Ибраһимов Роберт Ғәбит улы

Ибраһимов Роберт Ғәбит улы (рус. Ибрагимов Роберт Габитович; 10 декабрь 1949 йыл) — агроном, партия органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1981 йылдан Илеш районы «Урал» колхозы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Райондың почётлы гражданы (2019).

Биографияһы

Роберт Ғәбит улы Ибраһимов 1949 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Ҡыпсаҡ ауылында тыуған[1].

Юғары белемле: Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлаған[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1968 йылда Госстрахтың Илеш районы буйынса инспекцияһында страховкалау агенты булып башлай[2].

1968—1970 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була[3].

1970 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының әҙерлек бүлегендә, 1971 йылдан — агрономия факультетында уҡый[2].

Юғары һөнәри белем алған йәш белгес 1976 йылдан Илеш районының Киров исемендәге колхозында агроном булып эшләй. 1981 йылда хужалыҡтың партия ойошмаһы секретары итеп һайлана[1].

1981 йылдан — ошо райондың «Урал» колхозы рәйесе[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Почёт Билдәһе» ордены (1986) [2]
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010)[4]
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993)[3]
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы [2]
• Илеш районының почётлы гражданы (2019)[5]