Игнатенко Сергей Николаевич

Сергей Николаевич Игнатенко (1955 йылдың 3 ноябре) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2004).

Биографияһы

1955 йылдың 3 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлеген тамамлай.

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының дәүләт стипендиаты (2006).

Сергей Николаевич Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

1991 йылдан СССР (Рәсәй Федерацияһы) Рәссамдар союзы ағзаһы. «Март» ижади төркөмө ағзаһы (1989—1993).

Игнатенко Сергей Николаевич — Башҡортостандың һынлы сәнғәттәге концептуаль йүнәлешенең сағыу вәкиле.

Рәссам әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), МРСИ (Джерси-Сити, АҠШ), Алла Булянская галереяһында (Мәскәү, Үҙәк рәссамдар йорто), «Academia» сәнғәт академияһында (Өфө, УГАЭС), «Сәнғәт» галереяһында (Өфө), «Мираҫ» галереяһында (Өфө), Нефтекама «Мираҫ» картиналар галереяһында (Башҡортостан Республикаһындағы Нефтекама ҡалаһы), «Янғантау» курорт ҡаласығында (Башҡортостан Республикаһының Салауат районы, «Янғантау» шифаханаһы) һаҡлана.

Эштәре

«Һунарсылар» (1987), «Инвалид (Тир)», (1988), «Марионеткалар» (1988), «Эт майҙансығы» (1989), «Дуҫтар» (1990), «Пир» (1990), «Человек в коконе» (1996), («Киске аш», 1993; «Поцелуй Иуды», (1994) һәм тәрегә ҡаҙаҡлау алдынан төндә Ғайсаның ғазаплы уйҙары («Гефсиманская ночь», 1994; «Гефсиманская ночь — II», 1998), «Фәрештә», 1992, һәм «пәйғәмбәр»- фәрештәләре («Зәңгәр фәрештә», 1993), «Ангелы в березовом лесу», 1999, «Душа отлетела», 1999, «Натюрморт с красным» (1997), «Натюрморт с розовым» (1998), «Натюрморт с белым» (2000), «Красное и чёрное» (2001), «Красный натюрморт» (2001), «Розовый натюрморт» (2001), «Белое, чёрное, серое» (2002), «Красное, белое, чёрное» (2003), «Деревенская церковь» (2007). «Портрет девушки в шляпе» (1994), «Портрет N в шляпе» (1995), «Портрет неизвестного в чёрном» (1996), «Стоящая женщина» (1997), «Флора» (1998), «Юноша с книгой» (2007), «Фрагмент» (2000, 2001, 2003, 2004) и «Калмычка» (2002). «Портрет Филонова», (1988).

Игнатенко — киң танылыу алған, шешәләр менән натюрморт авторы (уратып алған донъяның ыуалыусанлығы менән ассоциация)[1].

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре

1977 йылдан алып Игнатенко республика, декада, зона, төбәк, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2004);
  • Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының дәүләт стипендиаты (2006).

Ғаиләһе

Әҙәбиәт

  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • Башкирская энциклопедия. т. 4, Уфа, 2006.

Һылтанмалар