Зарипов Рәхим Закир улы

Зарипов Рәхим Закир улы (16 март 1908 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия лейтенанты[1][2][3].

Биографияһы

Зарипов Рәхим Закир улы 1908 йылдың 16 мартында Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Килем ауыл Советы Оҙонҡулбаш (?) ауылында тыуған[1][3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 12 авгусында Шаран район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында; 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында элемтә взводы командиры була[1][2].

1943 йылдың 28 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1943 йылдың 22 декабрендә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 1945 йылдың 15 июнендә I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1][2]. Ул шулай уҡ «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945), «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945), «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы (1945), 1985 йылда юбилей I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1][2].

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар