Зөлҡәғиҙә (исем)
Зөлҡәғиҙә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
Зөлҡәғиҙә (Зөлҡәғидә) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, Ай календарындағы 1-се айҙың исеменән; шул айҙа тыуған ҡыҙ балаға ҡушылған исем[1]. XVII—XIX быуат йәниҫәп материалдарынан күренеүенсә, башҡорттар ҡыҙ балаларға бик теләп Зөлҡәғиҙә исемен биргән. Хәҙерге заманда, ҡыҫҡа һәм сит тел исемдәре менән мауығыпмылыр, был матур яңғырашлы исем һирәк ҡушыла.
Шәхестәр
Тариҡова Зөлҡәғиҙә Әғзәм ҡыҙы (30 май 1960 йыл) — физик тәрбиә уҡытыусыһы. Учалы районы мәғариф бүлегенең Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Зөлҡәғиҙә Аҡҡужина Учалы районы Илсеғол ауылында тыуған. Күмертау ҡалаһындағы физик тәрбиә педгогия училищеһын, артабан — Силбәе дәүләт педагогия университетын тамамлай. 2006 йылда Өфөлә саңғы фестивалендә 2 урын яулай. Шулай уҡ Республика полиатлонында ҡатнашып 2 урынға эйә була. Учалы ҡалаһында йөҙөү буйынса ойошторолған ярыштарҙа, Сибайҙа, Белоретта уҡытыусылар араһында барған бәйгеләрҙә 3 урынға лайыҡ була[2].
Мосолман календары айы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Тарикова Зулькагида
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