Закиров Илфат Индулис улы
Илфат Индулис улы Закиров (9 февраль 1970 йыл— 14 март 2000 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Геройы, өлкән лейтенант, Чечен Республикаһында барған хәрби хәрәкәттә Кречет" махсус тәғәйенләнешле бүлектең штурм төркөмө командиры була.
Илфат Закиров 1970 йылдың 9 февралендә Ижевск ҡалаһында тыуған, 55-се ҡала мәктәбендә уҡыған. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенең самбо буйынса тренеры була. 1988 йылда армия сафына алына, 1990 йылда запасҡа ҡайтарыла. Ижевск ҡалаһының 4-се Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тенер-уҡытыусыһы хеҙмәтен башҡара. Илфат дзюдо буйынса спорт мастерлығы кандидат.[1].
Хәрби хеҙмәте
1991 йылда Закиров уҡырға инә. РФ Эске эштәр министрлығының Удмурт Республикаһы буйынса Яза үтәү идаралығының махсус тәғәйенләнештәге отрядының снайперы була. 1995 йылда — Төньяҡ Кавказдағы «ҡыҙыу нөктәгә» беренсе командировкаға ебәрелә, махсус тәғәйенләнешле взвод командиры вазифаһын үтәй. 1999 йылдың август — сентябрендә Дағстанда чечен боевиктары менән һуғыша. 2000 йылдың ғинуарында өсөнсө тапҡыр командировкаға китә.[1].
Батырлығы
2000 йылдың 14 мартында Икенсе Чечен һуғышы осоронда хәрби операциялар барышында Чечен Республикаһының Урус-Мартан районындағы Комсомольское ауылын азат иткәндә Илфат Закиров етәкселегендәге часть боевиктарҙың көслө уты аҫтына эләгә. Алыш ваҡытында уның урынбаҫары кесе лейтенант Валерий Бахарев ҡаты яралана[2].
Закиров, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, яралыны ут һыҙығынан сығарырға маташҡан, әммә үҙе ҡаты яраланған. Ҡамау ҡурҡынысы янағанын, үҙ часының юҡ ителеүен аңлап, ул һалдаттарын сығарыуҙы тәьмин итергә ҡарар итә. Яраланыуына ҡарамаҫтан, Закиров дошманға ут асыуын дауам итә һәм үҙенең составын яңынан төркөмләргә һәм эвакуацияларға бойора[1].
Уның ғәмәлдәре арҡаһында часть тулыһынса юҡ ителеүҙән ҡотола. Алыш ваҡытында Илфат Закиров менән Валерий Бахарев һәләк була. Ижевскиҙа ерләнгән.[1] Рәсәй Федерацияһы Президентының 2001 йылдың 1 мартындағы Указы менән өлкән лейтенант Илфат Индулис улы Закировҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң)[1].
Хәтер
Илфат Закировтың иҫтәлеге Рәсәй штраф системаһы подразделениеларында һаҡлана. Кречет махсус тәғәйенләнештәге часта уның батырлыҡтарын мәңгеләштереүгә айырыуса иғтибар бирелә, унда яңы алынғандарға частың батырлыҡ тарихы, һәләк булған иптәштәре тураһында һөйләйҙәр.
2003 йылда уның хөрмәтенә Ижевск ҡалаһының яңы урамдарының береһенә исем бирелә[3]; школа № 55, в которой учился Ильфат, также носит его имя[1].; Илфат уҡыған 55-се мәктәп тә уның исемен йөрөтә[1].
Илфат Закиров иҫтәлегенә 2004 йылдан алып Ижевскиҙа йыл һайын дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә[1][4].
2024 йылда Илфат Закиров тураһында китап донъя күрҙе. Уның презентацияһы 2024 йылдың 6 декабрендә Ижевск ҡалаһында үтте[5].
2026 йылдың 9 февралендә, уның 56 йәшлек юбилейы көнөндә, Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең «Кречет» ОСН-ы хеҙмәткәрҙәре геройҙың әсәһе Лясира Кәлим ҡыҙы менән бергә уның ерләнгән урынына барып, сәскәләр һалып иҫкә алды[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Закиров Ильфат Индулисович. Сайт «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2018. Архивировано 16 март 2015 года.
- ↑ 1 2 Память погибшего Героя России Ильфата Закирова почтили в Ижевске - udmurt.media. udmurt.media. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.
- ↑ В Ижевске появилась улица Героя России Ильфата Закирова. Официальный сайт школы «Гармония» г. Ижевска (8 сентябрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2012. Архивировано 25 февраль 2018 года.
- ↑ В Ижевске пройдет VII Всероссийский турнир по дзюдо памяти Ильфата Закирова. Татар-информ (12 март 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2018. Архивировано 24 март 2015 года.
- ↑ Новости. s34izh.gosuslugi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Закиров Илфат Индулис улы. «Герои страны» сайты.
- Высокий полет «Кречета» № 122 (24052)(недоступная ссылка)
- Всероссийский турнир по дзюдо памяти Ильфата Закирова 2020 йылдың 30 ғинуар көнөндә архивланған.
- Штурм Комсомольского. Рассказ участника