Ефимова Әминә Кәрим ҡыҙы
Белеме
Ҡазан университетында уҡый һәм уны 1947 йылда тамамлай.
Хеҙмәт юлы
Университетты тамамлағандан һуң, Өфө ғилми-тикшерернеү институтында хеҙмәт итә, 1950 йылдан алып унда лаборатория етәксеһе булып эшләй. 1956—1977 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтында 1962 йылдан алып лаборатория етәксеһе була. Фәнни хеҙмәттәре көкөртлө нефттәрҙе эшкәрткән ваҡытта технологик ҡорамалдарҙы коррозиянан һаҡлау проблемаларына арналған.
Ғалим етәкселегендә ИКБ-1, ИКБ-2 һәм ИКБ-4 коррозия ингибиторҙары эшләнелә. Ул 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һылтанмалар
- Ефимова Әминә Кәрим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.