Ильясов Ғәзим Ғәлим улы
Ғәзим Ильясов | |
---|---|
Файл:Ilysov Gazim.jpg | |
Төп мәғлүмәт | |
Тыуған | 27 февраль 1967 (57 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылы |
Һөнәрҙәре | Йырсы |
Жанрҙар | Эстрада, халыҡ йырҙары |
Наградалар |
Ильясов Ғәзим Ғәлим улы (27 февраль 1967 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты (2012).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәзим Ғәлим улы Ильясов 1967 йылдың 27 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң 1984 йылда ауыл Советы үҙәге Мәҡсүттәге урта мәктәпте тамамлай.
Хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Мораҡтағы 90-сы һөнәрселек-техник училищеһендә водитель һөнәре үҙләштерә һәм 1985—1987 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәттә була. 1988-1989 уҡыу йылында Үрге Һаҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә йыр дәрестәре алып бара. Артабан 1991 йылғаса Мәләүез химия заводында автотейәгес машинисы булып эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1992 йылда Ғәзим Ильясовты Күгәрсен район мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар һәм шул ваҡыттан бирле уның тормошо туранан-тура сәнғәт менән бәйле[1]. Сәхнәгә үҙешмәкәр йырсы булараҡ килеп, тәбиғәттән бирелгән моңло һәм матур тауышы, башҡарыу оҫталығы арҡаһында тиҙ арала төрлө йыр бәйгеләрендә танылыу ала.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостандың халыҡ артисы (2012)
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
Йырсы ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Алға әйҙәгән юлым бар». Гүзәлиә Балтабаеваның Ғәзим Илдьясов менән әңгәмәһе. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 23 февраль[2].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Кугарчинский РДК. Официальный сайт. Главная » Файлы » Персоналии » Газим Ильясов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2017)
- ↑ «Алға әйҙәгән юлым бар». «Башҡортостан» гәзите, 2018, 23 февраль 2018 йылдың 28 февраль көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2018)