Журавлёв Числав Григорьевич
Гражданлығы | |
---|---|
Жанр | проза |
Псевдоним | Числав Журавлёв |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 27 апрель 1935 |
Һөнәр төрө | тәржемәсе, шағир, яҙыусы |
Вафат булған көнө | 18 август 2018 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Журавлёв Числав Григорьевич (27 апрель 1935 йыл — 18 август 2018 йыл) — эрзя совет шағиры һәм яҙыусыһы. Мордва Республикаһының атҡаҙанған шағиры (2009).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Числав (тулы исеме — Вячеслав) Григорьевич Журавлёв 1935 йылдың 27 апрелендә хәҙерге Һамар өлкәһенең Похвистневский районы эрзя ауылы Оло Толкайҙа тыуған[1].
Мало-Толкай педагогия училищеһын тамамлай, Куйбышев өлкәһе Кошкинский районының Чесноковка урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. 1954 йылдан 1957 йылға тиклем армияла хеҙмәт итә. Азак, 12 йылдан артыҡ Себерҙә төрлө вазифаларҙа эшләй. 1967 йылда Куйбышевҡа ҡайта 1975 йылда Волгоград физик культура институтын тамамлай.
60-сы йылдарҙа ауыр атлетика буйынса тренер, алтын приискыларында старатель, бортрадист (Магадан).
1967 йылда — физкультура уҡытыусыһы, тренер, спорт судьяһы.
Мәктәптә үк шиғырҙар яҙа башлай. Беренсе остазы һәм уҡытыусыһы шул ваҡытта эрзя теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан В. К. Радаев була. Ул шулай уҡ ул әҙәби түңәрәге алып бара. Буласаҡ яҙыусының ҡарашы һәм әхләҡи тәжрибәһе еңел булмаған тормош йоғонтоһо аҫтында формалаша.
Тәүге әҫәрҙәре «Шиғриәт көнөндә» (1977), «Йәйғор» (1979), «Иҙел таңдары» тип аталған куйбышев йыйынтыҡтарында (1981) һ. б. рус телендә баҫылып сыға
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1982 йылда «Эрзянь правда» гәзитендә һәм «Сятко» журналында эрзя телендә уның шиғырҙарының ҙур шәлкеме баҫылып сыға. Уны яҙыусылар даирәһендә лә, китап уҡыусылар ҙа һиҙәләр. Балалар эрзя «Чилисема» журналында, «Эрзянь Мастор» гәзитендә, «Валдо ойме» һамар өлкә гәзитендә әҫәрҙәрен әүҙем баҫтырып сығара.
Журавлевтың әҫәрҙәре «Маней васолкст» («Ясные дали») һәм «Горизонт» коллектив йыйынтыҡтарҙа ла баҫыла. Журавлевтың тәүге шиғри китабы «Сёксень цецят» («Көҙгө сәскәләр»). 1991 йылда Мордва китап нәшриәтендә баҫылып сыға. Һуңынан китаптары «Овтоня латко» («Айыу йырыны», 1993), «Каргонь вайгель» («Торна тауышы», 1995), «Валдо ойма» («Яҡты күңел», 1996), «Арсемат ды еэот» («Фекер һәм хистәр», 2000), «Вечкемань теште» («Мөхәббәт йондоҙо», 2001), «Кемемань валдо» («Ышаныс яҡтыһы», 2002), «Арсемань пакся» («Уйҙар яланы», 2003), «Седеень вайгель» («Йөрәк тауышы», 2004) һ. б.баҫылып сыға.
2007 йылда Журавлев Числавтың унынсы китабы — шиғырҙар йыйынтығы — «Каргинеть» («Торнаҡайҙар») донъя күрә. Числав Григорьевичтың шиғырҙарында һәр бер юлында һәм һәр һүҙендә тыуған халҡына, туған эрзя теленә һөйөү сағыла. «Каргинеть» китабы — эрзя халҡының әҙәби тормошонда уникаль күренеш. Бында эрзя телендәге афоризмдар — рифмаға һалынған аҡыллы фекерҙәр ингән. Китапта — 2522 ҡыҫҡа шиғырҙар (миниатюралар). Был ҡыҫҡаса ғына әйтемдәр түгел, был халыҡ аҡылы, эрзя халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм традициялары, халыҡ фекере һәм хистәре. Был таҙа эрзя теле һәм матур шиғри ижек. Журавлев Числавтың шиғырҙарынан изгелек, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркә, ә тәрән аҡыллылыҡ ябай һүҙҙәр менән бирелә. Автор үҙен был юнәлештә яҡшы күрһәтә. Был шиғри оҫталығын үҫеүе, кеше күңеленең нескә сағылышын тәрән аңлау дәлиле булып тора.
Эрзя шағиры һәм яҙыусыһы Журавлев Числавтың баҫтырып сығарған китаптары исмелеге:
- «Сёксень цецят» («Осенние цветы»). — Саранск, 1991.
- «Овто латко» («Медвежий овраг»). — Саранск, 1993.
