Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы

Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы (1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнгән[1][2]

Биографияһы

Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҫынды ауыл Советы Зәйет ауылында тыуған[3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылда Архангел район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкында ат тотоусы булып хеҙмәт итә[1][2].

1944 йылдың 10 июнендә һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнә (приказ №: 25/н 10.06.1944 йыл)[1][2]. Ул шулай уҡ «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945), «Берлинды алған өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән[3].

«Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған награда ҡағыҙында Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы тураһында былай тип яҙыла:

« «Хужалыҡ взводы ат тотоусыһы гвардия рядовойы Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улын, һуғыш шарттарында, насар юлдар менән иҫәпләшмәйенсә, алғы һыҙыҡҡа ваҡытында һәм тиҙ аҙыҡ алып барғаны өсөн, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләргә[1] »

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944),
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945),
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы,
  • «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы,
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы.

Сығанаҡтар