Ибраһимова Ғәлимә Вафа ҡыҙы
Биографияһы
Ғәлимә Вафа ҡыҙы Ибраһимова 1909 йылдың 28 декабрендә хәҙерге Татарстан Республикаһының Мамадыш районы Түбәнге Шандыр ауылында тыуған.
1929 йылда Н. И. Фешин исемендәге берләштерелгән художество-театр техникумын тамамлай.
1929—1932 йылдарҙа Мәскәүҙә Театр сәнғәтенең үҙәк техникумында (ГИТИС) татар академия театры труппаһында белем ала[2].
1932 йылдан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актисаһы булып эшләй.
Ибраһимова Ғәлимә Вафа ҡыҙы 1984 йылдың 26 мартында вафат була.
Театрҙа башҡарған ролдәре
Луиза — «Мәкер вә мәхәббәт» (Ф.Шиллер), Дездемона — «Отелло», Корделия — «Король Лир» (В.Шекспир), Катерина — «Яшенле яңгыр», Полина — «Төшемле урын», Михеевна — «Соңгы корбан» (А.Островский), Фатыйма — «Тормыш җыры» (М.Әмир), Горелова — «Диңгездәгеләр өчен» (Б.Лавренев), Зөһрә — «Мулланур Вахитов» (Н.Исәнбәт), Хафиза — «Ефәк сөзәнә» (А.Каххар), Ана — «Гүзәлем Әсәл» (Ч.Айтматов), Туктабикә — «Кыз урлау» (М.Кәрим), Җәүһәрия — «Зөбәйдә — адәм баласы», Ана — «Әни килде» (Ш.Хөсәенов), Мәрхәбә — «Татар хатыны ниләр күрми» (Г.Ибраһимов) һ.б.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- ТАССР-ҙың халыҡ артисы (1957)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1971)
Һылтанмалар
- Татарский энциклопедический словарь. -Казань. Институт татарской энциклопедии АН РТ. — 703с. илл. ISBN 0-9530650-3-0