман аҡланында йорт һала, һыйыр һатып ала, һөтөн һауып, май яҙып, ҡышҡылыҡҡа бер батман һары май әҙерләп ҡыйыҡ аҫтына йәшерә.
Көндәрҙең бер кисендә өйгә хәйләкәр төлкө килеп инә һәм үҙен яҡлаусыһыҙ етем итеп күрһәтеп, ғаиләгә ҡабул итеүҙәрен һорай. Йәнлектәр уны үҙ эргәһенә ала. Күп тә үтмәй, төлкө ҡыйыҡ аҫтындағы майҙы белеп ҡала һәм уны яңғыҙы ашап бөтөрөү өсөн хәйлә ҡора.
Ул өйҙән тышҡа сығып, тәҙрә сиртә лә үҙен яңы тыуған балаға исем ҡушырға саҡырыусы ролен уйнай. Өс тапҡыр «ҡунаҡҡа барып», ҡыйыҡ аҫтындағы майҙы урлап ашай. Һәр ҡайтҡан һайын ҡушылған исемдәрҙе майҙың күләменә ҡарап әйтә:
- Тәүге тапҡыр — «Башбала» (майҙы ашай башлаған);
- Икенсе юлы — «Уртансы» (батмандың яртыһына еткән);
- Өсөнсө тапҡыр — «Кинйә» (батмандың төбөнә төшкән).
Ҡыш еткәс, йәнлектәр майҙы ашарға алырға менгәс, һауыттың буш икәнен күрә. Төлкөнөң ялғаны фаш ителә, һәм ул тейешле язаһын ала[4].
Төп персонаждар
- Төлкө — хәйләкәр һәм алдаҡсы булараҡ һүрәтләнгән персонаж; ул үҙен етем итеп күрһәтеп, дуҫтарының ышанысына инә һәм уларҙың хеҙмәт емешен урлай;
- Айыу — хужалыҡтың төп ойоштороусыһы, ҙур көскә һәм абруйға эйә башлыҡ образы;
- Бүре — хужалыҡта төп көс һәм хеҙмәттәшлекте һаҡлаусы йәнлек;
- Эт — һаҡсы һәм тоғро дуҫ холоҡло образ;
- Ҡуян — өйҙәге көндәлек ваҡ-төйәк эштәрҙе сос башҡарыусы ярҙамсы[4].
Хәҙерге ҡулланылышы
«Етем төлкө» әкиәте Башҡортостан мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, балалар баҡсаларында тәрбиәүи дәрестәрҙә ҡулланыла[5][6]. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында инсценировка ҡуйыла[7]. Махсус китапхана «Таганок» фестивалендә был әкиәт менән призлы урынға лайыҡ була[8]. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ репертуарына «Етем төлкө» спектаклен (режиссеры — Ольга Штырляева, рәссамы — Илнур Слявчин) индергән[9][10]. Әбйәлил районы Байым мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан Яңы Балапан, Рәхмәт ауылдары мәктәптәрендә әкиәт буйынса спектаклдәр ҡуйыла[11][12].
2004 йылда Мәскәүҙең «Пилот» анимация студияһы тарафынан «Гора самоцветов» сериалы сиктәрендә әкиәт мотивтары буйынса режиссёр Сергей Гордеев «Лиса-сирота (рус.)баш.» исемле йәнһүрәт төшөрә[13][14].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһында әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — ISBN 978-5-295-04928-6.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһында әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — С. 178. — ISBN 978-5-295-04928-6.
- ↑ Р. Ф. Ильясов. Сюжетные параллели в сказках тюркоязычных народов о животных. Советская тюркология (15 июнь 1981). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 Хөсәйенова Г. Р. Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһында әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — С. 46—49. — ISBN 978-5-295-04928-6.
- ↑ Ғәзизова З. Ф. Сценарий «Етем төлкө» (башҡ.). Мультиурок (17 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2026.
- ↑ Знакомство с башкирской народной сказкой «Етем төлкө» в группе "Подснежник". detskysad5tat.edu-rb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2026.
- ↑ Кукольный спектакль по башкирской народной сказке «Лиса-сирота». brsbs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2026.
- ↑ «Таганок» балалар китап театры I Республика фестивалендә ҡатнашыу (башҡ.). Башҡорт республика махсус китапханаһы (6 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2026.
- ↑ "Етем төлкө" ("Лиса-сирота") (башҡ.). teatrkukol-ufa.ru (24 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2026.
- ↑ 28 мартта Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында “Етем төлкө” спектакле башҡорт телендә ҡуйыласаҡ (башҡ.). https://culture-bash.bashkortostan.ru+(26 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2026.
- ↑ «Етем төлкө» әкиәте Яңы Балапан сәхнәһендә (башҡ.). ДК с. Баимово (8 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2026.
- ↑ Балалар өсөн спектакль «Етем төлкө» (башҡ.). ДК с. Баимово (21 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2026.
- ↑
Лиса сирота башкирская сказка
- ↑ Российская анимация в буквах и фигурах: Лиса-сирота. Аниматор.ру (1 декабрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2026.
Әҙәбиәт
- Хөсәйенова Г. Р. Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһында әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — С. 432. — ISBN 978-5-295-04928-6.;
- Бараг Л. Г. Сравнительный указатель сюжетов: Восточнославянская сказка. — Ленинград: Наука, 1979. — С. 438..