Зеленцов Виктор Владимирович

Зеленцов Виктор Владимирович (13 [26] август 1910 йыл — 20 июль 1978 йыл) — совет хәрби осоусыһы, авиация генерал — майоры (1949). Советтар Союзы Геройы (7 апрель 1940)[1].

Биографияһы

Зеленцов Виктор Владимирович 1910 йылдың 13 (26) авгусында Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Әшә ҡасабаһы, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса урыҫ. 1925 йылда мәктәптең 6 класын тамамлай. Эҫем заводы ҡасабаһында, хәҙерге Әшә районының Эҫем ҡалаһы, слесарь-уҡыусы булып эшләй. 1928 йылда ФЗУ мәктәбен тамамлай, Аша ҡалаһында металлургия заводында слесарь булып эшләй[1].

1929 йылдың ғинуарында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына алына. 1929 йылдың декабрендә Вольск хәрби-теоретик осоусылар мәктәбен, 1931 йылдың июлендә К. Е. Ворошилов исемендәге 3-сө Ырымбур хәрби осоусылар һәм летчиктар мәктәбен тамамлай. Белорус хәрби округында 9-сы истребитель авиация эскадрильяһында кесе осоусы булып хеҙмәт итә, 1933 йылдың октябренән шунда уҡ 33-сө истребитель авиация эскадрильяһының өлкән осоусыһы, 1935 йылдың октябренән 30-сы истребитель авиация эскадрильяһы командиры була. 1938 йылдың июненән Витебск өлкәһе Улла ҡасабаһында Ф. Э. Дзержинский исемендәге 15-се истребитель авиация полкы командиры вазифаһын башҡара.

И. П. Уборевич менән таныш булыуы, ҡатының ике әбеһе Вингрияла йәшәүе мәнән ғәйепләнеп 1938 йылдың июлендә армиялағы хәрби хеҙмәтенән бушатыла. Өфөлө граждандар һауа флотының санитар авиацияһы звеноһы командиры булып эшләй. 1939 йылдың апреленән яңынан армияға алына.

1939 йылдың апреленән Мәскәү хәрби округында 34-се истребитель авиация полкының авиаэскадрилья командиры, июндән махсус тәғәйенләнешле армияның (АОН—1) 41-се етеҙ бомбардировка авиаполкында эскадрилья командиры булып хеҙмәт итә. Пушкин ҡалаһында 1939 йылдың сентябренән 68-се истребитель авиация полкы командиры.

Хәрби һауа көстәренең 13-сө армия состафындағы 68-се истребитель авиация полкы командиры вазифаһында 1939—1940 йылғы Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Полк 1220 хәрби осош яһай, һауа алыштарында һәм аэродромдарға һөжүм ваҡтында дошмандың 47 самолетын юҡ итә. Полк командиры үҙе И-153 һәм И-16 истребителдәрендә 30 хәрби осош яһай. Авиация полкының хәрби хәрәкәттәренә оҫта етәкселек иткәне, шәхси батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 7 апрелендәге указы менән майор Зеленцов Виктор Владимировичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм 81-се һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Совет-фин һуғышы тамамланғандан һуң полк Тбилиси ҡалаһына күсерелә. 1940 йылдың авгусынан декабренә тиклем 44-се истребитель авиация дивизияһы командиры. 1941 йылдың мартында М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһы ҡарамағындағы етәксе составты камиллаштырыу курстарын тамамлай. 1941 йылдың майынан Киев айырым хәрби округының 36-сы истребитель авиация дивизияһы командиры.

Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың июнь айынан. Июнь-ноябрь айҙарында Көньяҡ — Көнбайыш фронттың 36-сы истребитель авиация дивизияһы командиры. Киевты обороналауҙа, Харьков һәм Валуйка ҡалалары өсөн оборона алыштарында ҡатнаша. 1941 йылдың ноябрендә 1942 йылдың ғинуарында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаған 20-се резерв армияһы командующийы вазифаһын башҡарыусы.

1942 йылдың ғинуар-сентябрендә Һауа оборонаһының 36-сы истребитель авиация дивизияһы командиры була. 1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың июненә — Мәскәү һауа оборнаһы фронтының 6-сы истребитель авиация корпусы командиры урынбаҫары. 1943 йылдың авгусыннан 1944 йылдың июненә тиклем йәнә 36-сы истребитель авиация дивизияһы командиры. Зеленцов етәкселегендә дивизия көсөргәнешле хәрби эш алып бара, немец авиацияһының һөжүменән хәрәкәт итеүсе армияның тылын һәм коммуникацияларын һаҡлай. Дивизия осоусылары 20 000-дән ашыу хәрби осош яһай, 173 немец самолетын бәреп төшөрә.

1944 йылдың июленән Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттарҙа 125-се истребитель авиация дивизияһы командиры. Курск алышында һәм Балтик буйын азат итеүҙә ҡатнаша. Уның командалығындағы частар Елец, Тамбов, Мичуринск, Липецк, Орел, Брянск, Унеча, Гомель, Мозырь ҡалаларын, Балтик буйы ҡалаларын һауанан һаҡлай.

Һуғыш ваҡытында үҙе ЯК-9 һәм Ла-5 истребителдәрендә патрулләү һәм дошман ғәскәрҙәрен разведкалау өсөн 19 хәрби осош яһай. 1944 йылдың 26 июлендә Вильнюс ҡалаһын бомбаға тотҡанда яралана һәм контузия ала.

Һуғыштан һуң Литваның Каунас ҡалаһында урынлашҡан 125-се истребитель авиация дивизияһы командиры дәржәһендә хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1947 йылда Хәрби-һауа академияһы ҡарамағындағы авиадивизиялар штабы начальниктары һәм командирҙарын камиллаштырыу курстарын тамамлай. 1949 йылдың ноябрендә К. Е. Ворошилов исемендәге юғары хәрби академияға уҡырға инә, әммә 1950 йылдың февралендә һаулығы буйынса уҡыуын туҡтатырға һәм осоу эшенән китергә мәжбүр була.

1950 йылдың авгусынан — һауа оборонаһы 37-се истребитель авиация корпусының командование пункты начальнигы (Тамбов өлкәһе Моршанск ҡалаһында), 1951 йылдың сентябренән — сик буйы һыҙығы һауа оборонаһы ғәскәрҙәре истребитель авиацияһы идаралығының баш пункты буйынса штаб начальнигы урынбаҫары. 1953 йылдың майынан — хәрби-һауа көстәренең һауа оборонаһы идаралығы начальнигы ярҙамсыһы, 1954 йылдың июленән — илдең һауа оборонаһы ғәскәрҙәре штабының үҙәк команда пункты буйынса штаб начальнигы урынбаҫары, 1955 йылдың майынан — илдең һауа оборонаһы ғәскәрҙәре штабының хәрби идаралығы буйынса штаб начальнигы урынбаҫары.

1955 йылдың ноябренән авиация генерал-майоры В. В. Зеленцов запаста, Мәскәүҙә йәшәй. 1978 йылдың 20 июлендә Мәскәүҙә вафат була, Ваганьков зыяратында ерләнгән[2].

Хәрби званиелары

  • капитан (14.05.1936)
  • майор (12.02.1938)
  • полковник (2.09.1940)
  • авиация генерал-майоры (11.05.1949)[1]

Наградалары

Сығанаҡтар

  • Бои в Финляндии. Часть 2. — 2-е изд. — М., 1941. — С. 160—170.
  • Бои на Карельском перешейке. — М., 1941. — С. 230—234.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Герои Советского Союза, Герои Российской Федерации, полные кавалеры ордена Славы Северного административного округа Москвы / Составители Мачульский Е.Н. и А. А. Симонов. — М.: Энциклопедия российских деревень, 2003. — С. 57. — 472 с. — ISBN 5-88367-003-2.
  • Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь / В. П. Горемыкин. — М.: Кучково поле, 2014. — Т. 2. — С. 116—118. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0341-0.
  • Голотюк В. Л., Цапаев Д. А. Командный состав Войск ПВО Красной Армии в годы Великой Отечественной и советско-японской войн 1941—1945 гг. — М., 2012. — С. 185—187.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Зеленцов Виктор Владимирович. «Герои страны» сайты.
  2. Артамонов М. Д. Ваганьково. М.: Моск. рабочий, 1991. С. 146.
  3. Перечень наград. Портал «Подвиг народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2025.

Һылтанмалар