Закруткин Виталий Александрович
Биографияһы
Виталий Александрович Закруткин 1908 йылдың 27 мартында Феодосияла халыҡ уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. Ун йәшенән баҫыуҙа эшләй башлай. 1929 йылда атаһы ғаиләһен Алыҫ Көнсығышҡа Завитая станцияһына күсерә[3].
1932 йылда имтихандарҙы экстерн тапшырып, М. И. Калинин исемендәге Благовещен педагогия институтын тамалай. 1933 йылдан әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, ә 1936 йылда А. И. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтын тамамлай. Шул уҡ йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, Ростов дүләт педагогия институтының Рус әҙәбиәте кафедраһы мөдире вазифаһына тәғәйенләнә, бында 1941 йылға тиклем эшләй. Һуғыш осоронда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында (РККА) хеҙмәт итә, фронт һәм армия гәзиттәрендә хәбәрсе була, майор. 1946—1950 йылдарҙа В. М. Молотов исемендәге Ростов дәүләт университетында һәм Ростов дәүләт педагогия институтында доцент булып эшләй.
Закруткин 1984 йылдың 10 октябрендә вафат була. Дондағы Кочетовская станицаһында, үҙе даими йәшәгән йорт ихатаһында ерләнә (хәҙер унда В. А. Закруткин йорт-музейы).
Әҫәрҙәре
- «Академик Плющев» (1940)
- «Коричневая чума» (1941)
- «Сила» (1942)
- «Человек со шрамом» (1943)
- «Повесть о слободе Крепкой» (1944)
- «У моря Азовского» (1945)
- «Кавказские записки» (1946)
- «За высоким плетнём» (1948)
- «Млечный путь»
- «Плавучая станица» (1950) (колхозсы-балыҡсылар тураһында)
- «Без вести пропавший» (1956) (1957 йылда экранлаштырыла)
- «Цвет лазоревый. Страницы о М. Шолохове» (1965)
- «Матерь человеческая» (1969) (1975 йылда экранлаштырыла)
- «Мать сыра Земля» (1970)
- «Дорогами большой войны» (1971)
- «Подсолнух»
- «Сотворение мира» — буржуаз донъяның ҡолауы һәм яңы донъя державаһы — 1921 йылдан 1945 йылға тиклем СССР барлыҡҡа килеүе тураһында ҙур эпик әҫәр
- т. 1, 1956
- т. 2, 1968
- т. 3, 1979
- «Верность» (1982)
- «На золотых песках» (1984, тамамланмаған)
«Сотворение мира» романы һәм «Матерь человеческая» повесы донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән.
Ҡаҙаныштары
Файл:Zakrutkin VA-Memo.jpg
Дондағы Ростовтағы Иҫтәлекле таҡтаташ
Наградалары
- Ленин ордены (27.03.1978)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (18.05.1945)
- өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.04.1958; 29.10.1967; 02.07.1971)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (24.04.1943)[4]
- «Кавказды обороналау өсөн» миҙалы
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- башҡа миҙалдар
Премиялары
- «Плавучая станица» романы (1950) өсөн өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951)
- «Матерь человеческая» повесы (1969) өсөн М. Горький исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы (1971)
- «Сотворение мира» романы (1951—1979) өсөн СССР Дәүләт премияһы (1982)
Ғаиләһе
6 кешенән тора. Атаһы менән әсәһе — уҡытыусы, үҙе хужалыҡтарын алып баралар.
Әҙәбиәт
Иҫкәрмәләр
- ↑ Закруткин Виталий Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Виталий Закруткин. peoples.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2011. Архивировано 24 март 2012 года.
- ↑ Шевченко Лариса. Сын земли Донской // Семейный капитал : газета. — 2015. — 19 ноябрь (№ 11 (011)). — С. 5.
- ↑ Приказ войскам Закавказского фронта № 058/н от 24 апреля 1943 г. ОБД «Подвиг народа». Архивировано 14 март 2012 года.