Зәбиров Хамат Баймөхәмәт улы

Зәбиров Хамат Баймөхәмәт улы (1917 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты[1][2][3].

Биографияһы

Зәбиров Хамат Баймөхәмәт улы 1917 йылда Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Үрге Тирмә ауылында[1][2], икенсе мәғлүмәт буйынса Нуриман районында[3] тыуған. Ҡыҙыл Армияға Шишмә район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2]. 8 гвардия кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабының элемтә бүлеге начальнигы булып хеҙмәт итә[2]

1943 йылдың 23 февралендә яуҙа һәләк була. Украинаның Ворошиловград өлкәһе Ивановский районы Юлино ауылында ерләнгән[1][2].