- «Каргонь вайгель» («Голос журавля»). — Саранск, 1995.
- «Валдо ойме» («Светлая душа»). — Саранск, 1996.
- «Арсемат ды ёжот» («Мысли и чувства»). — I т. — Саранск, 1999.
- «Вечкемань теште» («Звезда любви»). — II т. — Саранск, 2000.
- «Кемемань валдо» («Свет надежды»). — III т. — Саранск, 2001.
- «Арсемань пакся» («Поле раздумий»). — Саранск, 2003.
- «Седеень вайгель» («Голос сердца»). — Саранск, 2004.
- «Каргинеть» («Журавлики»). — Саранск, 2007.
- «Kurekesed» («Журавлики»). — Таллин, 2010.
- «Эрямонь юр» («Основа жизни»). — Саранск, 2011.
- «Кочказь произведеният» («Избранное»). — Саранск, 2012.
Шағирҙың лирикаһының тематик диапазоны күп ҡырлы. Ул үҙ ваҡытының шатлығын, борсолоуҙарын, хеҙмәт кешеһенең ышаныс-өмөттәрен, уның рухи донъяһын сағылдыра. Аныҡ факттарҙан этәрелеп киң дөйөмләштереүҙәргә килә. Уның шиғриәтенә образдарҙың асыҡлығы, хикәйәләүҙең ябайлығы хас. Тәбиғәт донъяһы менән һәм кеше донъяһы мөнәсәбәттәре шағирҙың шиғырҙарында берҙәмлектә бирелә.
Журавлев Числав әҫәрҙәре сығанаҡтарға ҡыҙыҡһыныу арттырыуға, эрзя халҡының рухи-әхлаҡи потенциалын байытыуға, туған телдең һәм мәҙәниәттең үҫеүенә һәм уны һаҡлауға булышлыҡ итә. Журавлев Числав Григорьевич әҙәби кисәләрҙә, өлкәнең милли байрамдарында, Мордва Республикаһында һәм Һамар өлкәһендә үткәрелгән милләт-ара фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша.
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1989 йылда Һамар өлкәндә Журавлев беренсе булып Һамар өлкәһенең эрзя-моҡша «Масторава» йәмғиәтен ойоштора.
1990 йылдан 2002 йылға тиклем алып өлкә радиоһында, шулай уҡ күп милләтле «Һамарҙан Радио-7» эрзя телендә радиотапшырыуҙар алып бара (ГТРК «Һамар»).
1996 йылдан — Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1999 йылда Журавлев Числав фин-уғыр радиожурналистикаһын үҫтереүгә өлөш индереү буйынса Матиас Кастрен (Финляндия) Йәмғиәтенең халыҡ -ара конкурсы лауреаты була. Эрзя телендәге"Эрзянь келень чи" радиотапшырыуҙары («Эрзя теле көнө») конкурсҡа тәҡдим ителгән фин- уғыр телдәренең 25 радиотапшырыуҙары араһында I урынды яулай.
2002 йыл- эрзя телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн — эрзя телен ҡотҡарыу фондының А. П. Рябов исемендәге премияһы лауреаты (Мордва республикаһы, Саранск ҡалаһы)
2005 йыл — мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә эрзя телендәге әҙәби ижады өсөн Губерна премияһы лауреаты (Һамар өлкәһе).
2008 йылда һамар эрзя яҙыусыһы Журавлев Числав «Каргинеть» («Торнаҡайҙар») шиғри йыйынтығы өсөн «Нәфис шиғри әҫәр» номинацияһында Эстония туғандаш халыҡтары Программаһының һәм фин-уғыр әҙәби ассоциацияның әҙәби премияһына лайыҡ була.
2009 йыл — Мордва Республикаһы Хакимиәтенең Указы менән Числав Журавлевҡа милли мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Мордва Республикаһының атҡаҙанған шағиры» тигән Почётлы исем бирелә.
2009 йыл — Мордва Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
2011 йылдың 2 июлендә XIII өлкә мордва «Масторава» фестивалендә (Һамар өлкәһе, Отрадный ҡалаһы) Журавлев Числав Һамар өлкәһендә мордва милли мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур өлөш индергәне өсөн Һамар өлкәһе Губернаторының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
2012 йылдың 18 майында Һамар өлкәһендә Халыҡтар дуҫлығы йортонда Числав Журавлевтың «Каргонь вайгель» — www.числав.рф. шәхси сайтының презентацияһы үтә.
Журавлев Числав — Рәсәй Федерацияһы фин-уғыр халыҡтарының V съезы делегаты (Мордва Республикаһы, Саранск ҡалаһы, 26-28 сентябрь, 2013 йыл).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Персональный сайт Числава Журавлёва 2016 йылдың 11 март көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ История Мордовии в лицах: Биогр. сб. Кн. 3 /Редкол.:П. Д. Грузнов (отв.ред.), В. А. Чугунов, А. Н. Келина и др. — Саранск. Тип. «Крас. Окт.» , 1994. — 376 с. ISBN 5-7493-0218-0