Зубакина Людмила Николаевна

Зубакина Людмила Николаевна (21 март 1944 йыл) — терапевт-табип. 1974 йылдан Белорет ҡалаһы бала табыу йорто табибы, 1976 йылдан — бүлек мөдире, 1986—2001 йылдарҙа — баш табип. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997).

Биографияһы

Людмила Николаевна Зубакина (ҡыҙ фамилияһы Чванова) 1944 йылдың 21 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Иҫке Михайловка ауылында[1] тыуған[2].

Урта белем алғандан һуң ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1968 йылда ошо юғары уҡыу йортон тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса Сыуаш АССР-ының Моргауш район үҙәк дауаханаһында терапевт булып үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай[2].

1970 йылдан Өфө тимер юл станцияһының 2-се юл дауаханаһында терапевт, 1971 йылдан — акушер-гинеколог.

1974 йылдан Белорет ҡалаһы бала табыу йортоноң акушер-табибы, 1976 йылдан бала табыу бүлеге, 1977 йылдан — гинекология бүлеге мөдире, 1986 йылдан — бала табыу йортоноң баш табибы[2].

2001 йылдан Мотлаҡ медицина страховкаһы республика фонды Белорет филиалының баш белгесе, эксперт-табибы.

2007 йылдан Белорет ҡалаһы бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы табибы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997).

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер район үҙәге Малаяҙ ауылы составында
  2. 1 2 3 4 Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2024)

Һылтанмалар

  • Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2024)