Илсеғол

Илсеғол — төп башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

Илсеғолбашҡ. — илсе+ҡол мәғәнәһенә эйә. Илсекәй башҡ. — илсе+кәй (иркәләү формаһында) төп башҡортса ир-ат исеме. Ир баланың Тыуған иленә тоғро илһөйәр булыуын теләп ҡушылған [1].

Билдәле кешеләр

Илсеғол ЭтҡоловКрәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы.

Илсекәй Биктуғанов — Илсеғол тип тә йөрөткәндәр. Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы старшинаһы, Салауат Юлаев саҡырыуына ҡушылып, Юлай Аҙналиндың йыйылма отрядында Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашҡан. Баш күтәреүселәр Йүрүҙән, Ҡытаутамаҡ һәм Ҡытау-Ивановск заводтары районында хәрәкәт иткән.

Фамилиялар

Илсеғолов Евгений Илекбай улы (рус. Ильчигулов Евгений Иликбаевич) (10 май 1949 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты.

Байөмбәт Илсеғолов — Кесе Табын улусы старшинаһы хәҙерге Ғафури районында урынлашҡан Байымбәт (икенсе исеме — Ҡунаҡбай) ауылын нигеҙләүсе тарихи шәхес.

Ғөбәйҙулла Илсеғолов бөткән Ғөбәйҙулла ауылына (1836-1969 йылдарҙа йәшәгән, 1931 йылдан Баймаҡ районы Темәс ауыл биләмәһенә ҡараған) нигеҙ һалған. 1916—1930 йылдарҙа Ғөбәйҙулла ауылы сиктәрендә сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторолған.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Әҙәбиәт

  • Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4

Категориялар