Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы
Биографияһы
Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы 1911 йылда Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Дүртөйлө ауыл Советы Ҡараҡашлы ауылында тыуған[1][4]. Ҡыҙыл Армияға 1943 йылда Шаран район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында ат ҡараусы, мина килтереп тороусы, элемтә бүлеге командиры була[2].
1944 йылдың 10 июнендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 19.09.1943, Приказ №: 25/н, 10.06.1944, 60 гв. кп 16 гв. кд), 1945 йылдың 14 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 18.01.1945, Приказ №: 4/н, 14.02.1945, 60 гв. кп 16 гв. кд) менән бүләкләнә[1][2].
1945 йылдың 15 февралендә яуҙа һәләк була, Польшаның Ще́цинский воеводствоһы Арнсвальде районы, Райхенбах ауылында ерләнгән[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.02.1945).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Память народа. Зайнагов Газим Гарапович 2021 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 Шаймуратовцы. ЗАЙНАГОВ Газим Гарапович
- ↑ Зайнагов Газим 2021 йылдың 28 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Газим Гарапович Зайнагов 2021 йылдың 28 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Память народа. Зайнагов Газим Гарапович 2021 йылдың 13 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ЗАЙНАГОВ Газим Гарапович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Зайнагов Газим 2021 йылдың 28 июнь көнөндә архивланған.